Үҙгәртеп ҡороуҙың һуңғы 1989 йылы, республикабыҙҙың мөстәҡиллеге өсөн көрәштең иң көсөргәнешле йылдарынан булды. Унан һуңғы ике-өс йыл эсендәге үҙгәрештәр 1917 йылдан һуңғы Рәсәйҙәге түңкәрелештәргә тиң, тип әйтергә мөмкин. КПСС-тың монополияһы бөтә барып, халыҡтың активлығы һәм азатлығы көнләп түгел, сәғәтләп көсәйә башлағайны. Коммунистар партияһы ҡаты ауырыуҙан үлеп барған йәнлек кеүек ҡалтыраныу кисерә ине. Башҡортостанда күп йылдар уңышлы эшләгән күренекле дәүләт эшмәкәре, КПСС өлкә комитетының беренсе секретары М. Шакиров, М. Горбачев тарафынан, мәсхәрәләп алып ташланып, уның урынын биләгән Р. Хәбибуллин, өс йыл да эшләй алмай, китергә мәжбүр булды. Унан һуң, был ойошманың башында кем булһа ла ярай, тигән һымаҡ, ул вазифаны И. Горбуновҡа тапшырҙылар. Беҙ, башҡорт милли хәрәкәте активистары, КПСС Үҙәк Комитетынан бер-бер артлы килгән эмиссарҙар, партияның урындағы түрәләре менән осрашыуҙарҙа Башҡортостанға союздаш республика статусы кәрәк, тигән талаптар ҡуя башланыҡ. Мин, ошо саҡта мөрәжәғәт яҙып, 1989 йылдың яҙ көндәрендә Мәскәүгә барып, СССР-ҙың Юғары Совет сессияһы эшендә ҡатнашҡан, Әбйәлил районы депутаты Мәүҙиғә апай Ғәбитова менән йөрөп, Башҡортостандың 11 депутатынан Мөрәжәғәткә ҡул ҡуйҙырҙыҡ. Сессия барышында депутатыбыҙ Юрий Шәрипов документты сессия ултырышын алып барыусы М. Горбачевҡа тотторҙо. Мөрәжәғәт бөтә республика гәзиттәрендә лә баҫылып сыҡты, шул осорҙа төҙөлгән Союз Килешеүе буйынса Башҡортостан менән Татарстан союздаш республикалар тип танылырға тейеш ине. 1990 йылдың 11 октябрендә ҡабул ителгән Дәүләт суверенитеты тураһындағы декларацияла ла Башҡорт АССР-ы Башҡорт ССР-ы тип иғлан ителде һәм СССР тарҡалғанға тиклем шул исем менән йөрөтөлдө.