Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Июнь 2021, 12:45

ДУҪТАРЫБЫҘ АРТА БАРА...

16 июнгә ҡарата Рәсәй почтаһы аша матбуғатҡа яҙылыу һөҙөмтәләре килде. Шуныһы һөйөндөрә: быйыл "Ағиҙел"ебеҙгә яҙылыусылар былтырғы ошо мәл менән сағыштырғанда 210 данаға күберәк. Бигерәк тә Баймаҡтар (102 дана, былтырғы менән сағыштырғанда + 25), Белореттар (31 дана +23, Дүртөйлөләр (88 дана + 79), Сибайҙар (23 дана + 11), Илештәр (30 дана + 22), Көйөргәҙеләр (30 дана +12), Мәләүездәр (26 дана + 6) беҙҙе ҡыуандырҙы. Әбйәлилдәр (былтыр был ваҡытта 13 кеше яҙылһа, быйыл 14) менән Бөрйәндәргә (былтыр — 5, быйыл — 7) аптырап ултырабыҙ әле. Ошо райондарҙа йәшәүсе яҙыусылар, журналистар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре яҙылған хәлдә лә, һандар күпкә юғарыраҡ булыр тип көткәйнек. Шулай тинек тә, тағы ла Әбйәлилдәрҙең альтернатив юл менән 68 кеше алдырыуын иҫкә төшөрөп, еңел һулап ҡуйҙыҡ. Ошо уңайҙан альтернатив юл менән 15 июлгә тиклем яҙылыу мөмкинлеген иҫегеҙгә төшөрәбеҙ!Әле бөгөнгө тираж һандары һуңғыһы түгел, ай аҙағынаса был райондарҙа дуҫтарыбыҙ тағы ла артыр тип өмөт итәбеҙ.Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай.

16 июнгә ҡарата Рәсәй почтаһы аша матбуғатҡа яҙылыу һөҙөмтәләре килде. Шуныһы һөйөндөрә: быйыл "Ағиҙел"ебеҙгә яҙылыусылар былтырғы ошо мәл менән сағыштырғанда 210 данаға күберәк. Бигерәк тә Баймаҡтар (102 дана, былтырғы менән сағыштырғанда + 25), Белореттар (31 дана +23, Дүртөйлөләр (88 дана + 79), Сибайҙар (23 дана + 11), Илештәр (30 дана + 22), Көйөргәҙеләр (30 дана +12), Мәләүездәр (26 дана + 6) беҙҙе ҡыуандырҙы. Әбйәлилдәр (былтыр был ваҡытта 13 кеше яҙылһа, быйыл 14) менән Бөрйәндәргә (былтыр — 5, быйыл — 7) аптырап ултырабыҙ әле. Ошо райондарҙа йәшәүсе яҙыусылар, журналистар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре яҙылған хәлдә лә, һандар күпкә юғарыраҡ булыр тип көткәйнек. Шулай тинек тә, тағы ла Әбйәлилдәрҙең альтернатив юл менән 68 кеше алдырыуын иҫкә төшөрөп, еңел һулап ҡуйҙыҡ. Ошо уңайҙан альтернатив юл менән 15 июлгә тиклем яҙылыу мөмкинлеген иҫегеҙгә төшөрәбеҙ!
Әле бөгөнгө тираж һандары һуңғыһы түгел, ай аҙағынаса был райондарҙа дуҫтарыбыҙ тағы ла артыр тип өмөт итәбеҙ.

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай.
Читайте нас: