Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Июнь 2021, 15:33

Йөҙ балл йыйыусылар Башҡортостан вуздарына уҡырға инһә, 100 мең һум стипендия алырға мөмкин

Республикала бөтә берҙәм дәүләт имтихандары буйынса һөҙөмтәләр 8 июлдә билдәле була. Бөгөнгә Башҡортостанда дүрт уҡыусы ике һәм унан күберәк фәндәрҙән 100 балл алған, 89-ы йөҙ балға яҙған, тип хәбәр итте республика мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлитбирҙин хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров министрлыҡҡа йөҙ балл алғандар республиканың юғары уҡыу йорттарына ингән осраҡта, уларҙы дәртләндереү мәсьәләһен ҡарарға ҡушты.
«Һәләтле йәштәрҙе үҙебеҙҙә ҡалдырырға теләр инек, — тине республика етәксеһе. – Матди дәртләндереү системаһын уйлағыҙ. Бының 100 мең һумдан башлап өҫтәмә йыллыҡ гранттар булыуы мөмкин. Аҡсаны иҫәпләрбеҙ, бәлки, күберәк бирербеҙ».
Ул мәсьәләне оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа ҡушты, сөнки илдең башҡа университетттары ошондай абитуриенттарға «һунар башлаған».
Читайте нас: