Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Июнь 2021, 15:00

Республикала Әхәт Мортазин исемендәге премия тапшырылды

Учалы районы Яңы Байрамғол ауылында Әхәт Мортазин исемендәге премия тапшырылды. Башҡорт радиоһы дикторы, «Башҡортостандың алтын тауышы», Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Әхәт Мортазиндың ғүмере ҡыҫҡа, ләкин сағыу булды. Премияны Әхәт Мортазиндың ғаиләһе — хәләл ефете Тәнзилә Үлмәҫбаева, уның балалары булдырған. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#ӘхәтМортазин#Мәңгеләштереү

Учалы районы Яңы Байрамғол ауылында Әхәт Мортазин исемендәге премия тапшырылды. Башҡорт радиоһы дикторы, «Башҡортостандың алтын тауышы», Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Әхәт Мортазиндың ғүмере ҡыҫҡа, ләкин сағыу булды. Премияны Әхәт Мортазиндың ғаиләһе — хәләл ефете Тәнзилә Үлмәҫбаева, уның балалары булдырған.
«Яңы Байрамғол — бик күп танылған шәхестәрҙең тыуған төйәге. Яҡташтары уларҙың исемен мәңгеләштереүгә яуаплы ҡарай, уларҙың һәр береһе менән ғорурлана, — ти Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының радиотапшырыуҙар студияһы директоры Тәнзилә Үлмәҫбаева. — Әхәт Мортазин — уҡытыусылар династияһы вәкиле, үҙе лә бала сағынан уҡытыусы булырға хыялланған. Хыялы тормошҡа ашты тип әйтергә мөмкин: республиканың халыҡ артисы, диктор радио һәм телевидение өсөн бихисап белгестәр әҙерләне, һәр саҡ уларҙың остазы, уҡытыусыһы булды. Ул — туған телде, башҡорт халҡының үҙенә генә хас мәҙәниәтен тергеҙеү, һаҡлау һәм үҫтереү эшенә тоғролоҡ миҫалы».
Быйыл Әхәт Мортазин исемендәге премияларға тарих уҡытыусыһы Рәмзиә Шаһиева һәм уҡыусы, олимпиадалар еңеүсеһе Тимур Вәлиуллин лайыҡ булды. Мортазиндар ғаиләһенең үтенесе буйынса, премияны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова тапшырҙы.
«Әхәт Мотаһар улы минең өсөн профессиональ уҡытыусы булды — радиола эшләргә өйрәтте. Бөгөн Башҡортостан радиоһында эшләгәндәрҙең барыһы ла — уның уҡыусылары. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әхәт Мотаһар улы бик иртә китте, Тәнзилә Абдулла ҡыҙы уның хаҡында хәтерҙе һаҡлау өсөн бөтәһен дә эшләй. Шул иҫәптән тыуған ауылыбыҙҙа ла. Йәштәрҙе дәртләндереү өсөн исемле премия булдырҙы. Йәштәргә тиңләшерлек кеше бар!» — ти Эльвира Айытҡолова.
Әхәт Мортазин исемендәге премия йыл һайын тапшырыла.
Читайте нас: