– Ҡороғор!.. Ләғнәт төшкөрө нәмә булды лаһа!.. – Ҡош-ҡортон ҡараштырып йөрөгән Ғәлиә ҡапҡанан ингән хәрби кейемдәге кешене күреп, сырамытырға теләгәндәй, күҙҙәрен ҡыҫа биреп уға текләне.
– Һаумыһығыҙ, апай! – тине хәрби, йөҙөнә йылмайыу һыҙаттары сығарып.
– Арыубыҙ әле, улым. Аллаға шөкөр!
Бер ҙә таныш кешегә оҡшамағансы. Кем булды һуң әле был?
– Апай, Сәлмән Шәйхетдинович ошо йортта йәшәй тигәйнеләр...
– Ул ни... – Ғәлиә өй ишегенә күҙ һирпеп алды. – Үҙең кем булаһың һуң, туғанҡайым? Беҙҙең яҡ кешеһе тиһәм...
– Военкоматтан мин, апай. Лейтенант Таһиров. Миңә Сәлмән Шәйхетдинович кәрәк ине. Өйҙәлер бит?
– Вайынкомдан?! – Ғәлиә ниндәйҙер шомло хәбәр ишеткәндәй, сырайын һытты. – Эй, илаһым! Ошосор төшөм буталып бер була ине... Йә, хоҙай, үҙең арала!..
Нимәгәлер бошоноп һөйләнгән ҡатынды аңламаны лейтенант.
– Ә-ә, юҡ, юҡ... Анау, күршеләрҙең этен әйтәм... Ҡороғор! Ҡош-ҡортҡа ем ҡуйыр аҡыл юҡ, килеп ашай ҙа китә, ашай ҙа китә... Ғөтдәһен ашағыр! Нимә тип бәйләп ҡуймайҙар шуны...
Ауыл артында ғына йәйрәп ултырған текә ҡаянан күҙәрен алмаған лейтенант баш сайҡап ҡуйҙы. Байтаҡ ер гиҙергә, күпме тау-таштарға һоҡланып торорға тура килде уға, ләкин бындай ҡаяны беренсе тапҡыр күреүе, буғай. Донъяның аяуһыҙ ел-дауылдары тәрән һырҙар һалған ҡая йөҙөнән ниндәйҙер баш бирмәҫ ғорурлыҡ, хатта ҡырыҫлыҡ бөркөлгәндәй.
Ғәлиә ҡапыл өтәләнергә кереште.
– Аһ, аһ!.. Эй, баш!.. Нишләп һине һүҙгә әүрәтеп торам әле. Ҡана, самауыр ҡуя һалайым...
– Рәхмәт, апай! Мин оҙаҡҡа түгел, машина көтә. Сәлмән Шәйхетдиновичты күрәм дә…
Ғәлиәнең йөрәген шом биләне, өмөт ҡатыш ғазап шәүләһе яғылған күҙҙәрен хәрбигә төбәне.
– Бер-бер хәл булдымы әллә, балаҡай?
– Бер ни ҙә юҡ. Уның менән һөйләшергә кәрәк. Шул ғына, – тине лейтенант, ниңәлер сабырлығын юя барған апайҙы тынысландырырға теләп.
– Эй, хоҙайым! Башын ашайҙар инде…
Ғәлиә терт итеп ҡалғандай булды:
– Ә?! Cәлмәнде әйтәм... Башы ауыртып тора ине, тим... Әллә бимазалап тормайһыңмы, туғаным?
– Борсолмағыҙ, йонсотмам уны. Ҡайһы бер нәмәләрҙе асыҡлап, яҙып алырға ине, – тип лейтенант ҡулындағы папкаһын һелкеп ҡуйҙы.
– Яҙып алырға?! – Был хәбәр Ғәлиәгә аяҙ күктә ялтлаған йәшен кеүек тәьҫир итте. – Бөтмәҫ яҙыу булды... Элек теңкәне ҡоротоуҙары етмәгән... Тағы ниндәй ғәйебен таптығыҙ?!.
Тик томалдан асыуы ҡабара башлаған апайға аптырап ҡараны лейтенант. Уның ауыҙынан кеше рәнйетерлек насар һүҙ сыҡманы лабаһа! Үҙен уңайһыҙ хәлдә тойоп, нимә әйтергә белмәй аҙапланды.
– Бисәкәй, күрмәнеңме шул ҡайраҡты? Ошонда ғына ҡуйғандай инем. – һөйләнә-һөйләнә өйҙән сыҡҡан ир, ят ҡунаҡты шәйләп, баш ҡағып иҫәнләште.
– Һаумыһығыҙ! – лейтенант Таһировҡа йән инеп, ағайға ҡул һуҙҙы. – Сәлмән Шәйхетдинович һеҙ булаһығыҙмы?
– Эйе, – тине ағай ҡоро ғына, ҡаты һәм ҡытыршы усы менән лейтенанттың йомшаҡ ҡулын ҡыҫып.
– Мин Айҙар Таһиров булам. Военкоматтан.
Күрешкән арала лейтенанттың мейеһен бер уй телде: ағайҙың тәрән һырҙар ятҡан, ҡояшта янған йөҙө нимәһе менәндер ауыл артындағы анау ғорур һәм ҡырыҫ ҡаяға оҡшағандай. Ҡаштары ишелеп төшкән ярым ҡыҫыҡ күҙҙәренә әллә һағыш, әллә ғазап тулған. Күренеп тора, ҡасандыр имәндәй ныҡ кәүҙәле, тос беләкле ир-уҙаман булған ул.
– Хәл-әхүәлдәрегеҙ нисек, Сәлмән Шәйхетдинович? – тине лейтенант тауышына яғымлылыҡ өҫтәп.
– Һе… Шәйхетдинович… – тип ирен сите менән көлөмһөрәп ҡуйҙы Сәлмән. Лейтенанттың уға атаһының исемен ҡушып өндәшеүе сәйер ҙә, ҡыҙыҡ та тойолдо. Ауылда уны Сәләй тип кенә йөрөтәләр, ҡайһы саҡта берәйһе “Сәлмән ағай” тип өндәшһә, миңә әйтәләрме тигәндәй, аптырабыраҡ ҡала хатта. – Шөкөр… Шөкөр әле…
– Һиңә килгәндәр бит, бабай. Эй, хоҙайым!.. – Ғәлиә еүешләнә башлаған күҙҙәрен иренән йәшерҙе. Күңеле һиҙә уның: хәрби кеше тиктәҫкә йөрөмәҫ, Сәлмәненең берәй ғәйебен соҡоп сығарғандарҙыр.
Лейтенант Таһиров ваҡытты һуҙмаҫҡа тырышты, папкаһынан ҡағыҙҙар сығарып:
– Һеҙгә бер нисә һорауым бар ине, Сәлмән Шәйхетдинович, – тине.
– Һорау… – тип ҡабатланы Сәлмән ҡарашын офоҡҡа төбәп. – Һоруҙары бөтмәгәнме ни әле?!.
– Ярай, тип ҡул һелтәне Сәлмән. – Уныһын үҙем дә аңлап етмәйем… Ниндәйерәк һорауҙар икән?
Ғәлиәнең сабырлығы һынды:
– Эйе шул, һуғыш бөтөүенә хан заман, ниндәй һорау һуң ул тағы? – тип дорфа ғына өндәште ул.
Лейтенант ҡағыҙҙарын аҡтарҙы:
Ошо минутта ҡапҡаны шар асып, ярһыған ир килеп инде.
– Шул атығыҙҙы һатығыҙ, йә һуйығыҙ, тип күпме әйтергә була һеҙгә?!.. Тағы баҫыуға төшкән. Мал эйәһенә оҡшай, тип дөрөҫ әйткәндәр.
Был бәндәнән ҡото алынып бөткән Ғәлиә йомшағыраҡ өндәшергә тырышты:
– Ҡуй, юҡты һөйләмә, Мәхмүт туғаным. Нишләп баҫыуға төшһөн ти ул. Әле генә Сәлмән барып, ҡарап ҡайтты бит.
Мәхмүттең ярһыуы баҫылманы:
– Ҡарамай ни!.. Ана, штрафын түләгеҙ ҙә, барып алығыҙ. Колхоз дворында бикле тора. Әйткәнде тыңламаһағыҙ, үҙегеҙгә үпкәләгеҙ, иткә оҙатам. Етте! – Күҙе аларған Мәхмүт лейтенантты шәйләп ҡалды. – Күрмәй ҙә торам, ҡунаҡ бар икән… Һаумыһығыҙ! Мәхмәүт булам. Бригадир!
– Һаумыһығыҙ! Айҙар. Военкоматтан.
– Военкоматтан?! – Мәхмүттең йөҙө яҡтырып киткәндәй булды. Шунан һүҙҙәренә ниндәйҙер мәғәнә һалып, өҫтәп ҡуйҙы. – Күптән кәрәк!..
Лейтенант Таһировтың оҙон-оҙаҡ һүҙ сурытып торорға уйы юҡ ине, ҡушылған бурысын тиҙерәк атҡарыу ниәте менән Сәлмәнгә һорауҙарын бирергә ашыҡты:
– Әйҙә, Сәлмән Шәйхетдинович, дауам итәйек. 1922 йылдың 29 ғинуарында тыуғанһығыҙ. 1941 йылдың июлендә фронтҡа алынғанһығыҙ. 128-се уҡсылар дивизияһы составында Ленинградты обороналауҙа ҡатнашҡанһығыҙ. Дөрөҫ әйтәмме?
Байтаҡ ҡына өндәшмәй, уйҙарға бирелеп торған Сәлмән, ауыр итеп уфтанғандай, һуҙып әйтте:
Быларҙың хәбәрен тыңлап торған Мәхмүт түҙмәне, сыбыртҡы һабы менән итегенә һуғып алды, саҡ һүгенеп ебәреүҙән тыйылып:
– Һе, ниндәй Ленинград?.. Ниндәй оборона?.. Пленник ул! Ниместәрҙә булған. – тине.
Ғәлиә, ғауға-фәлән сығып китмәһен тигәндәй, араларына керергә ашыҡты:
– Эй, аллам!.. Үҙе теләп эләккәндер унда! Әйләнәләр ҙә шуны туғыйҙарсы!.. Әйләнәләр ҙә шуны туғыйҙар!..
Ҡатындың һүҙҙәренә иғтибар итеүсе булманы шикелле. Лейтенант был ауыр хәлдән тиҙерәк сығырға теләп, һорауҙарын биреп ҡалырға тырышты:
– 1943 йылдың авгусында, Синявин ҡалҡыулығын штурмлаған саҡта, пленға эләккәнһегеҙ. Бухенвальд концлагерында әсирлектә булғанһығыҙ… Сәлмән Шәйхетдинович, әллә ишетмәйһегеҙ?
Ғазаплы концлагерь тормошо Сәлмәндең күҙ алдынан үтте, эттәрҙең ҡотороп өрөүе, фашистарҙың аҡырған тауыштары ҡолағында яңғыраны. Бөтә тәне семерҙәп, ҡалтыранып китте хатта.
– Һуң, күпме тапҡыр яҙып алырға була?! Йөҙ тапҡыр ҡабатланым бит инде хәҙер... Эйе, шунда булдым!.. Шунда!.. – тине Сәлмән ярһыуын баҫа алмай.
Ғәлиә ирен ҡурсып маташты:
– Бөтәһен дә тикшереп ҡайтарғандар бит һуң! Тағы нимәһен соҡойһоғоҙ?!.
– Борсолмағыҙ! – тип уларҙы тынысландырырға теләне лейтенант. – Миңә Рәшитов Сәлмән Шәйхетдинович тигән кеше нәҡ улмы, түгелме икәнен асыҡларға ғына ҡушылды. Мәскәүҙән запрос бар. Бер үк исем-фамилиялы кешеләр күп ул. Буталыш булып та ҡуйғылай.
Мәхмүттең ҡолағы ҡарп итеп ҡалды:
– Эйе, асыҡларға ҡушҡандар, – Таһиров ҡағыҙҙарын папкаһына һалды.
Ошо һүҙҙәрҙе ишеткән Мәхмүттең күңелен кинәнес тойғоһо солғап алды:
– Бына бит нисек!.. Беҙ ҡапсыҡта ятмай ул... Тәки осона сыҡҡандар икән...
Таһиров тәү күреүҙән үк оҡшатмағайны үҙен бригадир тигән был бәндәне, донъя кендеге шикелле ҡыланышы асыуын килтерҙе.
– Нимәне әйтәһең, бригадир? – тине ул ҡырыҫ ҡына.
– Нимәне тип ни... Билдәле инде... – Мәхмүт ҡәнәғәт ҡиәфәттә бармағы менән күккә төрттө. – Тегенән асығыраҡ күренә ул...
Ғәлиә күҙ йәштәренә ирек ҡуйыуҙан саҡ тыйылды, яулыҡ осо менән ауыҙын ҡаплап, лейтенантҡа ялбарыулы ҡарашын төбәне:
– Нимәгә һорағандар икән һуң, туғаным?
– Уныһы беҙгә мәғлүм түгел, апай, – Таһиров яурындарын йыйырҙы.
Мәхмүт мәлен ҡулдан ысҡындырманы, төрттөрә һалды:
– Мәскәү бушҡа ҡыҙыҡһынмай инде!..
Айҙар Таһиров эш бөткәнен аңлатып, Сәлмәнгә ҡул һуҙҙы:
– Йә, ярай, Сәлмән Шәйхетдинович, борсоһам, ғәфү итегеҙ! Барыһы ла асыҡланды, буғай. Һораған кеше – һеҙ, тимәк.
Бында ла һүҙ ҡыҫтырып ҡалды Мәхмүт:
Лейтенант уның һүҙҙәренә иғтибар итмәне, ауыл артындағы ҡаяға бер аҙ текләп торғас, Сәлмәнгә боролдо:
– Хушығыҙ, Сәлмән Шәйхетдинович!
Сәлмән бер һүҙ өндәшмәне, баш ҡына ҡаҡты. Уның зиһенен ғазаплы уйҙар кимерә ине был мәлдә. Концлагерҙең ҡот осҡос күренештәре менән әлеге тормошо буталып, күңелен аҡтарып сығарҙы, донъяның аҫты өҫкә килгәндәй тойолдо.
Ғәлиә, ҡунаҡты һыйһыҙ ебәреүен иҫенә төшөрөп, өтәләнергә кереште:
– Аһ, аһ, туғаным, хәҙер самауырым ҡайнап сыға. Сәй эсер инең, исмаһам.
– Рәхмәт, апай. Мин ашығам. Документтарҙы бөгөн үк Мәскәүгә ебәрергә кәрәк, – тип Таһиров папкаһына усы менән һуғып ҡуйҙы.
– Дөрөҫ! – тип йөпләне уны Мәхмүт. – Бындай эште оҙонға һуҙмаҫҡа кәрәк. Юғиһә...
Ҡапҡаға табан атлаған лейтенант, үҙе лә аңғармаҫтан туҡтап, боролоп ҡараны. Ҡарашын алыҫ офоҡҡа төбәп баҫып торған Сәлмәндең сал сәстәрен ел туҙғыта ине.
Мәхмүткә уҡыу эләкмәне, дөрөҫөрәге, үҙе лә мәктәп тип ашҡынып торманы. Һигеҙенсе класты тамамлағансы һөрәлеп йөрөнө-йөрөнө лә, уҡып мулла булмаҫһың, суҡып ҡарға булмаҫһың, тип ҡул һелтәне. Әсәһе Сәкинә апай ҙа, уҡы, тип улын ҡыҫтаманы. Аллаға шөкөр, ҡайһы бер тиҫтерҙәре ише эсеп, тәмәке көйрәтеп, аҙып-туҙып йөрөмәй. Ана, һигеҙенсене тамамлар-тамамламаҫ, тотто ла колхоз малдарын көтөргә ялланды. Ҡайһы бер әсерәк теллеләр, һигеҙ йыл буйы көтөүсегә уҡыныңмы ни, тип көлгән булһалар ҙа, Мәхмүт ыжлап та бирмәне. Ауылда башҡа йүнле эш бармы тағы!? Урман ҡырҡып, йыуан-йыуан бүрәнәләрҙе күтәреп эс төшөргәнсе, мал артынан эйәреп йөрөүгә етәме ни. Шуныһы бар инде: йәй буйына иртәнән кискә тиклем яландан ҡайта белмәйһең. Быныһына ла тиҙ күнекте. Оҙон итеп үҙе ишеп алған сыбыртҡыһын шартлатып ебәрһә, донъялар һелкенеп киткәндәй була…
Шулай мал артынан эйәреп йөрөй торғас, һиҙмәй ҙә ҡалған, өс йыл үтеп тә киткән имеш. Хәйер, әсәһе һүҙ ҡуҙғатмаһа, йылдар ағымын абайламаҫ ине Мәхмүт. Әсәһенең: “Улым, йәшең еткән, күҙле-башлы булырға ваҡыт” – тигәне егеттең күңеленә әсетке булып ятты ла ҡуйҙы. Ысынлап та, дөрөҫ әйтә әсәһе, көндәр мал көтөүе түгел, сыбыртҡы шартлатып ҡына теләгән яҡҡа бороп, йә туҡтатып булмай. Күҙ асып йоморға ла өлгөрмәҫһең, таяғын һөйрәп ҡартлығы ла килеп етер. Ул саҡта яңғыҙ башың менән нишләрһең?! Түшәккә тәгәрәһәң инде, ауыҙыңа һыу ҡойоусы кешеһе лә булмаҫ.
Оҙаҡ уйлап торманы Мәхмүт, тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға кәрәк тип, үҙенән дүрт йәшкә өлкәнерәк, ауылда яңғыҙ әсәһен ҡарап ятҡан Зәлифәне һоратты. Ҡарышып, сығынлап торманы ҡыҙ. Яңғыҙлыҡтан биҙгәндер үҙе лә, ризалығын биреп, иртәгәһенә үк Мәхмүттең йортона күсеп килде. Буйтым егәрле булып сыҡты Зәлифә: ауырыу әсәһен тәрбиәләргә лә, йорт эштәренә лә өлгөрә, бер минут тик торғанын күрмәҫһең. Кем әйтмешләй, баҫҡан ерендә бейеп тора бит ул. Туғыҙ айҙан, өйҙәренә йәм өҫтәп, ҡыҙҙары тыуҙы. Уға Шәүрә тип исем ҡысҡырттылар.
Шулай һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда, Мәхмүттең яҙмышында уйламаған-көтмәгән боролош булды. Ғәҙәттәгесә, оҙон сыбыртҡыһын һөрәтеп, мал-тыуарҙы һыулауға төшөрөп барғанда, юлдан саң борхотоп килгән машинаны шәйләне. Аһ-аһ, был ни колхоздың партком секретары Борхановтың “УАЗ”игы лабаһа. Нишләп йөрөй икән? Мәхмүт үҙ-үҙенә биргән һорауына яуап тоҫмаллаған арала, машина тормоздарын сыйылдатып, уның эргәһенә үк килеп туҡтаны, тәҙрәнән Борхановтың түбәһе ялтас башы күренде:
– Әйҙә, ултыр! – тип бойорҙо партком секретары һаулыҡ һорашып тормаҫтан.
– Нейә? – тип мығырҙаны Мәхмүт, икеләнеп.
– Әйҙә, әйҙә, эш бар. Юлда аңлатырмын.
– Малдар… – тип һүҙ башлағайны Мәхмүт, Борханов шундуҡ бүлдерҙе:
– Хәҙер Тәлғәттең малайы… Теге, кем әле?..
– Эйе, шул малай килеп етә. Йә, ултыра һал, малыңа кишер ҙә булмаҫ. Важный эш көтә.
Мәхмүт кабинаға инер-инмәҫтән машина бер үкерҙе лә, урынынан атылып сығып китте. Борханов, юлда аңлатырмын, тиһә лә, ауыҙына һыу уртлаған кеше шикелле, ләм-мим бер һүҙ өндәшмәне. Мәхмүттең: “Ҡайҙа барабыҙ һуң?” тигән һорауына, “Барғас күрерһең, унда һине райкомдан килгән кеше көтә” тип кенә ҡуйҙы. Райком һүҙен ишеткән Мәхмүттең йөрәге жыу итеп ҡалды, эсе бошоп, мейеһенә төрлө һорауҙар ябырылды: “Ух, блин, ырайкумдан буғас, бустыйға йөрөмәйҙер. Ниндәй гонаһын таптылар икән уның? Теге саҡта көтөүҙән айырылып теңкәһен ҡоротҡан бер һыйырҙы баҫтырып йөрөп сыбыртҡы менән ярғайны, әллә шуны еткерҙеләрме икән?..” Башында ҡымжыған һорауҙарына яуап эҙләгәндәй, Борхановтың машина көҙгөһөндә күренгән мәңге ҡырыҫ йөҙөнә күҙ һирпеп алды. Уның йоп-йоморо, ҡыҙарып торған битенән бер ни ҙә шәйләй алманы.
Машина колхоз идараһы алдына килеп туҡтаны. Партком секретарының кабинетына инделәр. Унда Мәхмүткә таныш булмаған ят кеше өҫтәл артында ҡағыҙҙар аҡтарып ултыра ине.
– Сабирйән Вәлиуллович, бына, – тине Борханов ишектән инеү менән. – Ошо була инде беҙҙең алдынғы көтөүсебеҙ – Мәхмүт… Э-э… Кем… Зарипов.
Ят кеше күҙлеген кейеп, Мәхмүтте баштан-аяҡ һөҙөп сыҡты ла, ҡулын һелкеп, ултырығыҙ, тигән ишара яһаны.
– Тә-әк, иптәш Зарипов, – тип һәр һүҙенә баҫым яһап һөйләй башланы райком кешеһе. – Алдыбыҙҙа ҡаҡшамаҫ коммунистар партияһының сафтарын тағы ла тулыландырыу бурысы тора. Беҙ, оҙаҡ уйлағандан һуң, иптәш Борхановтың тәҡдиме менән, һинең кандидатурға туҡталдыҡ. Тә-әк…
Бер ни аңламай, күҙҙәрен селт-селт йомғолап ултырған Мәхмүт, салырға һөрәкләгән һарыҡ шикелле, үҙе лә аңғармаҫтан аяҡтарын иҙәнгә ныҡ итеп терәне.
Борхановтың сабырһыҙлығы һиҙелеп тора: осаһына шырау ҡаҙалған кеше һымаҡ бер тегеләй, бер былай борғолана, сәғәтенә күҙ һалып алғас:
– Сабирйән Вәлиуллович, оҙаҡҡа һуҙмайыҡтыр ул, тегендә көтәләр… – тине. Борханов ҡунаҡты һыйлау ниәте менән Еҙем ярында табын әҙерләткәйне, шуға сыҙамай.
Райком кешеһе тәҡдимдән баш тартманы:
– Ярай, – тине тамағын ҡырып. – Эш бына нимәлә, иптәш Зарипов, колхоз рәйесе менән партком секретары һине 3-сө бригадаға бригадир вазифаһына тәҡдим итә. Ундай етди бурысты беҙ партия ағзаларына ғына ышанып тапшырабыҙ, ә һин партияла тормайһың. Шуға күрә, һине коммунистар партияһы сафына алырға булдыҡ. – Райком вәкиле бер аҙ уйланып торғас, алдында ятҡан ҡыҙыл тышлы ҡатырғаны асып, ҡул ҡуйҙы. – Владимир Ильич Лениндың кем булыуын беләһеңдер бит?
– Ленин бабайҙымы ни? – Мәхмүт терт итеп ҡалды. Белә ул Ленинды. Башланғыс кластарҙа уҡығанда өҙлөкһөҙ уның исемен ҡабатланылар, йырҙар йырлаттылар. Бер йырҙың һүҙҙәре, бысаҡ менән ҡырһаң да бөтмәҫлек булып, әле лә хәтерендә һаҡлана.
– Ленин – һөйөклө атабыҙ, ул һәр саҡ беҙҙең менән, – тине Мәхмүт райком кешеһенең күҙҙәренә ҡарап. Тегенеһе йылмайып ҡуйҙы, шунан:
– Яраған, – тип урынынан торҙо. – Иптәш Зарипов, һин бөгөндән коммунистар партияһының ағзаһы. Бына – партбилетың. Уны күҙ ҡараһылай һаҡла. Бөйөк юлбашсыбыҙ Владимир Ильич Лениндың васыяттарына тоғро бул. Ҡотлайым!
– Ҡотлайым, Мәхмүт ҡустым! – Борханов егеттең ҡулын ҡыҫты. – Иртәгә идара ултырышына килерһең, ҡалғанын шунда һөйләшербеҙ. Ярай, бар.
Мәхмүт был көтөлмәгән хәлдән шаңҡып, урамға сыҡты. Инәнең башы, өн булдымы был, әллә төшмө? Яйлап-яйлап зиһене асыла барҙы уның. Ҡарале, күҙ асып йомған арала донъя ҡалай киңәйеп киткән, элек тар һымаҡ урамды ла ниндәйҙер мөғжизә иркенәйтеп ебәргән. Күкрәген тултырып алған һауа уны өҫкә күтәрә, аяғы ерҙе тоймай хатта.
Мәхмүт өйөнә нисек ҡайтып ингәнен дә һиҙмәй ҡалды. Әсәһе менән ҡатыны сәй эсеп ултыра ине. Улар, Мәхмүтте күреп, аптыраулы ҡараштарын төбәне.
– Аһ-аһ, балаҡайым, бер-бер хәл булдымы әллә? – Сәкинә апайҙың ҡобараһы осто.
Мәхмүт өҫтәл артына барып ултырҙы ла, кеҫәһенән партбилетын сығарып, усы менән һаҡ ҡына һыйпап алды.
– Әсәй, – тине, тауышы үҙгәреп киткәнен үҙе лә һиҙҙе. – Мине партияға алдылар.
– Партияға? – Сәкинә апайҙың күҙҙәре ҙурайып китте хатта. – Нисек? Ниндәй партия?
– Камунис мин хәҙер. Ырайкум кешеһе килеп тапшырҙы билетты.
Зәлифә, уртлаған сәйен саҡ йотоп, һүҙгә ҡушылды:
– Көтөүсегә ул партбилет нимәгә инде?!.
– Бисәкәй, мин хәҙер көтөүсе түгел, – тине Мәхмүт эске бер маһайыу менән. – Бри-га-дир! Мине бригадир итеп ҡуйҙылар.
– Атаҡ-атаҡ!.. Бригадир, тисе… – Улының был һүҙҙәренә ышанырғамы-юҡмы, тигәндәй, килененә һораулы ҡарашын төбәне Сәкинә апай.
Зәлифә башына килгән һүҙҙе ҡыҫтырҙы:
– Бәй, кешеләр мал көтөүе түгел дә баһа… – Әйтте лә, артығын ысҡындырғанын тойоп, иренен ҡымтыны.
– Кеше ни, мал ни – бер үк көтөү инде, – тине Мәхмүт. – Быларына ла, тегеләренә лә сыбыртҡыһыҙ булмай…
– И-ий, балаҡайым, ҙур нәшәлник иткәндәр бит үҙеңде! – Сәкинә апайҙың күҙҙәре йәшләнгәйне. – Атайың һуғыштан иҫән ҡайтҡан булһа, эй ҡыуаныр ине. Ҡайта алманы шул, бахырымды! Анау, бандит Сәлмәнгә этем дә булмаған, рәхәтләнеп йәшәп ята…
Төнө буйы йоҡлай алманы Мәхмүт, әйләнде лә тулғанды. Уйламаған уйы ҡалманы, күҙен йомһа, мал-тыуар көтөүе өҫтөнә менеп килгәндәй, тора-бара улары кеше ҡиәфәте алып, шарҡылдап көлөргә тотона.
Военкомат вәкиле сығып киткәс, Ғәлиә борсоулы уйҙарға бирелеп, ауыҙын яулыҡ осо менән ҡаплаған килеш, байтаҡ ҡына шымып торҙо.
– Эй, Хоҙайым, нимәгә булыр икән был?! – тине ул, ниһайәт.
Сәлмән, тәү күргәндәй, ҡатынына һынсыл ҡараны:
– Аптырағандан әйтәм инде. Хәрби кеше тиктәҫкә йөрөмәҫ...
Сәлмән ҡатынын нисек йыуатырға белмәне, уның да күңеленә шик һөрөмө ҡуна барғанын күҙҙәренән шәйләне шулай ҙа.
– Эх, Ғәлиә!.. Ил алдында ғәйебем юҡ минең! Юҡ!.. Тикшерәләр икән, тикшерһендәр, – тип ҡул һелтәне ир.
– Һин әйтерһең дә ул. Ана, теге саҡта ни, бер ғәйебе булмаған күпме кешенең башын ашанылар. Бисара Ғилметдин ағайҙың ни ғәйебе бар ине һуң?! Аслыҡта тотош ауылды йоттан ҡурсып ҡалды. Кулак тип, алдылар ҙа киттеләр, – Күңел төбөндә баҙлаған шик ҡуҙын терелтеп ебәреүен үҙе лә аңғармай ҡалды Ғәлиә. Уныһы бер ут алһа, дөрләп тоҡанып китәсәк, бәғереңде яндырасаҡ, ул ялҡынды һыу һибеп кенә һүндереп булмай шул!
– Ярай, мин атты апҡайтайым, – Атын уйлап, Сәлмәндең йәне көйҙө. Бая ғына барып ҡарап ҡайтты, баҡса артында ғына йөрөй ине, теге, ләғин, тәки колхоздың ат һарайына ҡыуып, бикләп ҡуйған икән.
Былай ҙа саҡ торған Ғәлиә, ат тураһында ишеткәс, асыуы ҡабарҙы ла китте:
– Әйттем мин һиңә, алмайыҡ шул атты, тип. Үҙ башыңа бәлә булды. Мәхмүте ҡаныҡты хәҙер. Әллә һатып ҡына ебәрәһеңме?
– Юҡ, бисәкәй! Йәнемде алһалар алһындар, атһыҙ ҡалыу юҡ! – тип өҙә һуҡты Сәлмән, шунан йүгәнен тотоп, колхоздың ат һарайына йүнәлде.
– Һүҙләшеп торма тағы шуның менән, – тип киҫәтеп ҡалды Ғәлиә иренең артынан. – Йә, раббым, хәйерлегә булһын!..
Сәлмән китеп күп тә үтмәне, алан-йолан ҡаранып, ҡапҡанан Сәкинә килеп инде. Күрше булһалар ҙа, Ғәлиәнең күңеле өнәп етмәй был ҡатынды. Теле телгә йоҡмай уның, гел кеше сәйнәп, теге шулай иткән, был былай иткән, тип теңкәне ҡорота. Бер нәмәне лә күҙ уңынан ысҡындырмай ул, ҡайҙан ишетә лә, ҡайҙан күрә?!
– Һеҙҙән сығып барғанын шәйләнем дә, ҡана, күршенең хәлен белеп сығайым әле, тим. Әллә милисийә булды инде? – тип һөйләнде Сәкинә, йөҙөнә борсоулы ҡиәфәт һылап.
Һүҙҙең нимә тураһында барғанын төшөнһә лә, юрамал һораған булды Ғәлиә:
– Һуң яңыраҡ ҡына сығып китте бит һеҙҙән.
– Ә-ә, уны әйтәһеңме ни. Вайынкумдан ул.
– И-и, бахырҡайҙы!.. – Сәкинә кемделер ҡыҙғанып, уфтанғандай итте.
– Нишләп бахыр булһын, ти, ул? – Сәкинәнең тел төбөндә нимә ятҡанлығын һиҙенһә лә, аңламағанға һалышты Ғәлиә.
– Уны түгел, Сәлмәнде әйтәм инде... И, бахыр!.. Тикшереп йөрөүҙәрелер. Вайынкум һынлы ерҙән тиккә йөрөмәҫ кеше. Алып китерҙәр микән инде Сәлмәнде?.. – Ғәлиәнең ауыртҡан еренә тоҙ һибеүенән ҡәнәғәтлеге күҙенә сыҡҡаны күренеп тора ине Сәкинәнең. Сырайын һытҡан булып, маңлайына йыйырсыҡтар өҫтәп маташһа ла, күҙҙәр алдаша белмәй шул. Абайлабыраҡ ҡараһаң, уларҙа балҡып киткән ҡыуаныс сатҡылары һикергеләүе шәйләнә.
– Ҡуй, Сәкинә, бустыйҙы һөйләп торма, йәме, – асыуы таша барған Ғәлиә, һүҙ бөттө, тигәндәй, аласыҡҡа табан ыңғайланы. Тегенеһе тотам да ҡалмай, һөйләнә-һөйләнә, уға эйәрҙе:
– Аһ, аһ, нишләп бустый булһын, ти. Ана Вәлиулла ағай әйтә, блинныйҙарға хөкөм ҡаты, ти. Нимескә эшләгәндәр бит улар, ти. Вәлиулла ағай белә ул, һуғыштан миҙал тағып ҡайтты лаһа.
Ғәлиә һүҙ ағышын икенсегә бороп маташты:
– Юҡ менән башыңды ҡатырғансы, этегеҙҙе бәйләп ҡуйыр инең, күрше. Ҡош-ҡортҡа ем ҡуйыр әмәл юҡ, килә лә ашай, килә лә ашай.
– Абау, эт ҡайғыһымы бынауындай саҡта... Ирең өсөн ыжлап та бирмәйһең әллә?!. Кит!.. Мин ни, һине йыуатайым тип кенә кергәйнем.
– Ҡуй, Сәкинә, йөрөмә баш бутап. Сәлмәндең ил алдында бер ғәйебе лә юҡ. Яраларынан әле лә мандый алмай. Бөтә тәне иләк ише тишкеләнеп бөткән.
– Әллә тағы... Кем белә инде... Ни ятмаҫ әҙәм балаһының эсендә... Һин, Ғәлимә, шулай ҙа һағыраҡ бул тимәксемен... – Сәкинә тауышына йәлләткес төҫ өҫтәне.
– Нимәнән һаҡ булырға һуң миңә, ә? – Ғәлиә асыулы ҡараш ташланы.
– Ни тим инде... – Сәкинә күңеленән тағы бер ус тоҙ һоҫоп сығарҙы. – Үҙең беләһең, ундайҙарҙың бисәләрен дә, бала-сағаһын да аяп тормайҙар ти бит... Һине йәлләп кенә әйтеүем, ҡыҙыҡай...
Ғәлиәнең сабырлығы шартлап һынды:
– Нимә һөйләгәнеңде беләһеңме һин!? – тип ҡыҙҙы ла китте ул. – Кит, Сәкинә!.. Кит, яҡшы саҡта! Мин һинең кәңәшеңә мохтаж түгелмен.
Ғәлиәнең был тиклем асыулы сағын күргәне юҡ ине Сәкинәнең, әллә ҡаушап, әллә ҡурҡыуҙан сигенә бирҙе:
– Аһ, аһ!.. Ит изгелек, көт яуызлыҡ... – тип һөйләнде ул.
– Бар!.. Бар!.. Йөрөмә бында еҫкәнеп!
Сәкинә, бәләһенән баш-аяҡ, тигәндәй, ҡулын һелтәп, ҡапҡаға табан ыңғайланы:
– Ярар, артыңа килеп төртөлгәс белерһең әле. Аҙаҡ терһәгеңде тешләрҙәй булырһың. Күрше хаҡы, тип ингән булам тағы... – Сәкинә ҡапҡаны шартлата ябып сығып китте.
– Эй, Хоҙайым, тағы ниҙәр күрәһеләр бар икән?! – Ғәлиә, хәлһеҙләнеп, аласыҡ тупһаһына сүгәләне. Шулай күпме ултырғандыр, улының ҡайтҡанын да абайламай ҡалған.
– Унда нишләп ултыраһың, әсәй? – улының ошо һорауы асылына алып ҡайтты Ғәлиәне, башын ҡалҡытып, улына ҡараны ла терт итеп ҡалды.
– Бәй, бәй, балаҡайым, төҫөң ҡасҡан. Нимә булды?
– Әй!.. – Шамил ҡул һелтәне. Бая булып үткән күңелһеҙ хәлде әсәһенә һөйләгеһе килмәй ине уның. – Бер ни ҙә юҡ…
Әсә йөрәген алдап буламы ни, балаһының кәйефен һәр күҙәнәге менән тойған Ғәлиә ныҡышты:
– Әйт, балам, бер-бер хәл булдымы?
– Китәм мин, әсәй. Бер көн дә ҡалмайым бында. Китәм!.. – Был һүҙҙәр, әсәһен борсорға теләмәһә лә, үҙенән-үҙе егеттең күкрәген йыртып сыҡты.
– Аһ, аһ!.. Бына һиңә кәрәк булһа. Нимә һөйләйһең ул, балаҡайым? – Ғәлиәнең былай ҙа шом баҫҡан йөрәге сәнсеп ҡуйҙы. Ниндәй хәсрәт төштө икән балаҡайҙың башына? Ғәлиә ошо берҙән-бер улы өсөн йәшәй, бәпкәһен ҡош-ҡорттан ҡурсалаған инә ҡаҙ һымаҡ, унан күҙ яҙлыҡтырманы. Шамилы үҫеп, егет ҡорона баҫҡас, төн уртаһына тиклем йөрөй башланы, уның ҡайтыуын көтөп, хафаланып керпек тә ҡаҡманы Ғәлиә.
– Етте, әсәй! Түҙем бөттө!.. Унынсыны тамамлау менән сығып китәм, тип күпме тапҡыр анттар иттем үҙемә. – Шамил йоҙороғо менән күкрәгенә һуғып алды. – Бына, әсәй, бында йыйылған барыһы ла!..
– Аңлатып һөйләһәңсе, балам! – Ғәлиә, ҡот осҡос хәбәр ишетеүҙән ҡурҡып, урынынан ҡалҡынманы, йә йығылып китермен тип уйланы. – Нимә булды һуң?
Шамил, әйтергәме-юҡмы тип, икеләнеп ҡалды. Әсәһе барыбер ишетәсәк инде, кеше уға тағы ла шаштырып, берҙе биш итеп еткерәсәк. Үҙенән белгәне хәйерлерәк булыр.
– Теге... Мәхмүт ағайға эш һорап барғайным... – тине Шамил, ҡыҙып китеүҙән көскә тыйылып.
– Нимә тиһен, бандит балаһына миндә эш юҡ, ти.
– Эт!.. – Ошо бер генә һүҙҙе һығып сығара алды Ғәлиә. Ни әйтә алһын инде ул, нисек йыуатһын балаҡайын?! Ҡаты бәғерле бәндәләрҙең һүҙе ҡалыпҡа һалынған балсыҡты туҡмаҡ менән һуҡҡылаған һымаҡ. Күңеле генә ҡатып ҡуймаһа ярар ине балаҡайының! Тормош ауырлыҡтарын, кеше һүҙенең зәһәрлеген татып, нығынып та өлгөрмәгән бит әле ул.
– Эх, әсәй! Иҫ белгәнемдән алып, һатлыҡйән балаһы бит мин. Бына ошонда килеп ҡаҙала!.. – Шамил йоҙороғо менән тағы ла түшенә һуҡты.
Улының йөрәген ниндәй ғазап өйкәгәнен яҡшы аңлай Ғәлиә, ул ғазапты төбө-тамыры менән йолҡоп ташлар әмәле генә юҡ. Кеше нимә һөйләмәҫ, ил ауыҙына иләк ҡаплап булмай. Яман һүҙ ҡарышҡан һайын ҡотора, ҡуптарып алмаҫлыҡ булып йәбешә генә бара.
– Эй, балаҡайым, кеше һүҙе кеше үлтерә, ти. Атайыңдың бер ғәйебе юҡ, – тип улын йыуатырға самаланы әсә.
– Ғәйебе булмағас, ниңә соҡоноп йөрөйҙәр һуң? Мәскәүҙән тикшереү килгән, тип бөтә ауыл һөйләй ана... Әҙәм алдына сығыуы оят!.. – Шамил, кемгәлер янағандай, йоҙроҡтарын төйнәне.
– Ҡуй, балам, улай тимә. Атайыңа еңел тип беләһеңме!? Һуғыштан һуң әллә күпме килеп, төпсөп йөрөнөләр. Онотоп баралар ине әле ошосор. Анау военкомдан кеше килеп, ҡуҙғытып ебәрҙе.
– Сәбәбе булмаһа, килеп йөрөмәҫтәр ине... – Шамил һаман үҙенекен тылҡый.
– Сеү, балам, ауыҙыңдан ел алһын!.. – Ғәлиә усы менән үҙенең ауыҙын ҡапланы, шулай итһә, Шамилы өндәшмәҫ, шымып ҡалыр һымаҡ.
– Һуң, әсәй, үҙең күреп тораһың да, исмаһам, һыңар миҙалы ла юҡ бит! – Егет әсенеп әйтте быны.
– Эй, балаҡайым, һуғышҡа кеше миҙал өсөн барамы ни!? – Әсә йөрәгенән һыҡрап-һыҡтап сыҡҡан ошо һүҙҙәр ҙә тәьҫир итмәне ярһыған Шамилға.
– Башҡаларҙың бит, ана, күкрәге тулы миҙал. Хатта бот буйы Хәйретдин ағайҙың да өс миҙалы бар... – тине ул, тышҡа атылып сығырға торған асыуын теше менән ҡыҫып.
Ғәлиә ирен аҡлар һүҙ таба алманы:
– Балаҡайым, атайыңдың пленда булғанын беләһең бит!.. – тине. Тауышы шым ғына сыҡты уның.
– Йүнле кеше пленға төшмәй ул. Үҙҙәрен үҙҙәре атҡандар... Әй!.. – Шамил, ҡапҡанан йүгән тотоп инеп килгән атаһын күреп, ҡул һелтәп, эре аҙымдар менән өйгә атланы .
Сәлмән аласыҡ тупһаһында ултырған Ғәлиә янына килеп, бер аҙ уға ҡарап торҙо ла, үҙ алдына һөйләнгәндәй, әйтте:
– Атты әйтәм, бәйҙә тоторға ғына ҡалды хәҙер. Белеп торам, баҫыуға төшмәһә лә, юрамал дворға алып барып бикләтә Мәхмүт.
Ғәлиә, бер нөктәгә текләп ултырған еренән башын ҡалҡытты:
– Шул ат тип үләһең инде һин. Кешеләр атһыҙ ҙа йәшәй ана, – тауышы моңһоу ине уның.
– Һе, атһыҙ нимә эшләйем мин?! Ҡулһыҙ ҡалайыммы ни унһыҙ? Күҙ терәп торған мал – шул.
– Ат тоторға закун ҡушмай ҙабаһа.
– Мал тоторға ла ҡушмаған ниндәй закон һуң ул!?
– Сеү, бабай!.. Үҙ хәлеңде беләһең бит... – Ғәлиә, берәйһе ишетеп ҡалманымы тигәндәй, тирә-яҡҡа күҙ ташланы.
Бынан бер нисә йыл элек булған ваҡиғалар Сәлмәндең хәтер йомғағынан тағалды. Ҡыш ине. Һарай башында бер-ике күтәремдәй бесәне ҡалғас, яландағы кәбәнен ташып алыу ниәте менән, колхоз һарайына ат һорап барҙы. Конюх Талип менән һөйләшеп, йомошон ослап ҡына тора ине, шунда Мәхмүттең килеп сығыуын әйт. Колхоздың Ҡарсыға ҡушаматлы иң шәп айғырына егелгән кашауайынан төштө лә Сәлмәнгә ҡаш аҫтынан уҫал ҡараш ташланы ул:
– Бында нишләп йөрөйһөң? – тине тамаҡ төбөнән.
Сәлмән урынына Талип яуап бирҙе:
– Бесәнен ташырға ат һорай Сәлмән. Анау, туры бейәне бирһәк, тим…
Талипты ҡырыҫ бүлдерҙе Мәхмүт:
– Уға ат ищеү!.. Ана, ниместәренән барып алһын…
– Һ-һин!.. Һин!.. – Сәлмән йән асыу менән Мәхмүттең боғаҙынан алырға уҡталып ҡуйҙы, ләкин тыйылып ҡалды. Бар асыуын йоҙороғона төйнәп, ҡапыл боролдо ла шәп-шәп атлап ҡайтып китте. Өйөнә инеү менән карауатҡа йөҙтүбән тәгәрәне, мендәргә ҡапланып, шым ғына иланы ул. Ҡот осҡос ғазаптарға сыҙап, ыһ та итмәгән ир уртаһындағы Сәлмәндең беренсе тапҡыр күҙ йәштәренә ирек биреүе ине был. Аяуһыҙ тормош алдында үҙенең көсһөҙлөгөнә ғәрләнеп, оҙаҡ ҡына һыҡтаны ир. Әлдә Ғәлиәһе өйҙә юҡ, Шамил улы мәктәптән ҡайтмаған. Улар алдында күҙ йәше түгеү ниндәй мәсхәрә, меҫкенлек булыр ине…
Шунда башына бер елле уй килде Сәлмәндең. Һуғыш осоронда бер ҙә, ат юҡ, тип аптырап тормағандар, мал-тыуар еккәндәр. Нишләп әле колхоздың күтәртергә торған үләкһә аттарын һорап, меҫкенләнеп йөрөргә?! Аллаға шөкөр, һыйыры көр күренә. Еккегә бер өйрәтеп алһа, бесәнен дә ташыр, утынын да килтерер. Ошо уй күңелен күтәреп ебәрҙе Сәлмәндең. Башта электән сөйҙә элеүле торған, атаһынан ҡалған ҡамытты һыйыр муйынына һыйырлыҡ итеп рәтләне, ә ыңғырсаҡты хет ат, хет һыйыр һыртына һал – таман килеп тора. Һарай башынан, оҙаҡ ятып тештәре ҡупшай башлаған ат санаһын һөрәп төшөрҙө. Уны рәткә килтереп маташҡанда, Ғәлиәһе ҡайтып инде.
– Бәй-бәй, ни эшләүең, бабай? – тине ул ғәжәпләнеп.
– Һыйырҙы еккегә өйрәтәм, бисәкәй, – тине ҡәнәғәт ҡиәфәттә Сәлмән.
– Бынағайыш!.. – Ғәлиә аҙбар мөйөшөндә көйшәп торған һыйырына йәлләп ҡараны. – Бер бөртөк һыйырыбыҙҙы имгәтеп ҡуйһаң?..
– И-и, бисәкәй, боронғолар, һыйыр тулаһа, аттан яман, тип бушҡа әйтмәгән. Һыйыр малы көслө була ул. Бирешмәҫ!
Алдына алғанын ҡуямы ни ул Сәлмән, шуға артыҡ һүҙ ҡуйыртып торманы Ғәлиә.
Муйынына ҡамыт кейҙерелгән һыйыр, был ниндәй ғиллә булды әле тигәндәй, унан ҡотолорға маташып, өҙлөкһөҙ башын сайҡаны. Сәлмән, һыйырын тәртә араһына индерә алмай оҙаҡ ҡына аҙаплана торғас, тәки егә алды. Шунан уны апаруҡ ҡына көрт баҫҡан бәрәңге баҡсаһына сығарҙы. Көрттә әллә ни сығынлай алмаҫ. Һыйыр, ҡалын ҡарҙы ярып, бер-ике һикереп маташты ла яҙмышына бойһондо яйлап, байтаҡ ҡына йөрөгәндән һуң, тамам күндәм малға әйләнде.
Иртәгәһенә бесәнгә китте Сәлмән. Оҙаҡ йөрөнө. Ни тиһәң дә, һыйыр ат түгел, юрттырып булмай, үҙ яйына ғына атлай. Тәүге барғанында бесәнде әҙ тейәне, аҫтына ғына һалып апҡайтты тиһәң дә була. Икенсе тапҡыр ярты ат йөгө самаһы ине. Тора-бара мулыраҡ та тейәй башланы. Һөрәне мал йөктө. Ни хәл итәһең, бер тәртә араһына кергәс, мал ғына түгел, кеше лә күнә ауыр йөккә…
Мөхәббәт тигәндәре ниңә төндө ярата икән? Хоҙай ғашиҡ йәндәрҙе сит-ят күҙҙәрҙән ҡара шаршау ябып ҡурсалай микән әллә? Бына, Шамил да ер йөҙөн төн япҡанын түҙемһеҙлек менән көтә. Уның өсөн хәҙер көндөң осо-ҡырыйы юҡ, йәнде көйҙөрөп, юрамал һымаҡ ҡояшы ла байымай ҙа байымай.
