Ағиҙел
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Июнь 2021, 10:00

Республика Өфөлә WorldSkills чемпионатының мәҙәни программаһы өсөн техникаға 30 миллион һум тотона

Башҡортостан IX «Йәш профессионалдар» (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалының мәҙәни программаһы өсөн яҡтыртыу, тауыш һәм видеоҡорамалдарына республика ҡаҙнаһынан 30,6 миллион һум бүлергә әҙер.

Башҡортостан IX «Йәш профессионалдар» (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалының мәҙәни программаһы өсөн яҡтыртыу, тауыш һәм видеоҡорамалдарына республика ҡаҙнаһынан 30,6 миллион һум бүлергә әҙер. Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле дәүләт һатып алыуҙары сайтына электрон аукцион урынлаштырған.
Документацияға ярашлы, еңеүсе менән контракт төҙөлә, ул 2021 йылдың аҙағына тиклем ғәмәлдә була. Яҡтыртыу, тауыш һәм видеоҡормалдарынан тыш, башҡарыусы сәхнә ҡорамалы, биҙәү элементтары һәм махсус эффекттар менән тәьмин итергә бурыслы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, IX «Йәш профессионалдар» (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалы 21 июлдә «Өфө-Арена» майҙансығында асыла. Уны ябыу тантанаһы 25 июлгә тәғәйенләнгән.
Читайте нас в