Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Июнь 2021, 12:20

Рәхимов

Ғәлим ХИСАМОВ ПРЕЗИДЕНТ РӘХИМОВ(Документаль роман)Икенсе китап БЕРЕНСЕ ПРЕЗИДЕНТМортаза Рәхимов Мәскәүҙең Домодедово аэропортына самолетта килеп төшкәс, Рәсәй президентының хужалыҡ идаралығына шылтыратты:– Һаумыһығыҙ. Мин Башҡортостандың Юғары Советы рәйесе Рәхимов булам. Килеп еттем. Домодедовола. Миңә машина ебәргәнһегеҙҙер. Ниндәй номерлы? – тип һораны.Сымдың теге осондағы кеше байтаҡ өндәшмәй торҙо, шунан:– Минең исемлектә Рәхимов юҡ, – тине.– Нисек инде юҡ? Ә кем бар һуң?– Белмәйем. Бында ҡулдан Копсов тип яҙғандар ҙа, шунан һыҙғандар. Тимәк, Башҡортостандан бер кеше лә килергә тейеш түгел.

Ғәлим ХИСАМОВ
ПРЕЗИДЕНТ РӘХИМОВ
(Документаль роман)
Икенсе китап
БЕРЕНСЕ ПРЕЗИДЕНТ
Мортаза Рәхимов Мәскәүҙең Домодедово аэропортына самолетта килеп төшкәс, Рәсәй президентының хужалыҡ идаралығына шылтыратты:
– Һаумыһығыҙ. Мин Башҡортостандың Юғары Советы рәйесе Рәхимов булам. Килеп еттем. Домодедовола. Миңә машина ебәргәнһегеҙҙер. Ниндәй номерлы? – тип һораны.
Сымдың теге осондағы кеше байтаҡ өндәшмәй торҙо, шунан:
– Минең исемлектә Рәхимов юҡ, – тине.
– Нисек инде юҡ? Ә кем бар һуң?
– Белмәйем. Бында ҡулдан Копсов тип яҙғандар ҙа, шунан һыҙғандар. Тимәк, Башҡортостандан бер кеше лә килергә тейеш түгел.
Телефон трубкаһы пипелдәргә тотондо.
Рәхимов такси алды ла кәңәшмә уҙырға тейешле урынға килде. Бында теркәү бара ине. Мортаза ҡағыҙҙарын сығарып һалды. Килгән кешеләрҙе билдәләү менән мәшғүл ханым бер Рәхимовтың ҡағыҙҙарын ҡараны, бер исемлекте күҙҙәре менән һөҙҙө һәм документты кире бирҙе.
– Һеҙ исемлектә юҡ.
– Ә кем бар?
Ханым яурындарын һикертеү менән генә сикләнде.
Рәхимов Кремелдең ойоштороу идаралығына инде.
– Мин һеҙҙең саҡырыу буйынса кәңәшмәгеҙгә килдем. Ә мине унда индермәйҙәр. Өҫтәүенә, мине алырға аэропортҡа машина ла ебәрмәгәнһегеҙ. Быны нисек аңларға? Мин бында ҡотороп йөрөйөмме?
Идаралыҡ начальнигы Рәхимовты таный ине.
– Мортаза Ғөбәйҙуллович, кемгәлер дәғүә белдәргәнсе, саҡырыу телеграммаһын яҡшылап уҡырға ине. Унда кәңәшмәгә ил төбәктәренең башҡарма власть башлыҡтары саҡырыла тиелгән бит. Әйтәйек, өлкәләрҙә уларҙың начальниктары, республикаларҙа – президенттар, йә край башлыҡтары. Ана, Шәймиев президент булғас, кәңәшмәнең президиумында ултыра. Ә һеҙ – Юғары Совет рәйесе – башҡарма власть түгелһегеҙ. Министрҙар Советы рәйесе килһә лә ярай. Тик һайланып ҡуйылған совет рәйесе түгел. Президент Ельцин был турала әллә ҡасан уҡ указ иғлан иткәйне бит инде.
1991 йылда уҡ Рәсәй Президенты Борис Ельцин төбәктәрҙә башҡарма власть органдарын үҙгәртеп ҡороу тураһында указ сығарғайны. Был указ буйынса Рәсәй төбәктәренең, ҡала, район етәкселәре элеккесә совет сессияларында һайланып ҡуйылмай, ә уларҙы советтың ризалығы буйынса юғарынан билдәләргә тейеш булдылар. Советтың башҡарма комитеты бөтөнләй юҡҡа сығарыла, уларҙың урынына башлыҡтың бүлектәре, секторҙары барлыҡҡа килә. Башҡортостанда район һәм ҡалаларҙа шул үҙгәрештәр индерелеп бөткәйне инде. Ә иң юғары вазифа барлыҡҡа килтерелмәй ҡалды.
Читайте нас: