Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Июнь 2021, 09:25

Әсир

4-се киҫәкСалауат ӘБҮЗӘРӘСИРПовестьВоенкомат вәкиле сығып киткәс, Ғәлиә борсоулы уйҙарға бирелеп, ауыҙын яулыҡ осо менән ҡаплаған килеш, байтаҡ ҡына шымып торҙо.– Эй, Хоҙайым, нимәгә булыр икән был?! – тине ул, ниһайәт.Сәлмән, тәү күргәндәй, ҡатынына һынсыл ҡараны:– Әллә һин дә!?.– Аптырағандан әйтәм инде. Хәрби кеше тиктәҫкә йөрөмәҫ...Сәлмән ҡатынын нисек йыуатырға белмәне, уның да күңеленә шик һөрөмө ҡуна барғанын күҙҙәренән шәйләне шулай ҙа.– Эх, Ғәлиә!.. Ил алдында ғәйебем юҡ минең! Юҡ!.. Тикшерәләр икән, тикшерһендәр, – тип ҡул һелтәне ир.– Һин әйтерһең дә ул. Ана, теге саҡта ни, бер ғәйебе булмаған күпме кешенең башын ашанылар. Бисара Ғилметдин ағайҙың ни ғәйебе бар ине һуң?! Аслыҡта тотош ауылды йоттан ҡурсып ҡалды. Кулак тип, алдылар ҙа киттеләр, – Күңел төбөндә баҙлаған шик ҡуҙын терелтеп ебәреүен үҙе лә аңғармай ҡалды Ғәлиә. Уныһы бер ут алһа, дөрләп тоҡанып китәсәк, бәғереңде яндырасаҡ, ул ялҡынды һыу һибеп кенә һүндереп булмай шул!– Ярай, мин атты апҡайтайым, – Атын уйлап, Сәлмәндең йәне көйҙө. Бая ғына барып ҡарап ҡайтты, баҡса артында ғына йөрөй ине, теге, ләғин, тәки колхоздың ат һарайына ҡыуып, бикләп ҡуйған икән.Былай ҙа саҡ торған Ғәлиә, ат тураһында ишеткәс, асыуы ҡабарҙы ла китте:– Әйттем мин һиңә, алмайыҡ шул атты, тип. Үҙ башыңа бәлә булды. Мәхмүте ҡаныҡты хәҙер. Әллә һатып ҡына ебәрәһеңме?– Юҡ, бисәкәй! Йәнемде алһалар алһындар, атһыҙ ҡалыу юҡ! – тип өҙә һуҡты Сәлмән, шунан йүгәнен тотоп, колхоздың ат һарайына йүнәлде.– Һүҙләшеп торма тағы шуның менән, – тип киҫәтеп ҡалды Ғәлиә иренең артынан. – Йә, раббым, хәйерлегә булһын!..Сәлмән китеп күп тә үтмәне, алан-йолан ҡаранып, ҡапҡанан Сәкинә килеп инде. Күрше булһалар ҙа, Ғәлиәнең күңеле өнәп етмәй был ҡатынды. Теле телгә йоҡмай уның, гел кеше сәйнәп, теге шулай иткән, был былай иткән, тип теңкәне ҡорота. Бер нәмәне лә күҙ уңынан ысҡындырмай ул, ҡайҙан ишетә лә, ҡайҙан күрә?!– Һеҙҙән сығып барғанын шәйләнем дә, ҡана, күршенең хәлен белеп сығайым әле, тим. Әллә милисийә булды инде? – тип һөйләнде Сәкинә, йөҙөнә борсоулы ҡиәфәт һылап.Һүҙҙең нимә тураһында барғанын төшөнһә лә, юрамал һораған булды Ғәлиә:– Кемде әйтәһең, Сәкинә?– Һуң яңыраҡ ҡына сығып китте бит һеҙҙән.– Ә-ә, уны әйтәһеңме ни. Вайынкумдан ул.– И-и, бахырҡайҙы!.. – Сәкинә кемделер ҡыҙғанып, уфтанғандай итте.– Нишләп бахыр булһын, ти, ул? – Сәкинәнең тел төбөндә нимә ятҡанлығын һиҙенһә лә, аңламағанға һалышты Ғәлиә.– Уны түгел, Сәлмәнде әйтәм инде... И, бахыр!.. Тикшереп йөрөүҙәрелер. Вайынкум һынлы ерҙән тиккә йөрөмәҫ кеше. Алып китерҙәр микән инде Сәлмәнде?.. – Ғәлиәнең ауыртҡан еренә тоҙ һибеүенән ҡәнәғәтлеге күҙенә сыҡҡаны күренеп тора ине Сәкинәнең. Сырайын һытҡан булып, маңлайына йыйырсыҡтар өҫтәп маташһа ла, күҙҙәр алдаша белмәй шул. Абайлабыраҡ ҡараһаң, уларҙа балҡып киткән ҡыуаныс сатҡылары һикергеләүе шәйләнә.– Ҡуй, Сәкинә, бустыйҙы һөйләп торма, йәме, – асыуы таша барған Ғәлиә, һүҙ бөттө, тигәндәй, аласыҡҡа табан ыңғайланы. Тегенеһе тотам да ҡалмай, һөйләнә-һөйләнә, уға эйәрҙе:– Аһ, аһ, нишләп бустый булһын, ти. Ана Вәлиулла ағай әйтә, блинныйҙарға хөкөм ҡаты, ти. Нимескә эшләгәндәр бит улар, ти. Вәлиулла ағай белә ул, һуғыштан миҙал тағып ҡайтты лаһа.Ғәлиә һүҙ ағышын икенсегә бороп маташты:– Юҡ менән башыңды ҡатырғансы, этегеҙҙе бәйләп ҡуйыр инең, күрше. Ҡош-ҡортҡа ем ҡуйыр әмәл юҡ, килә лә ашай, килә лә ашай.Сәкинә бот сапты:– Абау, эт ҡайғыһымы бынауындай саҡта... Ирең өсөн ыжлап та бирмәйһең әллә?!. Кит!.. Мин ни, һине йыуатайым тип кенә кергәйнем.– Ҡуй, Сәкинә, йөрөмә баш бутап. Сәлмәндең ил алдында бер ғәйебе лә юҡ. Яраларынан әле лә мандый алмай. Бөтә тәне иләк ише тишкеләнеп бөткән.– Әллә тағы... Кем белә инде... Ни ятмаҫ әҙәм балаһының эсендә... Һин, Ғәлимә, шулай ҙа һағыраҡ бул тимәксемен... – Сәкинә тауышына йәлләткес төҫ өҫтәне.– Нимәнән һаҡ булырға һуң миңә, ә? – Ғәлиә асыулы ҡараш ташланы.– Ни тим инде... – Сәкинә күңеленән тағы бер ус тоҙ һоҫоп сығарҙы. – Үҙең беләһең, ундайҙарҙың бисәләрен дә, бала-сағаһын да аяп тормайҙар ти бит... Һине йәлләп кенә әйтеүем, ҡыҙыҡай...Ғәлиәнең сабырлығы шартлап һынды:– Нимә һөйләгәнеңде беләһеңме һин!? – тип ҡыҙҙы ла китте ул. – Кит, Сәкинә!.. Кит, яҡшы саҡта! Мин һинең кәңәшеңә мохтаж түгелмен.Ғәлиәнең был тиклем асыулы сағын күргәне юҡ ине Сәкинәнең, әллә ҡаушап, әллә ҡурҡыуҙан сигенә бирҙе:– Аһ, аһ!.. Ит изгелек, көт яуызлыҡ... – тип һөйләнде ул.– Бар!.. Бар!.. Йөрөмә бында еҫкәнеп!Сәкинә, бәләһенән баш-аяҡ, тигәндәй, ҡулын һелтәп, ҡапҡаға табан ыңғайланы:– Ярар, артыңа килеп төртөлгәс белерһең әле. Аҙаҡ терһәгеңде тешләрҙәй булырһың. Күрше хаҡы, тип ингән булам тағы... – Сәкинә ҡапҡаны шартлата ябып сығып китте.– Эй, Хоҙайым, тағы ниҙәр күрәһеләр бар икән?! – Ғәлиә, хәлһеҙләнеп, аласыҡ тупһаһына сүгәләне. Шулай күпме ултырғандыр, улының ҡайтҡанын да абайламай ҡалған.– Унда нишләп ултыраһың, әсәй? – улының ошо һорауы асылына алып ҡайтты Ғәлиәне, башын ҡалҡытып, улына ҡараны ла терт итеп ҡалды.– Бәй, бәй, балаҡайым, төҫөң ҡасҡан. Нимә булды?– Әй!.. – Шамил ҡул һелтәне. Бая булып үткән күңелһеҙ хәлде әсәһенә һөйләгеһе килмәй ине уның. – Бер ни ҙә юҡ…Әсә йөрәген алдап буламы ни, балаһының кәйефен һәр күҙәнәге менән тойған Ғәлиә ныҡышты:– Әйт, балам, бер-бер хәл булдымы?– Китәм мин, әсәй. Бер көн дә ҡалмайым бында. Китәм!.. – Был һүҙҙәр, әсәһен борсорға теләмәһә лә, үҙенән-үҙе егеттең күкрәген йыртып сыҡты.– Аһ, аһ!.. Бына һиңә кәрәк булһа. Нимә һөйләйһең ул, балаҡайым? – Ғәлиәнең былай ҙа шом баҫҡан йөрәге сәнсеп ҡуйҙы. Ниндәй хәсрәт төштө икән балаҡайҙың башына? Ғәлиә ошо берҙән-бер улы өсөн йәшәй, бәпкәһен ҡош-ҡорттан ҡурсалаған инә ҡаҙ һымаҡ, унан күҙ яҙлыҡтырманы. Шамилы үҫеп, егет ҡорона баҫҡас, төн уртаһына тиклем йөрөй башланы, уның ҡайтыуын көтөп, хафаланып керпек тә ҡаҡманы Ғәлиә.– Аһ, аһ!.. Бына һиңә кәрәк булһа. Нимә һөйләйһең ул, балаҡайым? – Ғәлиәнең былай ҙа шом баҫҡан йөрәге сәнсеп ҡуйҙы. Ниндәй хәсрәт төштө икән балаҡайҙың башына? Ғәлиә ошо берҙән-бер улы өсөн йәшәй, бәпкәһен ҡош-ҡорттан ҡурсалаған инә ҡаҙ һымаҡ, унан күҙ яҙлыҡтырманы. Шамилы үҫеп, егет ҡорона баҫҡас, төн уртаһына тиклем йөрөй башланы, уның ҡайтыуын көтөп, хафаланып керпек тә ҡаҡманы Ғәлиә.(Дауамы бар)

4-се киҫәк
Салауат ӘБҮЗӘР
ӘСИР
Повесть
Военкомат вәкиле сығып киткәс, Ғәлиә борсоулы уйҙарға бирелеп, ауыҙын яулыҡ осо менән ҡаплаған килеш, байтаҡ ҡына шымып торҙо.
– Эй, Хоҙайым, нимәгә булыр икән был?! – тине ул, ниһайәт.
Сәлмән, тәү күргәндәй, ҡатынына һынсыл ҡараны:
– Әллә һин дә!?.
– Аптырағандан әйтәм инде. Хәрби кеше тиктәҫкә йөрөмәҫ...
Сәлмән ҡатынын нисек йыуатырға белмәне, уның да күңеленә шик һөрөмө ҡуна барғанын күҙҙәренән шәйләне шулай ҙа.
– Эх, Ғәлиә!.. Ил алдында ғәйебем юҡ минең! Юҡ!.. Тикшерәләр икән, тикшерһендәр, – тип ҡул һелтәне ир.
– Һин әйтерһең дә ул. Ана, теге саҡта ни, бер ғәйебе булмаған күпме кешенең башын ашанылар. Бисара Ғилметдин ағайҙың ни ғәйебе бар ине һуң?! Аслыҡта тотош ауылды йоттан ҡурсып ҡалды. Кулак тип, алдылар ҙа киттеләр, – Күңел төбөндә баҙлаған шик ҡуҙын терелтеп ебәреүен үҙе лә аңғармай ҡалды Ғәлиә. Уныһы бер ут алһа, дөрләп тоҡанып китәсәк, бәғереңде яндырасаҡ, ул ялҡынды һыу һибеп кенә һүндереп булмай шул!
– Ярай, мин атты апҡайтайым, – Атын уйлап, Сәлмәндең йәне көйҙө. Бая ғына барып ҡарап ҡайтты, баҡса артында ғына йөрөй ине, теге, ләғин, тәки колхоздың ат һарайына ҡыуып, бикләп ҡуйған икән.
Былай ҙа саҡ торған Ғәлиә, ат тураһында ишеткәс, асыуы ҡабарҙы ла китте:
– Әйттем мин һиңә, алмайыҡ шул атты, тип. Үҙ башыңа бәлә булды. Мәхмүте ҡаныҡты хәҙер. Әллә һатып ҡына ебәрәһеңме?
– Юҡ, бисәкәй! Йәнемде алһалар алһындар, атһыҙ ҡалыу юҡ! – тип өҙә һуҡты Сәлмән, шунан йүгәнен тотоп, колхоздың ат һарайына йүнәлде.
– Һүҙләшеп торма тағы шуның менән, – тип киҫәтеп ҡалды Ғәлиә иренең артынан. – Йә, раббым, хәйерлегә булһын!..
Сәлмән китеп күп тә үтмәне, алан-йолан ҡаранып, ҡапҡанан Сәкинә килеп инде. Күрше булһалар ҙа, Ғәлиәнең күңеле өнәп етмәй был ҡатынды. Теле телгә йоҡмай уның, гел кеше сәйнәп, теге шулай иткән, был былай иткән, тип теңкәне ҡорота. Бер нәмәне лә күҙ уңынан ысҡындырмай ул, ҡайҙан ишетә лә, ҡайҙан күрә?!
– Һеҙҙән сығып барғанын шәйләнем дә, ҡана, күршенең хәлен белеп сығайым әле, тим. Әллә милисийә булды инде? – тип һөйләнде Сәкинә, йөҙөнә борсоулы ҡиәфәт һылап.
Һүҙҙең нимә тураһында барғанын төшөнһә лә, юрамал һораған булды Ғәлиә:
– Кемде әйтәһең, Сәкинә?
– Һуң яңыраҡ ҡына сығып китте бит һеҙҙән.
– Ә-ә, уны әйтәһеңме ни. Вайынкумдан ул.
– И-и, бахырҡайҙы!.. – Сәкинә кемделер ҡыҙғанып, уфтанғандай итте.
– Нишләп бахыр булһын, ти, ул? – Сәкинәнең тел төбөндә нимә ятҡанлығын һиҙенһә лә, аңламағанға һалышты Ғәлиә.
– Уны түгел, Сәлмәнде әйтәм инде... И, бахыр!.. Тикшереп йөрөүҙәрелер. Вайынкум һынлы ерҙән тиккә йөрөмәҫ кеше. Алып китерҙәр микән инде Сәлмәнде?.. – Ғәлиәнең ауыртҡан еренә тоҙ һибеүенән ҡәнәғәтлеге күҙенә сыҡҡаны күренеп тора ине Сәкинәнең. Сырайын һытҡан булып, маңлайына йыйырсыҡтар өҫтәп маташһа ла, күҙҙәр алдаша белмәй шул. Абайлабыраҡ ҡараһаң, уларҙа балҡып киткән ҡыуаныс сатҡылары һикергеләүе шәйләнә.
– Ҡуй, Сәкинә, бустыйҙы һөйләп торма, йәме, – асыуы таша барған Ғәлиә, һүҙ бөттө, тигәндәй, аласыҡҡа табан ыңғайланы. Тегенеһе тотам да ҡалмай, һөйләнә-һөйләнә, уға эйәрҙе:
– Аһ, аһ, нишләп бустый булһын, ти. Ана Вәлиулла ағай әйтә, блинныйҙарға хөкөм ҡаты, ти. Нимескә эшләгәндәр бит улар, ти. Вәлиулла ағай белә ул, һуғыштан миҙал тағып ҡайтты лаһа.
Ғәлиә һүҙ ағышын икенсегә бороп маташты:
– Юҡ менән башыңды ҡатырғансы, этегеҙҙе бәйләп ҡуйыр инең, күрше. Ҡош-ҡортҡа ем ҡуйыр әмәл юҡ, килә лә ашай, килә лә ашай.
Сәкинә бот сапты:
– Абау, эт ҡайғыһымы бынауындай саҡта... Ирең өсөн ыжлап та бирмәйһең әллә?!. Кит!.. Мин ни, һине йыуатайым тип кенә кергәйнем.
– Ҡуй, Сәкинә, йөрөмә баш бутап. Сәлмәндең ил алдында бер ғәйебе лә юҡ. Яраларынан әле лә мандый алмай. Бөтә тәне иләк ише тишкеләнеп бөткән.
– Әллә тағы... Кем белә инде... Ни ятмаҫ әҙәм балаһының эсендә... Һин, Ғәлимә, шулай ҙа һағыраҡ бул тимәксемен... – Сәкинә тауышына йәлләткес төҫ өҫтәне.
– Нимәнән һаҡ булырға һуң миңә, ә? – Ғәлиә асыулы ҡараш ташланы.
– Ни тим инде... – Сәкинә күңеленән тағы бер ус тоҙ һоҫоп сығарҙы. – Үҙең беләһең, ундайҙарҙың бисәләрен дә, бала-сағаһын да аяп тормайҙар ти бит... Һине йәлләп кенә әйтеүем, ҡыҙыҡай...
Ғәлиәнең сабырлығы шартлап һынды:
– Нимә һөйләгәнеңде беләһеңме һин!? – тип ҡыҙҙы ла китте ул. – Кит, Сәкинә!.. Кит, яҡшы саҡта! Мин һинең кәңәшеңә мохтаж түгелмен.
Ғәлиәнең был тиклем асыулы сағын күргәне юҡ ине Сәкинәнең, әллә ҡаушап, әллә ҡурҡыуҙан сигенә бирҙе:
– Аһ, аһ!.. Ит изгелек, көт яуызлыҡ... – тип һөйләнде ул.
– Бар!.. Бар!.. Йөрөмә бында еҫкәнеп!
Сәкинә, бәләһенән баш-аяҡ, тигәндәй, ҡулын һелтәп, ҡапҡаға табан ыңғайланы:
– Ярар, артыңа килеп төртөлгәс белерһең әле. Аҙаҡ терһәгеңде тешләрҙәй булырһың. Күрше хаҡы, тип ингән булам тағы... – Сәкинә ҡапҡаны шартлата ябып сығып китте.
– Эй, Хоҙайым, тағы ниҙәр күрәһеләр бар икән?! – Ғәлиә, хәлһеҙләнеп, аласыҡ тупһаһына сүгәләне. Шулай күпме ултырғандыр, улының ҡайтҡанын да абайламай ҡалған.
– Унда нишләп ултыраһың, әсәй? – улының ошо һорауы асылына алып ҡайтты Ғәлиәне, башын ҡалҡытып, улына ҡараны ла терт итеп ҡалды.
– Бәй, бәй, балаҡайым, төҫөң ҡасҡан. Нимә булды?
– Әй!.. – Шамил ҡул һелтәне. Бая булып үткән күңелһеҙ хәлде әсәһенә һөйләгеһе килмәй ине уның. – Бер ни ҙә юҡ…
Әсә йөрәген алдап буламы ни, балаһының кәйефен һәр күҙәнәге менән тойған Ғәлиә ныҡышты:
– Әйт, балам, бер-бер хәл булдымы?
– Китәм мин, әсәй. Бер көн дә ҡалмайым бында. Китәм!.. – Был һүҙҙәр, әсәһен борсорға теләмәһә лә, үҙенән-үҙе егеттең күкрәген йыртып сыҡты.
– Аһ, аһ!.. Бына һиңә кәрәк булһа. Нимә һөйләйһең ул, балаҡайым? – Ғәлиәнең былай ҙа шом баҫҡан йөрәге сәнсеп ҡуйҙы. Ниндәй хәсрәт төштө икән балаҡайҙың башына? Ғәлиә ошо берҙән-бер улы өсөн йәшәй, бәпкәһен ҡош-ҡорттан ҡурсалаған инә ҡаҙ һымаҡ, унан күҙ яҙлыҡтырманы. Шамилы үҫеп, егет ҡорона баҫҡас, төн уртаһына тиклем йөрөй башланы, уның ҡайтыуын көтөп, хафаланып керпек тә ҡаҡманы Ғәлиә.
– Аһ, аһ!.. Бына һиңә кәрәк булһа. Нимә һөйләйһең ул, балаҡайым? – Ғәлиәнең былай ҙа шом баҫҡан йөрәге сәнсеп ҡуйҙы. Ниндәй хәсрәт төштө икән балаҡайҙың башына? Ғәлиә ошо берҙән-бер улы өсөн йәшәй, бәпкәһен ҡош-ҡорттан ҡурсалаған инә ҡаҙ һымаҡ, унан күҙ яҙлыҡтырманы. Шамилы үҫеп, егет ҡорона баҫҡас, төн уртаһына тиклем йөрөй башланы, уның ҡайтыуын көтөп, хафаланып керпек тә ҡаҡманы Ғәлиә.
  • (Дауамы бар)
  • Читайте нас: