Ситләй кеүек гүмер беҙҙе генә;
Һин дә йәшһең, мин дә йәш кеүек.
Ҡарап торам, һинең балаң илай,
Балаң илай ынйы йәш түгеп,
Ә үҙебеҙ һаман йәш кеүек.
Һин минеке, мин һинеке түгел
- (Ә һүнмәгәс, һүнмәй ялҡындар.)
Һиңә хәҙер минең бер хаҡым юҡ,
Ә һөйөргә һаман хаҡым бар.
Бер һүнмәгәс, һүнмәй ялҡындар.