Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Июнь 2021, 08:38

Баймаҡ ҡалаһының өлгөлө «Саптар»балалар бейеү ансамбле үҙенең йомғаҡлау концерты менән сығыш яһаны

Ансамблде бынан биш йыл элек, Баймаҡ ҡалаһында үҫеп, бейеү сәнғәте буйынса ҡанат нығытҡан Радик Бакиров ойошторған. Бөгөн студияла 3 йәштән 17 йәшкә тиклемге төрлө йәштәге 300-ләп бала шөғөлләнә.

Ансамблде бынан биш йыл элек, Баймаҡ ҡалаһында үҫеп, бейеү сәнғәте буйынса ҡанат нығытҡан Радик Бакиров ойошторған. Бөгөн студияла 3 йәштән 17 йәшкә тиклемге төрлө йәштәге 300-ләп бала шөғөлләнә.
Уның филиалдары Баймаҡ районы ауылдарында ла, Сибай ҡалаһында ла бар. Радик Бакиров эргәһенә һәләтле балаларҙы ғына түгел, оҫта хореография педагогтарын да туплаған. «Саптар» бейеүселәре Рәсәй кимәлендә үткән төрлө фестиваль-конкурстарҙа еңеүҙәр яулай. Күптән түгел ансамблдә тәрбиәләнгән БДУ студенты Рәил Рәхмәтуллин Бөтә Рәсәй студенттар фестивалендә уңышлы сығыш яһап, икенсе урын яулаған.
Йомғаҡлау концертын баш ҡаланан килгән юғары ҡунаҡтар ҙа ҡараны. Сара һуңында ансамбль етәксеһе Радик Бакировка Башҡортостандын атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем тапшырылды.
Читайте нас: