Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Июнь 2021, 07:43

Раевка ауылында 375 урынлыҡ яңы мәктәпте 2022 йылдың 1 сентябренә асырға йыйыналар

Әлшәй районы Раевка ауылының Яңауыл биҫтәһендә 375 уҡыусыға иҫәпләнгән яңы мәктәп төҙөлөшө башлана. Төҙөлөштөң смета хаҡы — 277 миллион һум. Федераль, республика, район бюджеттарынан һәм бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан финанслау ҡаралған.

Мәктәп комплексы өсөн дөйөм майҙаны бер гектарҙан ашыу ер бүленгән. Унда өс ҡатлы мәктәп, спорт майҙансығы, хужалыҡ блогы һәм ял урыны була.
Әлшәй районы хакимиәтендә белдереүҙәренсә, Яңауыл биҫтәһендә яңы мәктәп һалыу Раевка ауылы мәктәптәрендә икенсе сменаны бөтөрөргә мөмкинлек бирә. Быйылғы уҡыу йылында район үҙәгендә 4820 уҡыусы белем алды. Төҙөүселәр яңы мәктәпте 2022 йылдың 1 сентябренә файҙаланыуға тапшырырға вәғәҙәләй.
Фото һәм сығанаҡ: Башинформ
Читайте нас: