Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Июнь 2021, 15:43

Владимир Путин Дәүләт Думаһына һайлау тәғәйенләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең указы менән һигеҙенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙы 19 сентябргә тәғәйенләне. Шулай итеп, ҙур парламент компанияһына рәсми старт бирелде. Өс айҙан илгә 450 федераль депутат һайларға кәрәк. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#НацПроекты#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең указы менән һигеҙенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙы 19 сентябргә тәғәйенләне. Шулай итеп, ҙур парламент компанияһына рәсми старт бирелде. Өс айҙан илгә 450 федераль депутат һайларға кәрәк. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Яҡын арала Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреү тәртибен раҫлай. Ул бер нисә көн (өс көндән артыҡ түгел) булыр тип көтөлә, ете төбәктең традицион һәм электрон форматтарҙы файҙаланасағы билдәле.
Партиялар ил президентының һайлау тәғәйенләү хаҡында указы рәсми баҫылып сыҡҡандан һуң 25 көн эсендә һайлау алды съездары үткәрергә һәм кандидаттар исемлектәрен раҫларға тейеш.
Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау менән бер үк ваҡытта төбәк кампаниялары ла уҙғарыла. Рәсәйҙең ун ике субъекты губернатор һайлай, тағы 39-ында закондар сығарыу йыйылышы депутатлығына кандидаттар өсөн тауыш биреү ойошторола.
19 сентябрҙә Өфөлә ҡала советына ла депутаттар һайлана.
Читайте нас: