Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Июнь 2021, 09:30

Әсир

6-сы киҫәк Салауат ӘБҮЗӘРӘСИРПовесть* * *Мөхәббәт тигәндәре ниңә төндө ярата икән? Хоҙай ғашиҡ йәндәрҙе сит-ят күҙҙәрҙән ҡара шаршау ябып ҡурсалай микән әллә? Бына, Шамил да ер йөҙөн төн япҡанын түҙемһеҙлек менән көтә. Уның өсөн хәҙер көндөң осо-ҡырыйы юҡ, йәнде көйҙөрөп, юрамал һымаҡ ҡояшы ла байымай ҙа байымай.Уф, саҡ көтөп алды был минутты Шамил. Көнө буйына ҡайнар нур һибеп йонсоған ҡояш, әллә арыуынан ҡып-ҡыҙыл булып, ҡая артына етеп тәгәрәне. Шунда Шамил кемдеңдер бер шиғырын иҫенә төшөрҙө. Уны гәзиттә уҡығайны, шикелле, күңеленә ятты ла ҡуйҙы.Көн буйына эленеп торғанҠояш ҡыҙарып беште.Беште лә ул, тау артынаӨҙөлөп барып төштө. Төн ҡараһы япты Ерҙе, –Аҙашып юғалмалы.Ғашиҡтар сыҡты урамға,Эҙләп ошо алманы…Ҡыҙыҡ инде, был шиғырҙы яҙған кеше Шамилдың хистәрен ҡағыҙға төшөргән дә ҡуйған. Үҙе лә, Шамил кеүек, шул татлы алманы төндәр буйы эҙләгәндер әле. Эҙләгәндер!.. Юғиһә, былай тип яҙа алмаҫ ине!Шамил, урам ситендә үҫкән ҡарт ҡайын ағасына ышыҡланып, һөйгәнен көтә. Хәҙер!.. Хәҙер уның Шәүрәһе килеп сығыр!Шығырлап ҡапҡа асылды. Ул!.. Эйе, ул!.. Шамилдың йөрәге дарҫлап тибергә тотондо. Шәүрә, биленә тиклем төшөп торған ҡуйы толомон һирәк-мирәк иҫеп ҡуйған йылы елдә елпетеп, күбәләк шикелле осоп килде егет янына. Улар байтаҡтан инде ошо ҡайын төбөндә осрашалар ҙа, ауыл эргәһендәге Ҡолама тауына менәләр. Яланғас тау битләүендә рәхәт! Өҫтәрәк урман йәйрәп китә, унан төнгө ҡоштарҙың сутылдашҡаны ишетелә. Бер-береһенә һыйынышып ултыра ғашиҡтар. Шәүрәнең толомонан ағылған баш әйләндергес татлы еҫ Шамилдың танауын рәхәт ҡытыҡлай. Мөхәббәт еҫе шулай булалыр ул! Ошо еҫтән егеттең тәне семерҙәп китә. Эх, ошо толомдарға йөҙөн ҡаплап, ғүмер буйы ултырырға ла риза булыр ине Шамил. Ләкин уларға ҡағылырға ҡыймай – иңдәренә ҡунған мөхәббәт ҡошон өркөтөүҙән ҡурҡа.Һөйгәненең еңелсә генә дерелдәгәнен тойҙо Шамил:– Шәүрәкәй, әллә өшөйһөңмө? – тине, тауышы ҡалтыранып сыҡты уның.– Юҡсы, – хатта төн ҡаплай алмаған аҡ йөҙөн егеткә бороп, йылмайып ҡуйҙы ҡыҙ.И-и, Шәүрәнең ошо йылмайыуы! Аҡылдан яҙҙыра инде Шамилды! Ә күҙҙәре!.. Күҙҙәре һуң!.. Шул төпһөҙлөк егеттең йәнен үҙенә убып алыр кеүек!..Эх, төн ниңә ҡыҫҡа икән?!. * * *Сәй өҫтәле артында һүҙ ҡуҙғатты Сәкинә:– Мынау, күрше Ғәлиәне әйтәмсе, этегеҙ ҡош-ҡортҡа ҡуйған емде ашай, тисе. Кит, кешенән сей эҙләргә генә тора шулар. Ат тотоп, кулак ише булып алдылар ҙа, донъяға һыймайҙар. Закун да юҡ, шурт та юҡ уларға…Күршеләре Ғәлимә менән Сәлмән хаҡында әсәһенең тоҙло-боросло һүҙҙәрен көн дә тигеләй ишетеп үҫте Мәхмүт. Бала сағында иғтибар итмәгән һымаҡ ине, тора-бара уға күршеләре әллә ниндәй әшәке зат булып күренә башланы. Күңеленә һеңә барған ошо уй, эт эсәге кеүек тамыр ебәреп, уның йөрәген сырмап алды.– Күрһәтермен әле мин уларға кулакты!.. – тине Мәхмүт, тос йоҙороғон өҫтәлгә ҡуйып.– Ҡуй, кеше менән булып йөрөмә, – тип һүҙ ҡыҫтырҙы Зәлифә. Ғәлимә апай менән ул, йыш уҡ булмаһа ла, аралашып тора, өйөнә инеп, сәй эсеп сыҡҡаны ла бар. Әлләсе, кулак тип әйтерлек бер ниндәй мал-мөлкәте юҡ таһа уларҙың. Шул бер ат менән бер һыйыр аҫырайҙар, ике-өс баш һарыҡ тоталар. Ауылда ни, уларға ҡарағанда хәлле йәшәгәндәр буйтым. Хәйер, хәҙер кеше “кулак” тигән һүҙҙе лә онотоп бара инде.– Һе!.. – Бисәһенә ҡырын күҙ менән ҡарап, ауыҙ эсенән мығырҙаны Мәхмүт. – Шуларҙы кеше итеп…Зәлифә ҡаршы өндәшмәне, иренең енләнеп китеүенән шөрләне. Бер ҡыҙып китһә, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй уның. Белә Зәлифә: ауылда хәҙер бала-сағаны ла, ана, Мөкөй килә, тип ҡурҡыталар. Мәхмүткә халыҡ “Мөкөй” тигән ҡушамат таҡҡан. Уныһы нимә аңлаталыр, эт белһен. Мәхмүт көтөүсе саҡта бер һөйләшмәҫ кеше ине, коммунислыҡҡа алып, бригадир иткәс, ҡоторҙо ла китте. Унан уҫал кеше юҡ. Теге саҡта ни, анау, түбән оста йәшәгән Барыйҙы, нишләп эшкә сыҡмай эсеп йөрөйһөң, тип Еҙем буында һыу эскеһеҙ итеп сыбыртҡы менән ярған. Уныһы, бахыр, әллә ай буйы өйөндә һыҙлашып, мин ул Мөкөйҙө судҡа бирәм, төрмәлә башын серетәм, тип үкереп ятты. Яраһы бөтәшеп, аяҡҡа баҫҡайны, судын да, төрмәһен дә онотто. “Ауырыған саҡта рәхәт ине әле, йәлләп, ҡойоп бирҙеләр. Хәҙер инәлһәң дә ҡуҡыш ҡына күрһәтәләр”, – тип һөйләнеп йөрөгән имеш. Эшкә барымы булмаһа ла, эсеүгә арыу ул. Ирҙәр менән бәхәсләшеп, ике шешә араҡыны тын да алмай ауыҙына ҡойған сағын әле лә мәрәкә итеп һөйләйҙәр. Шулай ҙа, сыбыртҡы эләккәс, Барыйҙың күте баҫылды, урам буйлап иҫереп йөрөмәй, Мәхмүтте күрһә, әллә ҡайҙан урап үтеү яғын ҡарай.Мәхмүт тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға булды. Былай ҙа ҡырыҫ йөҙөн йәмһеҙләп, ирене ҡымтылды, тештәрен шығырҙатып алды. Касаһындағы сәйҙе лә эсеп бөтмәй, урынынан ҡалҡынды ул. Ҡәҙерле дуҫтар! Повесты тулыһынса “Ағиҙел” журналының алдағы һандарында уҡырһығыҙ. Иң мөһиме: журналға яҙылырға онотмағыҙ! Һеҙҙе мауыҡтырғыс әҫәрҙәр көтә!

6-сы киҫәк
Салауат ӘБҮЗӘР
ӘСИР
Повесть
* * *
Мөхәббәт тигәндәре ниңә төндө ярата икән? Хоҙай ғашиҡ йәндәрҙе сит-ят күҙҙәрҙән ҡара шаршау ябып ҡурсалай микән әллә? Бына, Шамил да ер йөҙөн төн япҡанын түҙемһеҙлек менән көтә. Уның өсөн хәҙер көндөң осо-ҡырыйы юҡ, йәнде көйҙөрөп, юрамал һымаҡ ҡояшы ла байымай ҙа байымай.
Уф, саҡ көтөп алды был минутты Шамил. Көнө буйына ҡайнар нур һибеп йонсоған ҡояш, әллә арыуынан ҡып-ҡыҙыл булып, ҡая артына етеп тәгәрәне. Шунда Шамил кемдеңдер бер шиғырын иҫенә төшөрҙө. Уны гәзиттә уҡығайны, шикелле, күңеленә ятты ла ҡуйҙы.
Көн буйына эленеп торған
Ҡояш ҡыҙарып беште.
Беште лә ул, тау артына
Өҙөлөп барып төштө.
Төн ҡараһы япты Ерҙе, –
Аҙашып юғалмалы.
Ғашиҡтар сыҡты урамға,
Эҙләп ошо алманы…
Ҡыҙыҡ инде, был шиғырҙы яҙған кеше Шамилдың хистәрен ҡағыҙға төшөргән дә ҡуйған. Үҙе лә, Шамил кеүек, шул татлы алманы төндәр буйы эҙләгәндер әле. Эҙләгәндер!.. Юғиһә, былай тип яҙа алмаҫ ине!
Шамил, урам ситендә үҫкән ҡарт ҡайын ағасына ышыҡланып, һөйгәнен көтә. Хәҙер!.. Хәҙер уның Шәүрәһе килеп сығыр!
Шығырлап ҡапҡа асылды. Ул!.. Эйе, ул!.. Шамилдың йөрәге дарҫлап тибергә тотондо. Шәүрә, биленә тиклем төшөп торған ҡуйы толомон һирәк-мирәк иҫеп ҡуйған йылы елдә елпетеп, күбәләк шикелле осоп килде егет янына. Улар байтаҡтан инде ошо ҡайын төбөндә осрашалар ҙа, ауыл эргәһендәге Ҡолама тауына менәләр. Яланғас тау битләүендә рәхәт! Өҫтәрәк урман йәйрәп китә, унан төнгө ҡоштарҙың сутылдашҡаны ишетелә. Бер-береһенә һыйынышып ултыра ғашиҡтар. Шәүрәнең толомонан ағылған баш әйләндергес татлы еҫ Шамилдың танауын рәхәт ҡытыҡлай. Мөхәббәт еҫе шулай булалыр ул! Ошо еҫтән егеттең тәне семерҙәп китә. Эх, ошо толомдарға йөҙөн ҡаплап, ғүмер буйы ултырырға ла риза булыр ине Шамил. Ләкин уларға ҡағылырға ҡыймай – иңдәренә ҡунған мөхәббәт ҡошон өркөтөүҙән ҡурҡа.
Һөйгәненең еңелсә генә дерелдәгәнен тойҙо Шамил:
– Шәүрәкәй, әллә өшөйһөңмө? – тине, тауышы ҡалтыранып сыҡты уның.
– Юҡсы, – хатта төн ҡаплай алмаған аҡ йөҙөн егеткә бороп, йылмайып ҡуйҙы ҡыҙ.
И-и, Шәүрәнең ошо йылмайыуы! Аҡылдан яҙҙыра инде Шамилды! Ә күҙҙәре!.. Күҙҙәре һуң!.. Шул төпһөҙлөк егеттең йәнен үҙенә убып алыр кеүек!..
Эх, төн ниңә ҡыҫҡа икән?!.
* * *
Сәй өҫтәле артында һүҙ ҡуҙғатты Сәкинә:
– Мынау, күрше Ғәлиәне әйтәмсе, этегеҙ ҡош-ҡортҡа ҡуйған емде ашай, тисе. Кит, кешенән сей эҙләргә генә тора шулар. Ат тотоп, кулак ише булып алдылар ҙа, донъяға һыймайҙар. Закун да юҡ, шурт та юҡ уларға…
Күршеләре Ғәлимә менән Сәлмән хаҡында әсәһенең тоҙло-боросло һүҙҙәрен көн дә тигеләй ишетеп үҫте Мәхмүт. Бала сағында иғтибар итмәгән һымаҡ ине, тора-бара уға күршеләре әллә ниндәй әшәке зат булып күренә башланы. Күңеленә һеңә барған ошо уй, эт эсәге кеүек тамыр ебәреп, уның йөрәген сырмап алды.
– Күрһәтермен әле мин уларға кулакты!.. – тине Мәхмүт, тос йоҙороғон өҫтәлгә ҡуйып.
– Ҡуй, кеше менән булып йөрөмә, – тип һүҙ ҡыҫтырҙы Зәлифә. Ғәлимә апай менән ул, йыш уҡ булмаһа ла, аралашып тора, өйөнә инеп, сәй эсеп сыҡҡаны ла бар. Әлләсе, кулак тип әйтерлек бер ниндәй мал-мөлкәте юҡ таһа уларҙың. Шул бер ат менән бер һыйыр аҫырайҙар, ике-өс баш һарыҡ тоталар. Ауылда ни, уларға ҡарағанда хәлле йәшәгәндәр буйтым. Хәйер, хәҙер кеше “кулак” тигән һүҙҙе лә онотоп бара инде.
– Һе!.. – Бисәһенә ҡырын күҙ менән ҡарап, ауыҙ эсенән мығырҙаны Мәхмүт. – Шуларҙы кеше итеп…
Зәлифә ҡаршы өндәшмәне, иренең енләнеп китеүенән шөрләне. Бер ҡыҙып китһә, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй уның. Белә Зәлифә: ауылда хәҙер бала-сағаны ла, ана, Мөкөй килә, тип ҡурҡыталар. Мәхмүткә халыҡ “Мөкөй” тигән ҡушамат таҡҡан. Уныһы нимә аңлаталыр, эт белһен. Мәхмүт көтөүсе саҡта бер һөйләшмәҫ кеше ине, коммунислыҡҡа алып, бригадир иткәс, ҡоторҙо ла китте. Унан уҫал кеше юҡ. Теге саҡта ни, анау, түбән оста йәшәгән Барыйҙы, нишләп эшкә сыҡмай эсеп йөрөйһөң, тип Еҙем буында һыу эскеһеҙ итеп сыбыртҡы менән ярған. Уныһы, бахыр, әллә ай буйы өйөндә һыҙлашып, мин ул Мөкөйҙө судҡа бирәм, төрмәлә башын серетәм, тип үкереп ятты. Яраһы бөтәшеп, аяҡҡа баҫҡайны, судын да, төрмәһен дә онотто. “Ауырыған саҡта рәхәт ине әле, йәлләп, ҡойоп бирҙеләр. Хәҙер инәлһәң дә ҡуҡыш ҡына күрһәтәләр”, – тип һөйләнеп йөрөгән имеш. Эшкә барымы булмаһа ла, эсеүгә арыу ул. Ирҙәр менән бәхәсләшеп, ике шешә араҡыны тын да алмай ауыҙына ҡойған сағын әле лә мәрәкә итеп һөйләйҙәр. Шулай ҙа, сыбыртҡы эләккәс, Барыйҙың күте баҫылды, урам буйлап иҫереп йөрөмәй, Мәхмүтте күрһә, әллә ҡайҙан урап үтеү яғын ҡарай.
Мәхмүт тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға булды. Былай ҙа ҡырыҫ йөҙөн йәмһеҙләп, ирене ҡымтылды, тештәрен шығырҙатып алды. Касаһындағы сәйҙе лә эсеп бөтмәй, урынынан ҡалҡынды ул.
Ҡәҙерле дуҫтар! Повесты тулыһынса “Ағиҙел” журналының алдағы һандарында уҡырһығыҙ. Иң мөһиме: журналға яҙылырға онотмағыҙ! Һеҙҙе мауыҡтырғыс әҫәрҙәр көтә!
Читайте нас: