Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Июнь 2021, 10:55

Шайморатов

Флүр ҒӘЛИМОВГЕНЕРАЛ ШАЙМОРТОВРоман Егеттәрҙең хәтәр бейеүен ҡапыл эргәләрендә генә имәнес итеп ҡоҙғон ҡысҡыра башлап бүлдерҙе. Гармун тауышы кинәт өҙөлдө лә, бейеүселәр шып туҡталып, барыһы ла шомланып ҡатып ҡалды... Ошо мәл ат тояҡтары дөпөлдәгәне ишетелде лә, шул ыңғайы һыбайлы:– Һуғыш! Һуғыш сыҡҡан! Германдар беҙгә һуғыш асҡан! – тип һөрәнләп, эргәләренән йән-фарман сабып үтеп китте.

Флүр ҒӘЛИМОВ
ГЕНЕРАЛ ШАЙМОРТОВ
Роман
Егеттәрҙең хәтәр бейеүен ҡапыл эргәләрендә генә имәнес итеп ҡоҙғон ҡысҡыра башлап бүлдерҙе. Гармун тауышы кинәт өҙөлдө лә, бейеүселәр шып туҡталып, барыһы ла шомланып ҡатып ҡалды...
Ошо мәл ат тояҡтары дөпөлдәгәне ишетелде лә, шул ыңғайы һыбайлы:
– Һуғыш! Һуғыш сыҡҡан! Германдар беҙгә һуғыш асҡан! – тип һөрәнләп, эргәләренән йән-фарман сабып үтеп китте.
Әле генә бәхетле киләсәктәренә һис шикһеҙ ышанған һәм татлы хыялдар ҡосағында йөҙгән егеттәр һәм ҡыҙҙар тып - тын ҡалды. Уларҙың яңыраҡ ҡына балҡып торған йөҙҙәре ҡараңғыланғандан ҡараңғылана барҙы...
Ауыр тынлыҡтан һуң Ҡазыханов Азамат үҙенең комсомол секретары икәнлеген иҫенә төшөрөп, дилбегәне үҙ ҡулына алырға кәрәклеген аңланы:
– Егеттәр һәм ҡыҙҙар, комсомол йыйылышы үткәрергә тәҡдим итәм. Кем риза? Ҡулығыҙҙы күтәрегеҙ!
Барыһы ла мыштым ғына ҡиәфәттә ҡулдарын күтәрҙеләр.
– Йыйылыштың секретарын һайлайыҡ, әләйһә, – тип дауам итте Азамат.
– Наҙгөл булһын, – тине теге һонтор егет.
– Эйе, Наҙгөл булһын, – тип, ал яулыҡлы ҡыҙ һүлпән генә тауыш менән егетен хупларға ашыҡты.
- Ярай, яҡшы, - тип ризалашты Наҙгөл һәм кеҫәһенән ҡәләм һәм дәфтәрҙән киҫеп эшләнгән бәләкәс кенә блокнотын алды.
Ҡазыханов Азамат етди ҡиәфәттә һүҙ башланы:
- Иптәш комсомолецтәр, бөгөнгө йыйылышта бер мәсьәлә ҡарала: тыуған илебеҙҙе немец фашистарынан һаҡлау өсөн кемдәрҙең һуғышҡа китерен хәл итәбеҙ.
Ҡыҫҡа ғына арала тетрәнеш хәленән арынып, күңелдәрендә фашистарға ҡарата асыу тойғоһо ярала башлаған егеттәр комсомол секретаренең һүҙҙәрен күтәреп алдылар һәм төрлө яҡтан тәүәккәл тауыштар яңғыраны:
– Мин китәм һуғышҡа!
– Мин барам яуға!
– Мин дә иртәгә үк военкоматҡа юлланам!
– Мин дә һеҙҙән ҡалмайым!
Азамат иптәштәрен тынысландырырға тырышты:
– Егеттәр, тынып тороғоҙ бер аҙға! Тауыш!
Ә асыу тоғолары үҫә барған комсомолецтәр һаман шаулашты:
- Мин барам һуғышҡа!
– Мин китәм яуға!
Азамат аптырабыраҡ ҡалды:
– Һуң, барыбыҙ ҙа һуғышҡа киткәс, уңышты кем йыйып алыр? Кем яугирҙәргә икмәк үҫтерер? Юҡ, былай булмай,егеттәр!
Һуғышҡа иң аҡыллы, иң алдынғы, иң шәп егеттәрҙе һайлап ебәрергә тәҡдим итәм! –тине Наҙгөл.
Баяғы мыҡты кәүҙәле егет ҡыҫҡа ғына мәлгә урынлашҡан тынлыҡты өҙҙө:
– Мине беренсе итеп яҙығыҙ, беләһегеҙ, ҡалала уҡытыусылыҡҡа уҡып йөрөйөм.
– Мине лә яҙығыҙ: быйылғы бәйгелә толпарым менән беренсе урынды алдыҡ! – тине тәпәшәгерәк буйлы егет.
– Мине лә индерегеҙ исемлеккә! Беләһегеҙ, тракторсы булғас, танк та йөрөтә алырмын.
Уларҙы күпселек хупланы:
– Улар хаҡлы!
– Һүҙ ҙә юҡ, лайыҡлылар яуға китергә!
– Эйе, бында бәхәскә урын юҡ, индерегеҙ уларҙы исемлеккә!
Тағы бер егет ҡысҡырҙы:
– Мине лә теркәгеҙ – мин шәп йүгерәм!
Барыһы ла был егеткә ғәжәпләнеп төбәлделәр. Шунан тауыштар ишетелде:
– Һин нимә, Хәмит?..
– Һуғышта шәп йүгереү кәрәкмәй!
– Унда йүгерешеп, ҡасырға барабыҙҙыр шул...
– Эйе, фашистарҙы тиҙ генә еңеп, уңыш йыйыуға ҡайтып өлгөрөргә кәрәк!
– Дөрөҫ әйтәһең, көҙ еткәс, туйҙар яһайһы бар бит әле! – тине ҡаҡса кәүҙәле егет.
Барыһы ла уның фекерен күтәреп алды:
- Эйе, хаҡ әйтәһең!
– Нәҡ өҫтөнә баҫтың!
– Дөрөҫ! Ул фашистар менән оҙаҡ булышырға ваҡытыбыҙ юҡ!
– Эйе, тиҙерәк еңеп ҡайтып, өйләнергә кәрәк!
– Буденный ҡарттың кавалерия армияһы менән яуға сыҡһаҡ – тырым тырағай ҡасып бөтөрҙәр әле германдар!
Наҙгөл һорау бирҙе:
– Тимәк, шәп йүгереүсене индермәйбеҙ исемлеккә?
Төрлө яҡтан тауыштар яңғыраны:
– Юҡ, кәнишне!
– Яуҙа йүгерек кәрәкмәй!
– Әлегә ауылда йүгереп йөрөп торһон!
Тағы бер егет һүҙ алды:
– Мин дә барам яуға – былтыр көрәштә еңеп сығып, район һабантуйы батыры булдым.
– Мине лә яҙығыҙ – һабантуйҙа көрәшеп, икенсе урынды алдым! – тине йәнә береһе.
Хуплауҙар ишетелде:
– Былары бара!
– Дөрөҫ, рукопашный алышта һынатмаҫтар!
– Хаҡ әйтәһегеҙ, һуғышта ла батыр булырҙар!
Йәнә бер егет һүҙ һораны:
– Беләһегеҙ, шиғыр яҙам, мин дә китәм яуға!
Иптәштәре уға тексәлеп, һорауҙар яуҙырҙы:
– Унда шиғыр яҙыусыларға ни ҡалған?..
– Яуҙа шиғырсыларҙың кәрәге булмаҫ ул...
– Эйе, беҙ еңеп ҡайтҡансы, ауылда ғына йөрөп тор...
Шиғыр яҙыусы егет бирешергә теләмәне:
– Һуғышта икеләтә файҙам тейәсәк: алышта башҡаларҙан ҡалышмам, ял иткәндә шиғырҙар яҙып, яуҙаштарымды батырлыҡтарға рухландырырмын! Бына, тыңлағыҙ, әле генә күңелемдә яралды бер шиғыр:
Тыуған илем, ғәзиз әсәм өсөн
Мин һуғышҡа китәм, иптәштәр,
Тыуған ерем, һөйгән йәрем өсөн
Изге яуға китәм, иптәштәр...
Йәштәр уны хуплап шаулашты:
– Шәп әйтте бит!
– Нәҡ беҙҙең йөрәктәрҙә булған һүҙҙәрҙе әйтте лә һалды!
– Афарин, ысын шағир икәнһең!
– Индерегеҙ исемлеккә, ул лайыҡлы яуға барырға!
Ҡазыханов Азамат һөйгәненә өндәште:
– Наҙгөл, исемлек тулмаҫ борон, мине лә яҙып ҡуй! Комссекретарь башым менән һеҙҙән ҡалмаҫмын инде...
Йөҙө ағарынып киткән Наҙгөл тәүәккәл төҫтә әйтте:
– Азамат, мин дә һинән ҡалмайым!
Уға бер-нисә ҡыҙ ҙа ҡушылды:
- Беҙ ҙә егеттәребеҙҙән ҡалмайбыҙ!
– Беҙ ҙә һуғышҡа китәбеҙ!
Комсомол секретары ҡыҙҙарҙы ҡәтғи рәүештә тыя һалды:
– Юҡ, ҡыҙҙар, һеҙ ауылда ҡалаһығыҙ! Һеҙ бында кәрәкһегеҙ.
Ҡыҙҙар кемуҙарҙан Азаматҡа дәғүә белдерҙеләр:
– Ә Наҙгөл?
– Ни өсөн ул һуғышҡа китә?
– Ә беҙ өйҙә ҡалырға тейешме?!
Эй, йәшлек!.. Ниндәй мәхшәргә уҡталып торғандарын үҙҙәре лә белмәйҙәр шул әле, ихлас һәм саф күңелле йәш йөрәктәр. Төптән уйлаһаҡ, ул быуын йәштәре ҡайһылай ут - ғәрәсәт эсенә атлыҡҡандарын белһәләр ҙә, барыбер китерҙәр ине һуғышҡа...
Ниһәйәт, Наҙгөл әхирәттәренә яуап бирҙе:
– Сөнки мин, Азамат Өфөлә уҡыған саҡта, унда санинструкторҙар курсын тамамланым!
Ҡыҙҙар ризалыҡһыҙ ҡиәфәттә шаулаша башлағайны, Азамат уларҙы йәнә тыя һалды:
Ярай, бөтөрөгөҙ тауышты! Һуғышҡа бер ҡыҙҙы ла ебәрмәйбеҙ! Наҙгөл, һыҙ үҙеңде исемлектән! Һеҙ бында беҙҙе көтөрһөгөҙ...
Комсомол секретаре егеттәргә өндәште:
– Егеттәр! Әйҙәгеҙ әле, һуғышҡа китер алдынан һуңғы тапҡыр бейешеп алайыҡ! Ер тетрәп торорлоҡ итеп бейейек!
Егеттәр баяғынан да ғәйрәтлерәк итеп бейергә кереште. Уларҙың бөтә булмышынан көс – ҡеүәт, дәрт – дарман ташып торҙо. Был хәтәр бейеүҙән ер һелкенгәндәй булды, Ҡыҙҙар тауы сайҡалып – сайҡалып киткәндәй тойолдо.
Читайте нас: