Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июнь 2021, 11:00

Гөлнур Яҡупова

Талантлы яҙыусыбыҙ Гөлнур Яҡупова бөгөн күркәм ғүмер байрамын билдәләй. Уҡыусылар тарафынан яратып ҡабул ителгән әҙибәбеҙ әле лә яңынан-яңы әҫәрҙәре менән һөйөндөрөп тора.Гөлнур Миҙхәт ҡыҙына оҙон ғүмер, ҡаҡшамаҫ сәләмәтлек, ижад уңыштары теләйбеҙ!

Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы Яҡупова 1948 йылдың 24 июнендә Башҡортостандың Ғафури районы Сәйетбаба ауылында тыуған. Салауат педагогия училищеһын, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын Ғафури районының «Йондоҙ» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр вазифаһында башлай, артабан мөхәррир урынбаҫары була. 1986 йылдан «Башҡортостан ҡыҙы» журналында эшләй. 1990 йылдан —«Ағиҙел» журналының яуаплы сәркәтибе, 2003—2008 йылдарҙа — баҫманың мөхәррире.
Әҙәби ижад һуҡмағына иртә аяҡ баҫа, журналист ҡәләмен дә ташламай. Шиғырҙары 1964—65 йылдарҙа уҡ «Ленинсе», «Совет Башҡортостаны» гәзиттәрендә баҫыла башлай. Яҙыусы һөнәренә ныҡлап тотоноуы XX быуаттың 80-се йылдарына тура килә. «Йәш көстәр» (1982, 1984) альманахында тәүге шиғри шәлкемдәре донъя күрә. 1989 йылда «Нағыш» исемле китабы нәшер ителә. «Автограф» (1992) тигән йыйынтығы әҙип ҡәләменең көсөн һәм һәләтен ныҡлап иҫбатлай, уның ижадына һәр тарафтан ҡыҙыҡһыныу арта. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим: «...Тел бәҫен тота белеү, сама тойғоһо, фекер асыҡлығы, сағыу буяуҙар — бөтәһе лә өлгөргән талант хаҡында һөйләй...», — тигән баһа биреп, йәш шағирға Яҙыусылар берлеге ағзалығына фатиха бирә.
«Мөхәббәткә мәҙхиә» (1996), «Йөрәк хаты» (1998), «Әҙәм вә Һауа» (2008) исемле тос йөкмәткеле китаптары шиғриәт майҙанында һынатманы, Гөлнур Яҡупованы үҙ йөҙө, үҙ стиле булған, фекер һәм хис гармонияһына өлгәшкән шағир итеп танытты.
Уҡытыусы белеменә эйә авторҙың балалар әҙәбиәтендә лә хеҙмәттәре бар, кескәйҙәр өсөн ул «Ярғанат» (1993), «Ғәжәп хәбәр» (1995) тигән ҡыҙыҡлы һәм фәһемле китаптар яҙҙы. Ә инде «Башҡортостандың Ҡыҙыл китабы» фәнни баҫмаһынан сығып ижад ителгән «Ҡыҙыл китап аманаты» (2004, 2006) исемле ике томлыҡтың, унда ингән хикәйәләр, әкиәттәр, йомаҡтар һәм шиғырҙар аша еткерелгән, нәфис әҙәбиәт теле менән һеңдерелгән тәрбиәүи нотоҡтоң әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Башҡортостан Мәғариф министрлығының был баҫманы 2010 йылда мәктәптәр өсөн махсус нәшер итеүе лә быға дәлил.
Гөлнур Яҡупованың ижадында көтөлмәгән күренештәр булғылап тора. Мәҫәлән, үҙенең «Төш юрау китабы» (1998) менән дә аптыратты һәм ҡыуандырҙы ул уҡыусыларын. Ғәмәлдә был — заманса асҡыстар менән асылған, үҙ халҡыбыҙҙың йәшәйешен, ғөрөф-ғәҙәттәрен күҙҙә тотоп ҡоролған, башҡортса тәүге тәҡбирнамә.
Башҡорт шиғриәтендә үҙ урынын яулаған, абруйлы исеме булған Гөлнур Яҡупова ҡәләмен сәсмә әҫәр яҙып та һынамаҡ булды бер мәл. Һәм «Йыртҡыс ҡаны» (2003) тип аталған беренсе проза йыйынтығы менән үк уҡыусыларҙың күңелен яуланы. Татарстан китап нәшриәтендә лә донъя күрҙе был китаптағы повестар («Ерткыч каны», 2011).
Тел байлығы, образлы һүрәтләү маһирлығы, мауыҡтырғыс сюжеттар ҡороу һәләте Гөлнур Яҡупованың прозаһына тәм һәм ғәм бирә, уҡымлы итә. Һуңғы араларҙа әҙибә өс романдан торған «Ҡатындар» исемле трилогия ижад итте.
Был трилогия "Ҡыҙ бала", "Бер һөйгәнем өсөн", "Кесе йыһан – Оло йыһан" романдарынан тора. Трилогияһында яҙыусы ҡатын-ҡыҙҙар тормошон тотош ил-ҡәүем, ил яҙмышы, үҙе йәшәгән мәле һәм боронғо тарихтарға ялғап, сикһеҙ Йыһан менән бәйләндереп, фәлсәфәүи тәрән һығымталар яһаған. "Ҡатындар" трилогияһы – илебеҙҙең, халҡыбыҙҙың, уның айырым вәкилдәренең ХХ быуаттағы үткән юлын, ХХI быуатҡа аяҡ баҫҡандағы сағыу тормошон эҙмә-эҙлекле күрһәтә алған, эпик һулышлы әҙәби панорамаға әйләнгән әҫәр. Трилогияның теле – зауыҡлы, нәфис, ситуацияға ярашлы, сюжет һыҙығына урынлы. Ул китап уҡыусыларҙа яҡтылыҡ, сафлыҡ, матурлыҡ тыуҙырыусы, юғары зауыҡ тәрбиәләүсе тел. Гөлнур Яҡупованың китабы тормошсан, ҙур ышандырыу көсөнә эйә, сөнки унда энциклопедик характерҙағы көнкүреш, сәнғәт, мөхәббәт, сәйәси, хәрби, мәғариф, медицина, география, тарих, экология һәм башҡа өлкәләргә ҡараған материалдар китап геройҙарының тормош картиналары менән органик бәйләнештә бирелгән. Шулай уҡ был трилогияла үҙҙәре айырым хикәйәттәр, повестар булырлыҡ тарихтар һүрәтләнгән. Көнкүрештең атрибуттары яҙыусы әҫәрендә бөтә илдең, халыҡтың нисек йәшәүен күрһәтеүсе әҫәр. Ул атрибуттар әҫәрҙе байытып, яҙыусының маһирлығын дәлилләүсе бер күренеш булып тора.
Гөлнур Яҡупова уҡыусыларҙың ҙур һөйөүен яулаған мауыҡтырғыс хикәйәләү оҫтаһы, хис һәм аҡыл эйәһе. Уның был тормошсан, халыҡсан трилогияһы ҡуйы һутлы, матур, шуға күрә уны Башҡортостанда ғына түгел, ә унан ситтәге төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ, күрше Татарстан халҡы ла уҡыған һайын йышыраҡ уҡый, яҙыусыны был трилогияның дауамын яҙыуҙы һорайҙар. Һуңғы өс йыл эсендә яҙыусының "Ҡыҙыл китап аманаты" китабы рус телендә "Заветы Красной книги" тигән исемдә, ә трилогияһының беренсе томы "Ҡыҙ бала" "Бельские просторы" журналында "Девчоночка" исемендә тәржемә ителеп сыҡты. Хәҙерге көндә Республикабыҙҙың төрлө гәзиттәрендә шағир үҙенең шиғырҙарын яҙып сыға, ижадының тағы ла бер төрөнөң йүнәлеше булған тәржемәселекте лә онотмай.
Кесе һәм урта йәштәге мәктәп балалары өсөн тәғәйенләнгән әкиәттәр, хикәйәләр, шиғыр һәм йомаҡтар тупланып, «Китап» нәшриәтендә донъя күргән «Тылсымлы ҡәләм» йыйынтығы өсөн 2020 йылдың ғинуарында Гөлнур Яҡупова Башҡортостан Республикаһының Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды.
Читайте нас: