Бер Африка короленең бала саҡтан бергә уйнап үҫкән яҡын дуҫы булған. Ул кешенең яҡшы йә насар ваҡиғаларға тарыған һәр осраҡта ла ҡабатларға яратҡан бер һүҙе бар икән: “Был бик һәйбәт булды!”
Бер ваҡыт улар һунарға сыҡҡан һәм, һәр ваҡыттағыса, дуҫы уға ҡоралын яһап биреп тора икән. Күрәһең, бер мылтыҡты яһағанда ул ниндәйҙер хата ебәргән – көбәкте алдан нығыраҡ төйгәндер – король атҡан ыңғайға яһау артҡа атылған һәм королдең баш бармағын өҙгән. Килеп тыуған хәлдең айышына төшөнөр-төшөнмәҫтән, дуҫы ғәҙәте буйынса: “Был бик яҡшы булды!” – тип ысҡындырған. Король, әлбиттә, сығырынан сыҡҡан. Дуҫын төрмәгә ултыртырға бойорған.
Күпмелер ваҡыттан һуң король үҙенең ярҙамсылары менән тағы ла һунарға юлланған. Бәхетһеҙлеккә күрә, уларҙың барыһын да каннибалдар – кеше ашаусылар – тотоп алған. Ҡарурман араһына, үҙҙәренең ауылдарына алып килгәндәр. Усаҡ әҙерләнгән, олоғара ҡаҙан аҫылған. Һәм бына “табыштарын” ентекләп йыуырға тотонғандар. Кемеһелер королдең баш бармағы юҡлығын шәйләп ҡалған, үҙҙәренең инаныуҙары буйынса зәғиф кешеләрҙе ашамаған был ҡәбилә. Королде ҡайтарып ебәргәндәр.
Ҡайтып барышлай ул бармағын юғалтыу ваҡиғаһын иҫкә төшөргән. Шул ваҡыттағы үҙенең ҡылығын хәтерләп уңайһыҙланған һәм тура төрмәгә, дуҫы янына ашыҡҡан.
- Һин теге ваҡыт хаҡ һүҙ әйткәнһең, – тигән король дуҫына, – минең бармаҡһыҙ ҡалыуым, ысынлап та, бик яҡшы булған бит.
Түкмәй-сәсмәй әле генә үҙе менән булған хәлдәрҙе һөйләп биргән.
- Мин бик насар эшләгәнмен һине төрмәгә ултыртып, ай, насар эшләгәнмен.
- Юҡ, – тигән дуҫы, – был бик яҡшы булды әле.
- Нимә һөйләйһең һин, иң яҡын дуҫымды бер йыл төрмәлә тоттом, шул яҡшы буламы?!
- Әгәр ҙә мине төрмәгә ултыртмаған булһаң, бөгөнгө һунарыңда мин бит һинең менән бергә булыр инем... Әлеге мәлдә каннибалдар ҡаҙанында ятыр инем.
(Рәйес Түләк яҙмаларынан).