Уф, саҡ көтөп алды был минутты Шамил. Көнө буйына ҡайнар нур һибеп йонсоған ҡояш, әллә арыуынан ҡып-ҡыҙыл булып, ҡая артына етеп тәгәрәне. Шунда Шамил кемдеңдер бер шиғырын иҫенә төшөрҙө. Уны гәзиттә уҡығайны, шикелле, күңеленә ятты ла ҡуйҙы.
Ҡыҙыҡ инде, был шиғырҙы яҙған кеше Шамилдың хистәрен ҡағыҙға төшөргән дә ҡуйған. Үҙе лә, Шамил кеүек, шул татлы алманы төндәр буйы эҙләгәндер әле. Эҙләгәндер!.. Юғиһә, былай тип яҙа алмаҫ ине!
Шамил, урам ситендә үҫкән ҡарт ҡайын ағасына ышыҡланып, һөйгәнен көтә. Хәҙер!.. Хәҙер уның Шәүрәһе килеп сығыр!
Шығырлап ҡапҡа асылды. Ул!.. Эйе, ул!.. Шамилдың йөрәге дарҫлап тибергә тотондо. Шәүрә, биленә тиклем төшөп торған ҡуйы толомон һирәк-мирәк иҫеп ҡуйған йылы елдә елпетеп, күбәләк шикелле осоп килде егет янына. Улар байтаҡтан инде ошо ҡайын төбөндә осрашалар ҙа, ауыл эргәһендәге Ҡолама тауына менәләр. Яланғас тау битләүендә рәхәт! Өҫтәрәк урман йәйрәп китә, унан төнгө ҡоштарҙың сутылдашҡаны ишетелә. Бер-береһенә һыйынышып ултыра ғашиҡтар. Шәүрәнең толомонан ағылған баш әйләндергес татлы еҫ Шамилдың танауын рәхәт ҡытыҡлай. Мөхәббәт еҫе шулай булалыр ул! Ошо еҫтән егеттең тәне семерҙәп китә. Эх, ошо толомдарға йөҙөн ҡаплап, ғүмер буйы ултырырға ла риза булыр ине Шамил. Ләкин уларға ҡағылырға ҡыймай – иңдәренә ҡунған мөхәббәт ҡошон өркөтөүҙән ҡурҡа.
Һөйгәненең еңелсә генә дерелдәгәнен тойҙо Шамил:
– Шәүрәкәй, әллә өшөйһөңмө? – тине, тауышы ҡалтыранып сыҡты уның.
– Юҡсы, – хатта төн ҡаплай алмаған аҡ йөҙөн егеткә бороп, йылмайып ҡуйҙы ҡыҙ.
И-и, Шәүрәнең ошо йылмайыуы! Аҡылдан яҙҙыра инде Шамилды! Ә күҙҙәре!.. Күҙҙәре һуң!.. Шул төпһөҙлөк егеттең йәнен үҙенә убып алыр кеүек!..
Эх, төн ниңә ҡыҫҡа икән?!.
Сәй өҫтәле артында һүҙ ҡуҙғатты Сәкинә:
– Мынау, күрше Ғәлиәне әйтәмсе, этегеҙ ҡош-ҡортҡа ҡуйған емде ашай, тисе. Кит, кешенән сей эҙләргә генә тора шулар. Ат тотоп, кулак ише булып алдылар ҙа, донъяға һыймайҙар. Закун да юҡ, шурт та юҡ уларға…
Күршеләре Ғәлимә менән Сәлмән хаҡында әсәһенең тоҙло-боросло һүҙҙәрен көн дә тигеләй ишетеп үҫте Мәхмүт. Бала сағында иғтибар итмәгән һымаҡ ине, тора-бара уға күршеләре әллә ниндәй әшәке зат булып күренә башланы. Күңеленә һеңә барған ошо уй, эт эсәге кеүек тамыр ебәреп, уның йөрәген сырмап алды.
– Күрһәтермен әле мин уларға кулакты!.. – тине Мәхмүт, тос йоҙороғон өҫтәлгә ҡуйып.
– Ҡуй, кеше менән булып йөрөмә, – тип һүҙ ҡыҫтырҙы Зәлифә. Ғәлимә апай менән ул, йыш уҡ булмаһа ла, аралашып тора, өйөнә инеп, сәй эсеп сыҡҡаны ла бар. Әлләсе, кулак тип әйтерлек бер ниндәй мал-мөлкәте юҡ таһа уларҙың. Шул бер ат менән бер һыйыр аҫырайҙар, ике-өс баш һарыҡ тоталар. Ауылда ни, уларға ҡарағанда хәлле йәшәгәндәр буйтым. Хәйер, хәҙер кеше “кулак” тигән һүҙҙе лә онотоп бара инде.
– Һе!.. – Бисәһенә ҡырын күҙ менән ҡарап, ауыҙ эсенән мығырҙаны Мәхмүт. – Шуларҙы кеше итеп…
Зәлифә ҡаршы өндәшмәне, иренең енләнеп китеүенән шөрләне. Бер ҡыҙып китһә, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй уның. Белә Зәлифә: ауылда хәҙер бала-сағаны ла, ана, Мөкөй килә, тип ҡурҡыталар. Мәхмүткә халыҡ “Мөкөй” тигән ҡушамат таҡҡан. Уныһы нимә аңлаталыр, эт белһен. Мәхмүт көтөүсе саҡта бер һөйләшмәҫ кеше ине, коммунислыҡҡа алып, бригадир иткәс, ҡоторҙо ла китте. Унан уҫал кеше юҡ. Теге саҡта ни, анау, түбән оста йәшәгән Барыйҙы, нишләп эшкә сыҡмай эсеп йөрөйһөң, тип Еҙем буында һыу эскеһеҙ итеп сыбыртҡы менән ярған. Уныһы, бахыр, әллә ай буйы өйөндә һыҙлашып, мин ул Мөкөйҙө судҡа бирәм, төрмәлә башын серетәм, тип үкереп ятты. Яраһы бөтәшеп, аяҡҡа баҫҡайны, судын да, төрмәһен дә онотто. “Ауырыған саҡта рәхәт ине әле, йәлләп, ҡойоп бирҙеләр. Хәҙер инәлһәң дә ҡуҡыш ҡына күрһәтәләр”, – тип һөйләнеп йөрөгән имеш. Эшкә барымы булмаһа ла, эсеүгә арыу ул. Ирҙәр менән бәхәсләшеп, ике шешә араҡыны тын да алмай ауыҙына ҡойған сағын әле лә мәрәкә итеп һөйләйҙәр. Шулай ҙа, сыбыртҡы эләккәс, Барыйҙың күте баҫылды, урам буйлап иҫереп йөрөмәй, Мәхмүтте күрһә, әллә ҡайҙан урап үтеү яғын ҡарай.
Мәхмүт тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға булды. Былай ҙа ҡырыҫ йөҙөн йәмһеҙләп, ирене ҡымтылды, тештәрен шығырҙатып алды. Касаһындағы сәйҙе лә эсеп бөтмәй, урынынан ҡалҡынды ул.
Дуҫтар, әҫәрҙе тулыһынса "Ағиҙел" журналында уҡырһығыҙ!