Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Июнь 2021, 08:48

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Азат Абдуллинға 90 йәш

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, драматург, прозаик, публицист Азат АБДУЛЛИН бөгөн күркәм юбилейын билдәләй. Азат Хаммат улына оҙон ғүмер, ҡаҡшамаҫ сәләмәтлек, уңыштар теләйбеҙ!

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, драматург, прозаик, публицист Азат Абдуллин 1931 йылдың 26 июнендә Ейәнсура районы Башҡорт Үргене ауылында тыуған. Үҙ ауылында урта мәктәпте тамамлағандан һуң, ул ошонда уҡ тәрбиә-уҡытыу эшендә ҡала. Һуңыраҡ, 1949-1953 йылдарҙа, Башҡорт дәүләт педагогия институтының тарих факультетында уҡый. Унан Мәскәүҙәге А.М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институтына аспирантураға инә. Уҡыуын тамамлағас, ҡайтып, 1957-1958 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында эшләй ҙә кире Мәскәүгә китә, әҙәби ижад менән шөғөлләнә.
Әҙәбиәткә А. Абдуллин драматургия аша инә. Автор ХХ быуаттың 30-сы йылдарында үҙенең тыуған яҡтарында зоотехник булып эшләгән шағир Сергей Чекмаревтың тормош һәм ижад юлын өйрәнеп, 1963 йылда «Онотма мине, ҡояш!» тигән пьесаһын яҙа. Был пьеса буйынса эшләнгән спектаклдәр Башҡорт дәүләт академия театры һәм илебеҙҙең бүтән театрҙарында ла ҡуйыла.
ХХ быуаттың 70-се йылдарында «Ун өсөнсө председатель» пьесаһы Азат Хаммат улына донъя кимәлендә билдәлелек алып килә. Йәмғиәт тормошондағы тәрән ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы сағылдырған әҫәр тәүге тапҡыр Евгений Вахтангов исемендәге театрҙа ҡуйыла. Төп ролде Василий Лановой башҡара. Артабан ул илдең йөҙҙән ашыу театрында, шулай уҡ Болгарияла, Чехославакияла, Румынияла, АҠШ-да ҙур уңыш менән бара. Автор «Һуңғы уҙаман» (1986; яңы редакцияһы «Һағыш йылғаһы») исеме аҫтында был драманың дауамын яҙа. 2004 йылда Азат Абдуллиндың Рудольф Нуриев тормошона арналған «Раббым баҡсаһы» пьесаһы буйынса Роман Виктюк театрында спектакль ҡуйыла.
Азат Абдуллин бөтә ил күләмендәге һәм республиканың матбуғат биттәрендә көнүҙәк мәсьәләләр буйынса үткер публицистик мәҡәләләр менән сығыш яһай. Проза өлкәһендәге «Аҡ һөт», «Ҡыҙыл ысыҡ» тигән повестары менән дә уҡыусыларға ул яҡшы таныш.
Ижади уңыштары өсөн Азат Хаммат улы Абдуллин Сергей Чекмарев исемендәге премия (1983) «Почет Билдәһе» ордены (1984) менән бүләкләнде, ә 2014 йылда «Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Читайте нас: