– Етте, әсәй! Түҙем бөттө!.. Унынсыны тамамлау менән сығып китәм, тип күпме тапҡыр анттар иттем үҙемә. – Шамил йоҙороғо менән күкрәгенә һуғып алды. – Бына, әсәй, бында йыйылған барыһы ла!..
– Аңлатып һөйләһәңсе, балам! – Ғәлиә, ҡот осҡос хәбәр ишетеүҙән ҡурҡып, урынынан ҡалҡынманы, йә йығылып китермен тип уйланы. – Нимә булды һуң?
Шамил, әйтергәме-юҡмы тип, икеләнеп ҡалды. Әсәһе барыбер ишетәсәк инде, кеше уға тағы ла шаштырып, берҙе биш итеп еткерәсәк. Үҙенән белгәне хәйерлерәк булыр.
– Теге... Мәхмүт ағайға эш һорап барғайным... – тине Шамил, ҡыҙып китеүҙән көскә тыйылып.
– Нимә тиһен, бандит балаһына миндә эш юҡ, ти.
– Эт!.. – Ошо бер генә һүҙҙе һығып сығара алды Ғәлиә. Ни әйтә алһын инде ул, нисек йыуатһын балаҡайын?! Ҡаты бәғерле бәндәләрҙең һүҙе ҡалыпҡа һалынған балсыҡты туҡмаҡ менән һуҡҡылаған һымаҡ. Күңеле генә ҡатып ҡуймаһа ярар ине балаҡайының! Тормош ауырлыҡтарын, кеше һүҙенең зәһәрлеген татып, нығынып та өлгөрмәгән бит әле ул.
– Эх, әсәй! Иҫ белгәнемдән алып, һатлыҡйән балаһы бит мин. Бына ошонда килеп ҡаҙала!.. – Шамил йоҙороғо менән тағы ла түшенә һуҡты.
Улының йөрәген ниндәй ғазап өйкәгәнен яҡшы аңлай Ғәлиә, ул ғазапты төбө-тамыры менән йолҡоп ташлар әмәле генә юҡ. Кеше нимә һөйләмәҫ, ил ауыҙына иләк ҡаплап булмай. Яман һүҙ ҡарышҡан һайын ҡотора, ҡуптарып алмаҫлыҡ булып йәбешә генә бара.
– Эй, балаҡайым, кеше һүҙе кеше үлтерә, ти. Атайыңдың бер ғәйебе юҡ, – тип улын йыуатырға самаланы әсә.
– Ғәйебе булмағас, ниңә соҡоноп йөрөйҙәр һуң? Мәскәүҙән тикшереү килгән, тип бөтә ауыл һөйләй ана... Әҙәм алдына сығыуы оят!.. – Шамил, кемгәлер янағандай, йоҙроҡтарын төйнәне.
– Ҡуй, балам, улай тимә. Атайыңа еңел тип беләһеңме!? Һуғыштан һуң әллә күпме килеп, төпсөп йөрөнөләр. Онотоп баралар ине әле ошосор. Анау военкомдан кеше килеп, ҡуҙғытып ебәрҙе.
– Сәбәбе булмаһа, килеп йөрөмәҫтәр ине... – Шамил һаман үҙенекен тылҡый.
– Сеү, балам, ауыҙыңдан ел алһын!.. – Ғәлиә усы менән үҙенең ауыҙын ҡапланы, шулай итһә, Шамилы өндәшмәҫ, шымып ҡалыр һымаҡ.
– Һуң, әсәй, үҙең күреп тораһың да, исмаһам, һыңар миҙалы ла юҡ бит! – Егет әсенеп әйтте быны.
– Эй, балаҡайым, һуғышҡа кеше миҙал өсөн барамы ни!? – Әсә йөрәгенән һыҡрап-һыҡтап сыҡҡан ошо һүҙҙәр ҙә тәьҫир итмәне ярһыған Шамилға.
– Башҡаларҙың бит, ана, күкрәге тулы миҙал. Хатта бот буйы Хәйретдин ағайҙың да өс миҙалы бар... – тине ул, тышҡа атылып сығырға торған асыуын теше менән ҡыҫып.
Ғәлиә ирен аҡлар һүҙ таба алманы:
– Балаҡайым, атайыңдың пленда булғанын беләһең бит!.. – тине. Тауышы шым ғына сыҡты уның.
– Йүнле кеше пленға төшмәй ул. Үҙҙәрен үҙҙәре атҡандар... Әй!.. – Шамил, ҡапҡанан йүгән тотоп инеп килгән атаһын күреп, ҡул һелтәп, эре аҙымдар менән өйгә атланы .
Сәлмән аласыҡ тупһаһында ултырған Ғәлиә янына килеп, бер аҙ уға ҡарап торҙо ла, үҙ алдына һөйләнгәндәй, әйтте:
– Атты әйтәм, бәйҙә тоторға ғына ҡалды хәҙер. Белеп торам, баҫыуға төшмәһә лә, юрамал дворға алып барып бикләтә Мәхмүт.
Ғәлиә, бер нөктәгә текләп ултырған еренән башын ҡалҡытты:
– Шул ат тип үләһең инде һин. Кешеләр атһыҙ ҙа йәшәй ана, – тауышы моңһоу ине уның.
– Һе, атһыҙ нимә эшләйем мин?! Ҡулһыҙ ҡалайыммы ни унһыҙ? Күҙ терәп торған мал – шул.
– Ат тоторға закун ҡушмай ҙабаһа.
– Мал тоторға ла ҡушмаған ниндәй закон һуң ул!?
– Сеү, бабай!.. Үҙ хәлеңде беләһең бит... – Ғәлиә, берәйһе ишетеп ҡалманымы тигәндәй, тирә-яҡҡа күҙ ташланы.
Бынан бер нисә йыл элек булған ваҡиғалар Сәлмәндең хәтер йомғағынан тағалды. Ҡыш ине. Һарай башында бер-ике күтәремдәй бесәне ҡалғас, яландағы кәбәнен ташып алыу ниәте менән, колхоз һарайына ат һорап барҙы. Конюх Талип менән һөйләшеп, йомошон ослап ҡына тора ине, шунда Мәхмүттең килеп сығыуын әйт. Колхоздың Ҡарсыға ҡушаматлы иң шәп айғырына егелгән кашауайынан төштө лә Сәлмәнгә ҡаш аҫтынан уҫал ҡараш ташланы ул:
– Бында нишләп йөрөйһөң? – тине тамаҡ төбөнән.
Сәлмән урынына Талип яуап бирҙе:
– Бесәнен ташырға ат һорай Сәлмән. Анау, туры бейәне бирһәк, тим…
Талипты ҡырыҫ бүлдерҙе Мәхмүт:
– Уға ат ищеү!.. Ана, ниместәренән барып алһын…
– Һ-һин!.. Һин!.. – Сәлмән йән асыу менән Мәхмүттең боғаҙынан алырға уҡталып ҡуйҙы, ләкин тыйылып ҡалды. Бар асыуын йоҙороғона төйнәп, ҡапыл боролдо ла шәп-шәп атлап ҡайтып китте. Өйөнә инеү менән карауатҡа йөҙтүбән тәгәрәне, мендәргә ҡапланып, шым ғына иланы ул. Ҡот осҡос ғазаптарға сыҙап, ыһ та итмәгән ир уртаһындағы Сәлмәндең беренсе тапҡыр күҙ йәштәренә ирек биреүе ине был. Аяуһыҙ тормош алдында үҙенең көсһөҙлөгөнә ғәрләнеп, оҙаҡ ҡына һыҡтаны ир. Әлдә Ғәлиәһе өйҙә юҡ, Шамил улы мәктәптән ҡайтмаған. Улар алдында күҙ йәше түгеү ниндәй мәсхәрә, меҫкенлек булыр ине…
Шунда башына бер елле уй килде Сәлмәндең. Һуғыш осоронда бер ҙә, ат юҡ, тип аптырап тормағандар, мал-тыуар еккәндәр. Нишләп әле колхоздың күтәртергә торған үләкһә аттарын һорап, меҫкенләнеп йөрөргә?! Аллаға шөкөр, һыйыры көр күренә. Еккегә бер өйрәтеп алһа, бесәнен дә ташыр, утынын да килтерер. Ошо уй күңелен күтәреп ебәрҙе Сәлмәндең. Башта электән сөйҙә элеүле торған, атаһынан ҡалған ҡамытты һыйыр муйынына һыйырлыҡ итеп рәтләне, ә ыңғырсаҡты хет ат, хет һыйыр һыртына һал – таман килеп тора. Һарай башынан, оҙаҡ ятып тештәре ҡупшай башлаған ат санаһын һөрәп төшөрҙө. Уны рәткә килтереп маташҡанда, Ғәлиәһе ҡайтып инде.
– Бәй-бәй, ни эшләүең, бабай? – тине ул ғәжәпләнеп.
– Һыйырҙы еккегә өйрәтәм, бисәкәй, – тине ҡәнәғәт ҡиәфәттә Сәлмән.
– Бынағайыш!.. – Ғәлиә аҙбар мөйөшөндә көйшәп торған һыйырына йәлләп ҡараны. – Бер бөртөк һыйырыбыҙҙы имгәтеп ҡуйһаң?..
– И-и, бисәкәй, боронғолар, һыйыр тулаһа, аттан яман, тип бушҡа әйтмәгән. Һыйыр малы көслө була ул. Бирешмәҫ!
Алдына алғанын ҡуямы ни ул Сәлмән, шуға артыҡ һүҙ ҡуйыртып торманы Ғәлиә.
Муйынына ҡамыт кейҙерелгән һыйыр, был ниндәй ғиллә булды әле тигәндәй, унан ҡотолорға маташып, өҙлөкһөҙ башын сайҡаны. Сәлмән, һыйырын тәртә араһына индерә алмай оҙаҡ ҡына аҙаплана торғас, тәки егә алды. Шунан уны апаруҡ ҡына көрт баҫҡан бәрәңге баҡсаһына сығарҙы. Көрттә әллә ни сығынлай алмаҫ. Һыйыр, ҡалын ҡарҙы ярып, бер-ике һикереп маташты ла яҙмышына бойһондо яйлап, байтаҡ ҡына йөрөгәндән һуң, тамам күндәм малға әйләнде.
Иртәгәһенә бесәнгә китте Сәлмән. Оҙаҡ йөрөнө. Ни тиһәң дә, һыйыр ат түгел, юрттырып булмай, үҙ яйына ғына атлай. Тәүге барғанында бесәнде әҙ тейәне, аҫтына ғына һалып апҡайтты тиһәң дә була. Икенсе тапҡыр ярты ат йөгө самаһы ине. Тора-бара мулыраҡ та тейәй башланы. Һөрәне мал йөктө. Ни хәл итәһең, бер тәртә араһына кергәс, мал ғына түгел, кеше лә күнә ауыр йөккә…