Башҡортостан – гөлбостан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән
Мең туғыҙ йөҙ егерме дүртенсе йылдың йәмле яҙы. Тамбов ҡалаһы. Йылы киске һауала алмағас сәскәләренең йөрәктәрҙе елкендергес, иҫерткес еҫе аңҡый. Сәскәләргә күмелгән емеш ағастары ботаҡтарына ҡунған аҫыл ҡоштар бер-береһенән уҙҙырып һайраша. Әкрен генә иҫкән яғымлы ел бөтә донъяны иркәләп – наҙлап, илерткес һәм татлы мөхәббәткә өндәй, сикһеҙ бәхеткә саҡыра һымаҡ.
Урта буйлы, мыҡты кәүҙәле хәрби ҡала урамы буйлап ышаныслы аҙымдар менән атлап китеп бара. Уның өҫтөндә өр яңы йәшел гимнастерка, ҡып-ҡыҙыл шаровар, башында ал йондоҙло буденовка, билендә әле тәмле күн еҫе осоп бөтмәгән портупеялы көрән ҡайыш, аяғында ялтырап торған хром итектәр, ә күкрәгендәге ҡыҙыл командирҙарҙың билдәләре ара-тирә ялтлап-ялтлап китә.
Был ғәййәр егет – Буденный армияһының элекке эскадрон командиры Миңлеғәле Шайморатов. Ул әлеге көндә Тамбов ҡалаһындағы урта комсостав курстарында уҡып йөрөй. Оҙаҡламай тамамлай инде был хәрби мәктәпте. Миңлеғәле үҙенең егерме биш йәшенән өлкәнерәк күренә, сөнки ул бик ҙур тормош мәктәбе үткән кеше. Хәҙер алты йыл инде, эйәрҙән төшҡәне юҡ. Граждандар һуғышы осоронда уға ҡайҙарҙа ғына алышырға тура килмәне...
Миңлеғәле бөгөн увольнениелә булды. Йәшерен-батырын түгел, көнө буйы ҡыҙҙар күҙләгәйне. Нишләтәһең, тәбиғәт үҙенекен итә, йөрәк мөхәббәт көҫәй. Тик, нишләптер, күңел түрендә һаҡлаған яҡты хыялын – берҙән берен һаман осрата алмай. Ниһайәт, ҡупшы ғына зәңгәр күлдәк кейгән бер һылыу ҡыҙҙы шәйләп ҡалды ла, аяҡтары тартып, үҙе лә һиҙмәҫтән, шул сибәркәй артынан эйәрҙе лә китте. Кем белә, бәлки, уға яҙған һөйгән йәр нәҡ ошолор...
Хәҙер ярты сәғәт тирәһе матурҡай артынан бара инде, тик һүҙ ҡушырға ҡыймай әлегә. Ҡыҙ ресторан алдында һаһылдашып көлөшөп, тәмәке быҫҡытып торған йәш ирҙәр эргәһенән үткәндә аҙымдарын ҡыҙыулатты. Тик уны бер ҡыҙмаса булып алған хәрби кеше тупаҫ рәүештә эләктереп алды:
– Ҡайҙа ашығаһың, һылыуҡай? Әйҙә минең менән ресторанға!
– Һеҙ нимә?! Ебәрегеҙ мине! – ҡобараһы осҡан ҡыҙ был әрһеҙ бәндәнең оятһыҙ ҡулдарынан ысҡынырға тырышты. Ләкин ҡыҙыл командир кейемендәге теге йәш кеше уны ебәрергә уйламаны ла, ай-вайына ҡарамай, яңыраҡ нэпмандар асҡан ресторан ишегенә табан һөйрәкләне.
- Ебәрегеҙ мине, зинһар! – ҡыҙ ауға эләккән ҡошсоҡ һымаҡ талпынып, тегенең тупаҫ ҡулдарынан ысҡынырға маташты.
Апаруҡ ҡыҙмаса булып алған ҡыҙыл командирҙың иптәштәре лә һаһылдашып көлөшөп, уларҙың артынан эйәрҙе.
- Ярай, тәртипле булып ҡыланма, әйҙә беҙҙең менән!
- Ярҙам итегеҙ! – тип ялбарҙы ҡыҙ.
Миңлеғәле хулигандарға ҡысҡырҙы:
- Эй, һеҙ! Нишләүегеҙ был? Ебәрегеҙ ҡыҙҙы!
Тегеләр бер аҙға туҡтап ҡалып, Миңлеғәлегә һөҙөп ҡаранылар ҙа, тупаҫ рәүештә яуапланылар:
- Ярай, боец, үҙ юлыңда бул!
Миңлеғәленең асыуы ҡабарып китте:
- Ниндәй буржуйка булһын ул һеҙгә?!
- Ҡотҡарығыҙ мине, зинһар! – ҡыҙ асырғанып ҡысҡырҙы. Теге иҫерек баш уны ресторанға һөйрәкләп алып кереп китте.
Миңлеғәле ҡыҙ яғына уҡталды. Ләкин теге хулигандың ике иптәше уның юлын бүлде.
- Ҡатышма был эшкә тигәнде аңламайһыңмы ни?..
- Мә, улайһа, өлөшөңдө ал! – хулигандарҙың береһе уға киҙәнде. Миңлеғәле утты-һыуҙы үткән яугир, ҡул һуғышында ла тәжрибәһе баштан ашҡан. Шуға ла юғалып ҡалманы, тегенең йоҙроғонан ялтанған ыңғайы киҙәнде лә, ҡаршағының эйәк аҫтына апперкот һуғыуы менән тондорҙо. Теге таш салҡан ауҙы. Быны күреп, икенсе хулиган табандарын ялтыратты.
Миңлеғәле ресторанға атылып барып ингәндә тегеләр зал уртаһында тартҡылаша ине.
- Ебәрегеҙ мине, зинһар, миңә ҡайтырға кәрәк!
- Ныу, һин, кәнтәй, нимә тип ҡарышҡан булаһың?!
- Әйҙә, бер типтерәйек, тип әйтәм бит һиңә!
- Һеҙ барығыҙ ҙа тәүҙә шулай тигән булаһығыҙ, әйҙә эсәйек, кәнтәй!
- Ярҙам итегеҙ! Ярҙам итегеҙ!
Теге бәндә ҡыҙға һуғып ебәрҙе:
- Ах, һин, фәхишә! Етмәһә, тауышың сығамы?!
- Ҡотҡарығыҙ! Ҡотҡарығыҙ мине! – ҡыҙ илап ебәрҙе.
- Кемгә һинең кәрәгең бар, һөйрәлсек?! – иҫерек бәндә ҡыҙҙы төртөп осорҙо.
Миңлеғәле хулиганды күкрәгенән матҡып алып, иҙәнгә быраҡтырҙы:
- Оят түгелме һиңә, ҡыҙыл командир!?
Миңлеғәле һаҡ ҡына ҡулдарынан тотоп, һылыу ҡыҙҙы иҙәндән торғоҙҙо:
- Бер ерегеҙ ҙә ауыртмаймы?
Ҡото алынған матурҡай уға бер ни тип тә яуап ҡайтара алманы. Уның урынына теге хәрби иҙәндән һикереп тороп, уға аҡырҙы:
- Кемгә ҡул күтәргәнеңде беләһеңме?! Мин – штабтың иҫәп- ойоштороу бүлеге начальнигы, ҡыҙыл командир Борисов!
- Ә мин – эскадрон командиры Шайморатов.
- Ах, һин, чучмек! – Борисов уға ташланды. Миңлеғәле уны йыға һуҡты. Ҡыҙыл командир һикереп тороп, тағы дошманына уҡталды. Ләкин Шайморатов уны йәнә иҙәнгә тәгәрәтә һуҡты.
- Тыныс ҡына иҙәндә ятып тор, штаб ҡомағы!
- Мин һине үлтерәм, чурка! – Борисов торорға уҡталды.
Миңлеғәле уға тос йоҙроғо менән янаны:
- Торһаң, тағы йыға һуғам, иҫерек сусҡа!
Борисов ҡулдары менән башын ҡаплап аҡырҙы:
- Мин һине юҡ итәм, ҡыҫыҡ күҙ!
Был һүҙҙәр Миңлеғәленең асыуын ҡабартты:
- Аһ, һин иҫерек хайуан! – ул Борисовты аймап алып, йән көсөнә иҙәнгә быраҡтырҙы. - Марш өҫтәл аҫтына, иҫерек сусҡа! – Шайморатов артына тибеп, уны өҫтәл аҫтына инеп китергә мәжбүр итте. – Ошонан сыҡһаң, ботарлап ташлармын!
Миңлеғәле теге матурҡайҙы ҡултыҡлап, сығыу яғына алып китте:
- Әйҙәгеҙ, һылыу, бынан китәйек.
Борисов өҫтәл аҫтынан зәһәрләнеп аҡырып ҡалды:
- Ныу, чучмек Шайморатов, мин һине барыбер бөтөрәсәкмен! Ошо һүҙҙәремде иҫеңдә тот!.. Иртәме - һуңмы, барыбер башыңа етәсәкмен!..