Йәмле Ирәндек буйы ҡайынлығында урынлашҡан тирмәләр янында иртә таңдан халыҡ өҙөлмәне. Тап бында халҡыбыҙҙың мәҙәниәте, милли колориты сағыла. Башҡорт тарихы йылын иҫәпкә алып, күргәҙмәләрҙә башҡорттарҙың үткәне һәм хәҙергеһе, билдәле шәхестәре тураһында мәғлүмәт тупланды.