Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Июнь 2021, 20:12

ҠОТЛАЙБЫҘ!!!

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы, драматург, журналист-публицист, тәржемәсе, 1986 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, бик күп әҙәби премиялар лауреаты Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙы Ғәниева күркәм юбилейын билдәләй! Күренекле әҙибәне ғүмер байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхет, ижади уңыштар теләйбеҙ!!!ӘНЕЙЕМӘ ТӘҠБИРIҺинең хаҡта нимә беләм һуң мин? ...Баҫыу аша,Ә юҡ... Оло юлдан Беҙ киләбеҙ икәү... һиңә ныҡ ышанам.Минең өсөн һин – өйөбөҙ,Йыһан.Беләктәрең ҡоршауына һеңеп, Һыйынамын ғәзиз күкрәгеңә.Шул тиклем дә ышыҡ.Шундай рәхәт, –Ергә һуҙылып ятып баш терәһәм Сәңгелдәктәй йылы итәгеңә.Һинең хаҡта нимә беләм һуң мин? ...Ауыл осондағы баҫыуҙағы Миләүшәләй яҡты ҡарашыңдан Күңелемә яға яҙ сыуағы.Шул тиклем дә һиңә ныҡ ышанам. Сәстәремде тарап үргәнеңдә, Иркәләнеп йөҙөңә һарылам даҺүрәтемде күрәм күҙҙәреңдә.Ай шикелле ялтыр, һалҡын ғына Көмөш алҡа тағып ҡолағыма,Мин йыбырлап атлап киләм арттан, Һыуға барам шишмә улағына. Һөйләштекме икән икәү-ара?Иҫләмәйем.Әммә шуны беләм:Башым ғына башҡа.Йәнем, ғәмем,Бар булмышым Айырылғыһыҙ һинән.Һинең ха-ҡта нимә беләм һуң мин? ...Шундай алсаҡ, сабыр йылмайыуың. Эйәк ташлап шарҡылданыңмы бер? Күҙ алдына килтереү ҙә ҡыйын.Сат йәбешәм зәңгәр итәгеңә,Сараһыҙ мин, сабый,Тертләй иңем.Эй, ҡөҙрәтле, мәрхәмәтле Аллам!— Әней, әней!— Әү! Мин бында, балам! —О, тауышың!Ниндәй танһыҡ һинең.

ӘНЕЙЕМӘ ТӘҠБИР
I
Һинең хаҡта нимә беләм һуң мин?
...Баҫыу аша,
Ә юҡ... Оло юлдан
Беҙ киләбеҙ икәү...
һиңә ныҡ ышанам.
Минең өсөн һин – өйөбөҙ,
Йыһан.
Беләктәрең ҡоршауына һеңеп,
Һыйынамын ғәзиз күкрәгеңә.
Шул тиклем дә ышыҡ.
Шундай рәхәт, –
Ергә һуҙылып ятып баш терәһәм
Сәңгелдәктәй йылы итәгеңә.
Һинең хаҡта нимә беләм һуң мин?
...Ауыл осондағы баҫыуҙағы
Миләүшәләй яҡты ҡарашыңдан
Күңелемә яға яҙ сыуағы.
Шул тиклем дә һиңә ныҡ ышанам.
Сәстәремде тарап үргәнеңдә,
Иркәләнеп йөҙөңә һарылам да
Һүрәтемде күрәм күҙҙәреңдә.
Ай шикелле ялтыр, һалҡын ғына
Көмөш алҡа тағып ҡолағыма,
Мин йыбырлап атлап киләм арттан,
Һыуға барам шишмә улағына.
Һөйләштекме икән икәү-ара?
Иҫләмәйем.
Әммә шуны беләм:
Башым ғына башҡа.
Йәнем, ғәмем,
Бар булмышым
Айырылғыһыҙ һинән.
Һинең ха-ҡта нимә беләм һуң мин?
...Шундай алсаҡ, сабыр йылмайыуың.
Эйәк ташлап шарҡылданыңмы бер?
Күҙ алдына килтереү ҙә ҡыйын.
Сат йәбешәм зәңгәр итәгеңә,
Сараһыҙ мин, сабый,
Тертләй иңем.
Эй, ҡөҙрәтле, мәрхәмәтле Аллам!
— Әней, әней!
— Әү! Мин бында, балам! —
О, тауышың!
Ниндәй танһыҡ һинең.
II
— Янғын! Янғын!
Уныһы нимә тағын?
Тор, тор, балам, яңғыҙ ҡурҡырһың.
Баҫыу яна! –
Һис ни аңлар хәл юҡ,
Саҡ арбаға сығып ултырҙым.
Кем йәйәүле,
Кемдер һыбай елә,
Ялҡын ҡапҡан ауыл ситенә.
Ҡояштан да сағыу...
Атыбыҙ саба,
Һыйынғанмын ҡуйының эсенә.
Бергә булғас, бик үк ҡурҡмайым. Тик...
Ни ғәләмәт,
Был ни ғәләмәт?
Күкрәк арба әллә ҡанатланған,
Әллә бара күктән тәгәрәп.
— Тпру!..
Балам! Ҡурҡма! Мин йүгерҙем! —
Сырылдайым.
Ә һин ҡабалан
Төн кәртәләп алған ут эсенә
Томоролдоң,.
Гүйә, күк болан.
— Әней! Әней!
Юғалам бит хәҙер...
Эй илағым килә ҡысҡырып.
Талға бәйләп ҡуйған атыбыҙ ғына,
Йыуатҡандай ҡуя бышҡырып.
Бөркәнәйемсәле аҡ шәлеңде,
Аралар ул шомло хәтәрҙән.
Әүен баҙарына киткәс кенә,
Алиһәме мине күтәргән?
— Ҡурҡма, балам, мин ул!..
Эй, сабыйым!
Илап ҡына арып талсыҡҡан.
Өлөшөң бар, шөкөр, икмәгең бар,
Ризығыңа яҙып насиптан.
Һин илайһың?
Миңә шул минутта
Донъя бөткән кеүек күренде.
Буҫлыҡтым мин һине йәлләүемдән,
Һин үкһенең йәлләп игенде.
III
— Һыу әйҙәнек!
— Һыу әйҙәнек!
— Взяли!
Бүрәнәнең осо атайҙа,
Икенсеһе – һинең ҡулда,
Бура
Күтәрелә ҡояш ыңғайға.
— Һыу әйҙәнек!
— Взяли!
Утын ҡайтҡан.
Бысҡының бер осо атайҙа,
Икенсеһе – һинең уста.
Имән
Тураҡлана бишәү, алтауға.
— Һыу әйҙәнек!
— Һыу әйҙәнек!
— Киттек!
Тәүге салғы алды – атайҙа,
Икенсеһе – һиндә.
Һибелеп ята
Толом-толом бесән бакуйҙа.
Ял иткәндә тыйнаҡ һүҙ башлайһың:
— Донъя үҙгәрә, ҡарт, һиҙҙеңме?
— Балаларҙы уҡытайыҡ.
— Уҡыт...
Һин дә инде беҙҙең белемле.
...Ишек аллыбыҙға эңер ауған,
Туҡмас йәйә кескәй ҡулдарың.
Атай арыған.
Ойой һикебеҙҙә
Мендәр итеп усының һыңарын.
Атай арыған.
Ризыҡ-тәғәм ейгәс,
Ҡолас йәйеп йоҡлай.
Йонсоған.
Һинең генә эшең бөтмәгән шул..
Йөн иләйһең.
Бейей орсоғоң.
Йә орсоғоң бейей,
Йәки һәлмәк
Сың-сың ғына энәң шәл бәйләй.
Шәл — һатыуға.
Әле сират көтә
Ун-ун биш пар ойоҡ, бейәләй.
Һинән берәү һоранымы икән:
Ниндәй шатлығың бар,
Ни ҡайғың?
Аһ вайымһыҙ,
Нишләп белешмәнем?
Үкенесе — йәшәү-һынауҙың.
IV
Ҡыҙыу тупраҡ өтә табандарҙы,
Туҡмай ҡояш иңде, түбәне.
Эй каторжан, башҡорт бисәләре,
Ғүмерегеҙ нужа эстәрендә,
Сөгөлдөрҙә иҙелеп үтәме?
Наҡаҫтан да оҙон йәйге көндән
Ҡайышланған алсаҡ йөҙөгөҙ.
Йәй төҫөнә бер һирпелеп бағып,
Хозурланды микән берегеҙ?
Йәйге селлә, көҙгө ҡара яуын
Үтеп ингән саҡта елеккә.
Ниндәй хыял ҡунып иңегеҙгә
Етәкләне яҡты өмөткә?
Эй ауылдың әрһеҙ бисәләре,
Ҡулығыҙҙа тәпке, һәнәкме?
Кем имләне һағыш-зарығыҙҙы,
Кем аяны һеҙҙең йөрәкте?
Яланаяҡ балсыҡ баҫа-баҫа
Һылағанда колхоз һарайын,
Бер-берәүҙәр диңгеҙ ярҙарында
Рәхәт кенә сикте, моғайын.
Ауылыбыҙҙың аҫыл бисәләре.
Ебәк күлдәк наҙлар иңегеҙ,
Ҡараһына ҡатҡан халат кейгәс,
Ҡарасҡылай ямаҡ инегеҙ.
...Ҡулыбыҙҙа сәй ҙә икмәк кенә,
Йонсоуҙарҙың етеп сигенә
Һинең яндан, әней, атлап киләм,
Уй-теләгем берәү, бер генә:
Рәхәтләнеп кенә йоҡла ине,
Таш булһа ла ярай баш аҫтым.
— Һинең шиғыр яҙғаның юҡ мәле?.. —
Һин дә инде, әней, һүҙ таптың.
— «Ағиҙел»де уҡып хайран булам,
Көнләшерһең шағир кешенән.
Теҙеп кенә ҡуя һүҙ мәрйенен
Ынйы тиреп күңеле эсенән.
...Шул төндө мин, әней, төш күрҙем ул,
Күңелем үҫеп, һулҡып уяндым:
Икебеҙҙе кемдер әйҙәп китте,
Офоҡ сикте,
Айҡаныҡ беҙ күкте.
Моңона сумдыҡ сөңгөл йыһандың.
V
— Ятлап алып булмай формуланы...
— Аксиома, әней, ни була?
— Аңламайым, формация һүҙен...
— Ә нимә ул — рух?
— Зар?
— Ә, йола?
Дүртебеҙ дүрт яҡлап:
— Әней! Әней!..
Дүртебеҙҙең һанһыҙ хәстәре.
Һин, әйтерһең, ҡәлғә, таяныс та,
Һин, әйтерһең,
Ғәмәл дәфтәре.
Ике аяҡлы һүҙлек һәм Белешмә —
Һәр һорауға әҙер яуабың.
Кәштәбеҙҙә гәзит-журнал тауы,
Баш аҫтыңда берәр китабың.
Ниндәйерәк таҫыл ағайҙар ҙа
Килер ине һиңә кәңәшкә.
— Ҡағыҙ яҙып бирсе әле, еңгә,
Һинең ҡулың бигерәк килешә.
Һәм һул ҡулың, ҡаҙ тешеләй тигеҙ,
Йүгертер ҙә уйсан ҡәләмен
Йә ғариза, йә үтенес яҙып,
Хәленә керер зарлы әҙәмдең.
— Мәсьәләне, әней, сисеп булмай..
— Башҡортсаһы нисек был һүҙҙең? ..–
Ашнаҡсыбыҙ, малсы, баҡсасыбыҙ,
Мөғәллимә инең һин беҙҙең.
Төндәр буйы хисап төймәләре
Ни икәнен белмәй арыуҙың,
Эй уйнаҡлай тилбер ҡулдарыңда,
Хеҙмәт хаҡын һанай ауылдың.
Латин, ғәрәп, беҙҙең хәрефтәрҙе
Йүгереп кенә уҡый күҙҙәрең.
Отҡор булғанһың шул.
Бар инеме
Һин белмәгән урыҫ һүҙҙәре?
...Ғүмер кисәм мин дә,
Күпте күрҙем.
Түрәһен дә күрҙем, ғалимын.
Аҙ осраны барыбер юлдарымда
Һинең зиһен, һинең таһылың.
Нисә мәрхүм һинең Ясин менән
Ахирәткә икән юлланды.
Партбилетлы ҡатын!
Кемгә һығынып,
Тоҫмалланың ғүмер ҡиблаңды?
VI
— Эй тула, тула, тула!
Тула баҫһаң, ни була?
Тула баҫҡан бисәләрҙең
Тамағы һыйлы була.
– Һары былбыл балалары
Талға ҡунғандар икән
Ҡара, былар сәсрәп тора,
Бигерәк уңғандар икән.
— Наҡаҫ һыуҙа алма йыуҙым,
Һыуҙары алһыуланды.
Эш эшләнек – байыманыҡ,
Һатмағыҙ беҙҙең данды.
— Йәнәш йылғаһы буйында
Моңло һайрай бер ҡарға.
Йәнәштән һыуҙар ташыным,
Баҫтыраулап бер арба.
...Еңгәләрҙең таҡмағы күп —
Ғүмерҙән оҙонораҡ.
Төрттөрөп тә ебәрәләр,
Һүҙҙәрен боҙобораҡ.
Кейеҙ баҫҡан, балаҫ һуҡҡан
Йә бүтән өмәләрҙә
Араҡы юҡ,
Тик һөтлө сәй
Табын-көрәгәләрҙә.
Бер ҡаранан — бер ҡараға —
Көндәр олғаша төнгә.
— Эш бөтмәҫ,
Үлһәк тә ҡалыр.
Йырла, Әминә еңгә.
...Эйелә талдар Наҡаҫ көҙгөһөнә,
Йүгәндәрен һыпырып ел сисә.
Һыҙылдыра моңон күкрәгенән
Үҫмер буйлыҡ ҡына бер бисә.
Тауҙай бейек, күлдәй тәрәй хисте
Булғас була икән күтәреп.
Эй, йыраусы!
Һығылам йыр-моңоңдо
Эс-бауырым аша үткәреп.
Һығылдыра моңоң,
Тубыҡ бөкләп
Теҙелешә ҡорға быуаттар.
Ҡай береһен тарих данға күмгән,
Ҡай береһен туҡмап илатҡан.
Ҡорҙағылар менән йырҙағылар
Уртаҡ аһәң, уртаҡ һағыштан,
Буйһонопмо ваҡыт ағышына,
Ихтыярҙан һинең ҡауышҡан
«Уйыл»дарҙа «Сибай» ат һуғара,
«Сәлимәкәй» үрләй тау-ташҡа.
Һылыуҙарҙың күңелен яулайым, тип,
Азаматтар сыға алышҡа.
Алданиһәм, ошо торған ерҙән
Аяғүрә, ерем, йот мине.
Ауылыбыҙҙа һинән ғилемле һәм
Һиндәй моңло ҡатып юҡ ине.
...Ә мин киттем.
Өйҙән сығып киттем.
Тик ниәтем күп саҡ уңманы.
Ил өҫтөндә, ахыры, һиндәй ихлас
Яратыусы мине булманы.
Исем-аттар алдым.
Әйтмәнеләр:
— Кеше булған берәү, йәнәһе.
Унан булыр, — тине ауылдаштар, —
Ниндәй дан ине бит әнәһе.
VII
Ауыл кеүек икән был зыярат:
Етемһерәп ҡалған мөрйәләр
Ише генә ҡәбер таштары ла
Кәртәләүле.
Үкһеп һөйәләм.
Әллә ҡалай булды.
Күстең — киттең...
Аптырашын ҡалдыҡ дүртебеҙ.
Уртты сәйнәп үкереп иланыҡ та
Шәмәрешеп бөттө битебеҙ.
Һемәйҙем бит
Берәр яйы сығыр,
Әйтермен, тип тотҡан һүҙҙәрем
Көтөү-көтөү булып һеңде күккә,
Эй үкенәм,
Өҙөлөп үҙәгем.
...Хыялың бармы, тип һораманым.
Күлдәк алған булдым.
Тун алдым.
Һин бәхетлеме, тип һораманым,
Һораманым никтер,
Оялдым.
Кемгә генә оҡшап ғәмһеҙ инем,
Йүнһеҙ инем,
Шулай уйланым:
Һине ҡамап алған ҡалып —
Ҡоллоҡ.
Шунан ҡасыу ине хыялым.
Ҡотолам да, имеш, донъя ҡорам,
Егәрле ир, уңған йәр менән.
Унда мине хөрмәт итәсәктәр,
Ел-дауылдан һаҡлар аҡ тирмәм.
...Тирмәм күккә осоп,
Хас хыянат
Үртәп киткәс ҡорған донъямды,
Дала тирәгеләй бөгөлөп төштөм,
Ҡуйыныңа алдым баламды.
...Зыяратта елдәр уйсан икән,
Ҡайындарҙың елпеп аҡ шәлен,
Кескәй генә һинең ҡәбереңә
Һалып киттем сирень шәлкемен.
Һинең хаҡта бик аҙ беләм шул мин,
Асмандарға ашҡан изге йән.
Яратам, тип бер ҙә әйтмәнемсе,
Әйтмәнем дә...
Әле үкенәм.
Бында мине талап-дәғүәләрһеҙ
Яратыусы кеше юҡ хәҙер.
Йәшәүҙән, юҡ, ваз кисмәнем әле,
Мөхәббәткә күңелем гел әҙер.
...Һуңлап теҙәм тиҫбе-хәтирәмде,
Кескәй генә һиңә тәҡбирем.
Осрашырбыҙ, бәлки...
Һин олғашҡан
Бейеклектәр яҙһа тәҡдирем.
Осрашырбыҙ.
Сират күперенән
Үткәрешһә тотҡан иманым.
Быйыл һиңә Ҡөрьән уҡытҡанда
Сөм күктәрҙән шуны һораным.
2004
Читайте нас: