Салауат ӘБҮЗӘР
БОМЖ
(Без Определённого Места Жительства)
Ҡайҙа барырға белмәй ул,
Йөрөй һалҡында өшөп.
Нисәнсе тәҙрә сиртәлер,
Ҡағалыр нисә ишек...
Бер кемдә юҡ уның ҡайғы,
Һәр бер ишектә – келә.
Индермәҫтәрен белә ул,
Тик тағы... Тағы килә.
Бөгөн дә ул урап сыҡты,
Иртән дә йөрөп сығыр...
Өмөтләнеп китеп бара
Урамдан БОМЖ – Шиғыр.