Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Июнь 2021, 18:25

Ҡая

Салауат ӘБҮЗӘРҠАЯ(монолог)Мин – Ҡаямын!..Бына нисә быуатКешелеккә ҡарап, баҫып торам.Барып етһен һеҙгә шаңдау булыпКүкрәгемдән сыҡҡан ошо оран:

Салауат ӘБҮЗӘР
ҠАЯ
(монолог)
Мин – Ҡаямын!..
Бына нисә быуат
Кешелеккә ҡарап, баҫып торам.
Барып етһен һеҙгә шаңдау булып
Күкрәгемдән сыҡҡан ошо оран:
И, кешеләр!
Һеҙҙең яҙмышығыҙ
Таныш миңә тәүтормоштан алып.
Берсә һеҙгә мин ҡыҙғанып баҡтым,
Берсә баҡтым һеҙгә хайран ҡалып.
Һеҙ имгәкләп башта йөрөнөгөҙ,
Ҡаса-боҫа ажар йыртҡыстарҙан.
Ут-йәшендән һаҡлар ышыҡ эҙләп,
Күккә ҡул һуҙҙығыҙ, һорап ярҙам.
Ғәрәсәттәр ҡупты, ялҡын ҡапты,
Дауылдары бәрҙе, ҡойоно ла...
Шул саҡта һеҙ, сабый бала кеүек,
Һыйындығыҙ минең ҡуйыныма.
Хәтерләйем, ташты ташҡа һуғып,
Тәүге тапҡыр берәү осҡон тапты.
Шунан алып ҡараңғылыҡ баҫҡан
Мәмерйәмә бәреп инде яҡты.
Ут уратып, һикереп йөрөнөгөҙ –
Бөйөк сәнғәттең был башы ине.
Бәндә тарихының яңы бите –
Осҡон бөрккән ошо ташы ине.
Тәбиғәттең сихри тылсым көсө –
Ут эләкте һеҙҙең ҡулығыҙға.
Таштарымда ойоп ятҡан ҡөҙрәт
Әүерелде һеҙҙең ҡолоғоҙға.
Бер һөйөндөм, берсә көйөндөм мин,
Сөнки беләм: утта ике көс бар.
Унда – яҡтылыҡ һәм ҡараңғылыҡ,
Унда – аҡ һәм... унда ҡара төҫ бар...
Һикереп йөрөнөгөҙ ут уратып, –
Шатлыҡ ҡына ине ул сағында.
Ошо тәүге осҡон ҡуҙ терелтте
Үҙегеҙҙең зиһен усағында.
Һәм был осҡон һеҙҙе алып сыҡты
Мәмерйәмдән донъя ҡосағына.
Ул өйрәтте һеҙҙе – йыртҡыстарҙан
Йәшәмәҫкә ҡурҡа-боҫа ғына.
Көсәйгәндән ут көсәйә барҙы
Һәм яҡтыра барҙы зиһенегеҙ.
Алдығыҙҙа донъя башын эйҙе, –
Кисә генә әле кем инегеҙ?!.
Берсә ғорурланып, бер һоҡланып
Ҡарап торҙом ҡылған эшегеҙгә.
Тәбиғәттең бөтә матурлығы
Күсә бара ине, кеше, һеҙгә.
Итәгемдә үҫкән ҡыу көпшәне
Кемегеҙҙер шунда өҙөп алып,
Йөрәгенән уға йәнен өрҙө, –
Мин тыңланым уны хайран ҡалып...
Тәүге тапҡыр мин ишеттем һеҙҙән
“Һандуғас”ты, “Бейеш” һәм “Урал”ды...
Мин уйланым: былар йәшәйәсәк,
Ташламаһа рухи был ҡоралды.
Ишәйҙегеҙ. Дала ҡайнап торҙо, –
Йылға ташһа, һыймай ике ярға.
Һеҙ ҙә шулай үҙәндәрҙән сығып,
Таралдығыҙ төрлө тарафтарға.
Таралдығыҙ!.. Тарҡалдығыҙ шулай.
Баш ҡор ҡалды – һеҙҙең үҙәнегеҙ.
Яландарҙа үҫкән төрлө-төрлө
Сәскә кеүек ерҙе биҙәнегеҙ.
Һәм...
Сәмреғош ҡанаттарын йәйҙе,
Ил тәненә батты тырнаҡтары.
Майлы ҡалъя көҫәп, ерегеҙгә
Ябырылды төрлө һурнаҡтары.
Ҡыйратылды башҡорт ҡалалары,
Үрт һалынды меңәр ауылдарға...
Сабыйҙарҙы утҡа ташланылар,
Аҡһаҡалдар аҫылдылар дарға...
Мин – ҡаямын!
Хәтерләйем – күпме
Быуаттарҙың янып-һүнгән шәмен.
Эй, башҡорттар, бөгөн Һеҙгә ҡарап,
Тере тарих булып өндәшәмен.
Мин иҫләнем, һеҙҙең бабайҙарҙың
Илде һаҡлап, кереш тартҡан сағын.
Дошмандарҙан ерҙе тапатманы,
Һүндермәне улар рух усағын.
Рухи усаҡ – Аллаһ биргән ҡөҙрәт,
Бөтә көстәрҙән дә юғары ул!
Мәңгелеккә ҡалҡан булып торор
Башҡорт рухы – башҡорт диуары ул!
Онотмағыҙ, улдар, ошо хаҡта,
Онотһағыҙ, ваҡыт үҙе туҡтар.
Батырҙарҙың аманаты булып,
Күкрәгемдә минең ята уҡтар.
Башҡорт төҫө бында, башҡорт еҫе –
Ҡайһы тарафҡа ла күҙ һалһағыҙ!
Таштарыма башҡорт өнө һеңгән,
Мәмерйәмдә – Һеҙҙең ҡултамғағыҙ!
Читайте нас: