Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Июнь 2021, 10:20

Әсир

3-сө киҫәкСалауат ӘБҮЗӘРӘСИРПовесть* * *Мәхмүткә уҡыу эләкмәне, дөрөҫөрәге, үҙе лә мәктәп тип ашҡынып торманы. Һигеҙенсе класты тамамлағансы һөрәлеп йөрөнө-йөрөнө лә, уҡып мулла булмаҫһың, суҡып ҡарға булмаҫһың, тип ҡул һелтәне. Әсәһе Сәкинә апай ҙа, уҡы, тип улын ҡыҫтаманы. Аллаға шөкөр, ҡайһы бер тиҫтерҙәре ише эсеп, тәмәке көйрәтеп, аҙып-туҙып йөрөмәй. Ана, һигеҙенсене тамамлар-тамамламаҫ, тотто ла колхоз малдарын көтөргә ялланды. Ҡайһы бер әсерәк теллеләр, һигеҙ йыл буйы көтөүсегә уҡыныңмы ни, тип көлгән булһалар ҙа, Мәхмүт ыжлап та бирмәне. Ауылда башҡа йүнле эш бармы тағы!? Урман ҡырҡып, йыуан-йыуан бүрәнәләрҙе күтәреп эс төшөргәнсе, мал артынан эйәреп йөрөүгә етәме ни. Шуныһы бар инде: йәй буйына иртәнән кискә тиклем яландан ҡайта белмәйһең. Быныһына ла тиҙ күнекте. Оҙон итеп үҙе ишеп алған сыбыртҡыһын шартлатып ебәрһә, донъялар һелкенеп киткәндәй була…Шулай мал артынан эйәреп йөрөй торғас, һиҙмәй ҙә ҡалған, өс йыл үтеп тә киткән имеш. Хәйер, әсәһе һүҙ ҡуҙғатмаһа, йылдар ағымын абайламаҫ ине Мәхмүт. Әсәһенең: “Улым, йәшең еткән, күҙле-башлы булырға ваҡыт” – тигәне егеттең күңеленә әсетке булып ятты ла ҡуйҙы. Ысынлап та, дөрөҫ әйтә әсәһе, көндәр мал көтөүе түгел, сыбыртҡы шартлатып ҡына теләгән яҡҡа бороп, йә туҡтатып булмай. Күҙ асып йоморға ла өлгөрмәҫһең, таяғын һөйрәп ҡартлығы ла килеп етер. Ул саҡта яңғыҙ башың менән нишләрһең?! Түшәккә тәгәрәһәң инде, ауыҙыңа һыу ҡойоусы кешеһе лә булмаҫ.Оҙаҡ уйлап торманы Мәхмүт, тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға кәрәк тип, үҙенән дүрт йәшкә өлкәнерәк, ауылда яңғыҙ әсәһен ҡарап ятҡан Зәлифәне һоратты. Ҡарышып, сығынлап торманы ҡыҙ. Яңғыҙлыҡтан биҙгәндер үҙе лә, ризалығын биреп, иртәгәһенә үк Мәхмүттең йортона күсеп килде. Буйтым егәрле булып сыҡты Зәлифә: ауырыу әсәһен тәрбиәләргә лә, йорт эштәренә лә өлгөрә, бер минут тик торғанын күрмәҫһең. Кем әйтмешләй, баҫҡан ерендә бейеп тора бит ул. Туғыҙ айҙан, өйҙәренә йәм өҫтәп, ҡыҙҙары тыуҙы. Уға Шәүрә тип исем ҡысҡырттылар.Шулай һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда, Мәхмүттең яҙмышында уйламаған-көтмәгән боролош булды. Ғәҙәттәгесә, оҙон сыбыртҡыһын һөрәтеп, мал-тыуарҙы һыулауға төшөрөп барғанда, юлдан саң борхотоп килгән машинаны шәйләне. Аһ-аһ, был ни колхоздың партком секретары Борхановтың “УАЗ”игы лабаһа. Нишләп йөрөй икән? Мәхмүт үҙ-үҙенә биргән һорауына яуап тоҫмаллаған арала, машина тормоздарын сыйылдатып, уның эргәһенә үк килеп туҡтаны, тәҙрәнән Борхановтың түбәһе ялтас башы күренде:– Әйҙә, ултыр! – тип бойорҙо партком секретары һаулыҡ һорашып тормаҫтан.– Нейә? – тип мығырҙаны Мәхмүт, икеләнеп.– Әйҙә, әйҙә, эш бар. Юлда аңлатырмын.– Малдар… – тип һүҙ башлағайны Мәхмүт, Борханов шундуҡ бүлдерҙе:– Хәҙер Тәлғәттең малайы… Теге, кем әле?..– Сәлихме ни?– Эйе, шул малай килеп етә. Йә, ултыра һал, малыңа кишер ҙә булмаҫ. Важный эш көтә.Мәхмүт кабинаға инер-инмәҫтән машина бер үкерҙе лә, урынынан атылып сығып китте. Борханов, юлда аңлатырмын, тиһә лә, ауыҙына һыу уртлаған кеше шикелле, ләм-мим бер һүҙ өндәшмәне. Мәхмүттең: “Ҡайҙа барабыҙ һуң?” тигән һорауына, “Барғас күрерһең, унда һине райкомдан килгән кеше көтә” тип кенә ҡуйҙы. Райком һүҙен ишеткән Мәхмүттең йөрәге жыу итеп ҡалды, эсе бошоп, мейеһенә төрлө һорауҙар ябырылды: “Ух, блин, ырайкумдан буғас, бустыйға йөрөмәйҙер. Ниндәй гонаһын таптылар икән уның? Теге саҡта көтөүҙән айырылып теңкәһен ҡоротҡан бер һыйырҙы баҫтырып йөрөп сыбыртҡы менән ярғайны, әллә шуны еткерҙеләрме икән?..” Башында ҡымжыған һорауҙарына яуап эҙләгәндәй, Борхановтың машина көҙгөһөндә күренгән мәңге ҡырыҫ йөҙөнә күҙ һирпеп алды. Уның йоп-йоморо, ҡыҙарып торған битенән бер ни ҙә шәйләй алманы.Машина колхоз идараһы алдына килеп туҡтаны. Партком секретарының кабинетына инделәр. Унда Мәхмүткә таныш булмаған ят кеше өҫтәл артында ҡағыҙҙар аҡтарып ултыра ине.– Сабирйән Вәлиуллович, бына, – тине Борханов ишектән инеү менән. – Ошо була инде беҙҙең алдынғы көтөүсебеҙ – Мәхмүт… Э-э… Кем… Зарипов.Ят кеше күҙлеген кейеп, Мәхмүтте баштан-аяҡ һөҙөп сыҡты ла, ҡулын һелкеп, ултырығыҙ, тигән ишара яһаны.– Тә-әк, иптәш Зарипов, – тип һәр һүҙенә баҫым яһап һөйләй башланы райком кешеһе. – Алдыбыҙҙа ҡаҡшамаҫ коммунистар партияһының сафтарын тағы ла тулыландырыу бурысы тора. Беҙ, оҙаҡ уйлағандан һуң, иптәш Борхановтың тәҡдиме менән, һинең кандидатурға туҡталдыҡ. Тә-әк…Бер ни аңламай, күҙҙәрен селт-селт йомғолап ултырған Мәхмүт, салырға һөрәкләгән һарыҡ шикелле, үҙе лә аңғармаҫтан аяҡтарын иҙәнгә ныҡ итеп терәне.Борхановтың сабырһыҙлығы һиҙелеп тора: осаһына шырау ҡаҙалған кеше шикелле бер тегеләй, бер былай борғолана, сәғәтенә күҙ һалып алғас:– Сабирйән Вәлиуллович, оҙаҡҡа һуҙмайыҡтыр ул, тегендә көтәләр… – тине. Борханов ҡунаҡты һыйлау ниәте менән Еҙем ярында табын әҙерләткәйне, шуға сыҙамай.Райком кешеһе тәҡдимдән баш тартманы:– Ярай, – тине тамағын ҡырып. – Эш бына нимәлә, иптәш Зарипов, колхоз рәйесе менән партком секретары һине 3-сө бригадаға бригадир вазифаһына тәҡдим итә. Ундай етди бурысты беҙ партия ағзаларына ғына ышанып тапшырабыҙ, ә һин партияла тормайһың. Шуға күрә, һине коммунистар партияһы сафына алырға булдыҡ. – Райком вәкиле бер аҙ уйланып торғас, алдында ятҡан ҡыҙыл тышлы ҡатырғаны асып, ҡул ҡуйҙы. – Владимир Ильич Лениндың кем булыуын беләһеңдер бит?– Ленин бабайҙымы ни? – Мәхмүт терт итеп ҡалды. Белә ул Ленинды. Башланғыс кластарҙа уҡығанда өҙлөкһөҙ уның исемен ҡабатланылар, йырҙар йырлаттылар. Бер йырҙың һүҙҙәре, бысаҡ менән ҡырһаң да бөтмәҫлек булып, әле лә хәтерендә һаҡлана.– Ленин – һөйөклө атабыҙ, ул һәр саҡ беҙҙең менән, – тине Мәхмүт райком кешеһенең күҙҙәренә ҡарап. Тегенеһе йылмайып ҡуйҙы, шунан:– Яраған, – тип урынынан торҙо. – Иптәш Зарипов, һин бөгөндән коммунистар партияһының ағзаһы. Бына – партбилетың. Уны күҙ ҡараһылай һаҡла. Бөйөк юлбашсыбыҙ Владимир Ильич Лениндың васыяттарына тоғро бул. Ҡотлайым!– Ҡотлайым, Мәхмүт ҡустым! – Борханов егеттең ҡулын ҡыҫты. – Иртәгә идара ултырышына килерһең, ҡалғанын шунда һөйләшербеҙ. Ярай, бар.Мәхмүт был көтөлмәгән хәлдән шаңҡып, урамға сыҡты. Инәнең башы, өн булдымы был, әллә төшмө? Яйлап-яйлап зиһене асыла барҙы уның. Ҡарале, күҙ асып йомған арала донъя ҡалай киңәйеп киткән, элек тар һымаҡ урамды ла ниндәйҙер мөғжизә иркенәйтеп ебәргән. Күкрәген тултырып алған һауа уны өҫкә күтәрә, аяғы ерҙе тоймай хатта.Мәхмүт өйөнә нисек ҡайтып ингәнен дә һиҙмәй ҡалды. Әсәһе менән ҡатыны сәй эсеп ултыра ине. Улар, Мәхмүтте күреп, аптыраулы ҡараштарын төбәне.– Аһ-аһ, балаҡайым, бер-бер хәл булдымы әллә? – Сәкинә апайҙың ҡобараһы осто.Мәхмүт өҫтәл артына барып ултырҙы ла, кеҫәһенән партбилетын сығарып, усы менән һаҡ ҡына һыйпап алды.– Әсәй, – тине, тауышы үҙгәреп киткәнен үҙе лә һиҙҙе. – Мине партияға алдылар.– Партияға? – Сәкинә апайҙың күҙҙәре ҙурайып китте хатта. – Нисек? Ниндәй партия?– Коммунис мин хәҙер. Ырайкум кешеһе килеп тапшырҙы билетты.Зәлифә, уртлаған сәйен саҡ йотоп, һүҙгә ҡушылды:– Көтөүсегә ул партбилет нимәгә инде…– Бисәкәй, мин хәҙер көтөүсе түгел, – тине Мәхмүт эске бер маһайыу менән. – Бри-га-дир! Мине бригадир итеп ҡуйҙылар.– Атаҡ-атаҡ!.. Бригадир, тисе… – Улының был һүҙҙәренә ышанырғамы-юҡмы, тигәндәй, килененә һораулы ҡарашын төбәне Сәкинә апай.Зәлифә башына килгән һүҙҙе ҡыҫтырҙы:– Бәй, кешеләр мал көтөүе түгел дә баһа… – Әйтте лә, артығын ысҡындырғанын тойоп, иренен ҡымтыны.– Кеше ни, мал ни – бер үк көтөү инде, – тине Мәхмүт. – Быларына ла, тегеләренә лә сыбыртҡыһыҙ булмай…– И-ий, балаҡайым, ҙур нәшәлник иткәндәр бит үҙеңде! – Сәкинә апайҙың күҙҙәре йәшләнгәйне. – Атайың һуғыштан иҫән ҡайтҡан булһа, эй ҡыуаныр ине. Ҡайта алманы шул, бахырымды! Анау, бандит Сәлмәнгә этем дә булмаған, рәхәтләнеп йәшәп ята…Төнө буйы йоҡлай алманы Мәхмүт, әйләнде лә тулғанды. Уйламаған уйы ҡалманы, күҙен йомһа, мал-тыуар көтөүе өҫтөнә менеп килгәндәй, тора-бара улары кеше ҡиәфәте алып, шарҡылдап көлөргә тотона…(Дауамы бар).

3-сө киҫәк
Салауат ӘБҮЗӘР
ӘСИР
Повесть
* * *
Мәхмүткә уҡыу эләкмәне, дөрөҫөрәге, үҙе лә мәктәп тип ашҡынып торманы. Һигеҙенсе класты тамамлағансы һөрәлеп йөрөнө-йөрөнө лә, уҡып мулла булмаҫһың, суҡып ҡарға булмаҫһың, тип ҡул һелтәне. Әсәһе Сәкинә апай ҙа, уҡы, тип улын ҡыҫтаманы. Аллаға шөкөр, ҡайһы бер тиҫтерҙәре ише эсеп, тәмәке көйрәтеп, аҙып-туҙып йөрөмәй. Ана, һигеҙенсене тамамлар-тамамламаҫ, тотто ла колхоз малдарын көтөргә ялланды. Ҡайһы бер әсерәк теллеләр, һигеҙ йыл буйы көтөүсегә уҡыныңмы ни, тип көлгән булһалар ҙа, Мәхмүт ыжлап та бирмәне. Ауылда башҡа йүнле эш бармы тағы!? Урман ҡырҡып, йыуан-йыуан бүрәнәләрҙе күтәреп эс төшөргәнсе, мал артынан эйәреп йөрөүгә етәме ни. Шуныһы бар инде: йәй буйына иртәнән кискә тиклем яландан ҡайта белмәйһең. Быныһына ла тиҙ күнекте. Оҙон итеп үҙе ишеп алған сыбыртҡыһын шартлатып ебәрһә, донъялар һелкенеп киткәндәй була…
Шулай мал артынан эйәреп йөрөй торғас, һиҙмәй ҙә ҡалған, өс йыл үтеп тә киткән имеш. Хәйер, әсәһе һүҙ ҡуҙғатмаһа, йылдар ағымын абайламаҫ ине Мәхмүт. Әсәһенең: “Улым, йәшең еткән, күҙле-башлы булырға ваҡыт” – тигәне егеттең күңеленә әсетке булып ятты ла ҡуйҙы. Ысынлап та, дөрөҫ әйтә әсәһе, көндәр мал көтөүе түгел, сыбыртҡы шартлатып ҡына теләгән яҡҡа бороп, йә туҡтатып булмай. Күҙ асып йоморға ла өлгөрмәҫһең, таяғын һөйрәп ҡартлығы ла килеп етер. Ул саҡта яңғыҙ башың менән нишләрһең?! Түшәккә тәгәрәһәң инде, ауыҙыңа һыу ҡойоусы кешеһе лә булмаҫ.
Оҙаҡ уйлап торманы Мәхмүт, тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға кәрәк тип, үҙенән дүрт йәшкә өлкәнерәк, ауылда яңғыҙ әсәһен ҡарап ятҡан Зәлифәне һоратты. Ҡарышып, сығынлап торманы ҡыҙ. Яңғыҙлыҡтан биҙгәндер үҙе лә, ризалығын биреп, иртәгәһенә үк Мәхмүттең йортона күсеп килде. Буйтым егәрле булып сыҡты Зәлифә: ауырыу әсәһен тәрбиәләргә лә, йорт эштәренә лә өлгөрә, бер минут тик торғанын күрмәҫһең. Кем әйтмешләй, баҫҡан ерендә бейеп тора бит ул. Туғыҙ айҙан, өйҙәренә йәм өҫтәп, ҡыҙҙары тыуҙы. Уға Шәүрә тип исем ҡысҡырттылар.
Шулай һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда, Мәхмүттең яҙмышында уйламаған-көтмәгән боролош булды. Ғәҙәттәгесә, оҙон сыбыртҡыһын һөрәтеп, мал-тыуарҙы һыулауға төшөрөп барғанда, юлдан саң борхотоп килгән машинаны шәйләне. Аһ-аһ, был ни колхоздың партком секретары Борхановтың “УАЗ”игы лабаһа. Нишләп йөрөй икән? Мәхмүт үҙ-үҙенә биргән һорауына яуап тоҫмаллаған арала, машина тормоздарын сыйылдатып, уның эргәһенә үк килеп туҡтаны, тәҙрәнән Борхановтың түбәһе ялтас башы күренде:
– Әйҙә, ултыр! – тип бойорҙо партком секретары һаулыҡ һорашып тормаҫтан.
– Нейә? – тип мығырҙаны Мәхмүт, икеләнеп.
– Әйҙә, әйҙә, эш бар. Юлда аңлатырмын.
– Малдар… – тип һүҙ башлағайны Мәхмүт, Борханов шундуҡ бүлдерҙе:
– Хәҙер Тәлғәттең малайы… Теге, кем әле?..
– Сәлихме ни?
– Эйе, шул малай килеп етә. Йә, ултыра һал, малыңа кишер ҙә булмаҫ. Важный эш көтә.
Мәхмүт кабинаға инер-инмәҫтән машина бер үкерҙе лә, урынынан атылып сығып китте. Борханов, юлда аңлатырмын, тиһә лә, ауыҙына һыу уртлаған кеше шикелле, ләм-мим бер һүҙ өндәшмәне. Мәхмүттең: “Ҡайҙа барабыҙ һуң?” тигән һорауына, “Барғас күрерһең, унда һине райкомдан килгән кеше көтә” тип кенә ҡуйҙы. Райком һүҙен ишеткән Мәхмүттең йөрәге жыу итеп ҡалды, эсе бошоп, мейеһенә төрлө һорауҙар ябырылды: “Ух, блин, ырайкумдан буғас, бустыйға йөрөмәйҙер. Ниндәй гонаһын таптылар икән уның? Теге саҡта көтөүҙән айырылып теңкәһен ҡоротҡан бер һыйырҙы баҫтырып йөрөп сыбыртҡы менән ярғайны, әллә шуны еткерҙеләрме икән?..” Башында ҡымжыған һорауҙарына яуап эҙләгәндәй, Борхановтың машина көҙгөһөндә күренгән мәңге ҡырыҫ йөҙөнә күҙ һирпеп алды. Уның йоп-йоморо, ҡыҙарып торған битенән бер ни ҙә шәйләй алманы.
Машина колхоз идараһы алдына килеп туҡтаны. Партком секретарының кабинетына инделәр. Унда Мәхмүткә таныш булмаған ят кеше өҫтәл артында ҡағыҙҙар аҡтарып ултыра ине.
– Сабирйән Вәлиуллович, бына, – тине Борханов ишектән инеү менән. – Ошо була инде беҙҙең алдынғы көтөүсебеҙ – Мәхмүт… Э-э… Кем… Зарипов.
Ят кеше күҙлеген кейеп, Мәхмүтте баштан-аяҡ һөҙөп сыҡты ла, ҡулын һелкеп, ултырығыҙ, тигән ишара яһаны.
– Тә-әк, иптәш Зарипов, – тип һәр һүҙенә баҫым яһап һөйләй башланы райком кешеһе. – Алдыбыҙҙа ҡаҡшамаҫ коммунистар партияһының сафтарын тағы ла тулыландырыу бурысы тора. Беҙ, оҙаҡ уйлағандан һуң, иптәш Борхановтың тәҡдиме менән, һинең кандидатурға туҡталдыҡ. Тә-әк…
Бер ни аңламай, күҙҙәрен селт-селт йомғолап ултырған Мәхмүт, салырға һөрәкләгән һарыҡ шикелле, үҙе лә аңғармаҫтан аяҡтарын иҙәнгә ныҡ итеп терәне.
Борхановтың сабырһыҙлығы һиҙелеп тора: осаһына шырау ҡаҙалған кеше шикелле бер тегеләй, бер былай борғолана, сәғәтенә күҙ һалып алғас:
– Сабирйән Вәлиуллович, оҙаҡҡа һуҙмайыҡтыр ул, тегендә көтәләр… – тине. Борханов ҡунаҡты һыйлау ниәте менән Еҙем ярында табын әҙерләткәйне, шуға сыҙамай.
Райком кешеһе тәҡдимдән баш тартманы:
– Ярай, – тине тамағын ҡырып. – Эш бына нимәлә, иптәш Зарипов, колхоз рәйесе менән партком секретары һине 3-сө бригадаға бригадир вазифаһына тәҡдим итә. Ундай етди бурысты беҙ партия ағзаларына ғына ышанып тапшырабыҙ, ә һин партияла тормайһың. Шуға күрә, һине коммунистар партияһы сафына алырға булдыҡ. – Райком вәкиле бер аҙ уйланып торғас, алдында ятҡан ҡыҙыл тышлы ҡатырғаны асып, ҡул ҡуйҙы. – Владимир Ильич Лениндың кем булыуын беләһеңдер бит?
– Ленин бабайҙымы ни? – Мәхмүт терт итеп ҡалды. Белә ул Ленинды. Башланғыс кластарҙа уҡығанда өҙлөкһөҙ уның исемен ҡабатланылар, йырҙар йырлаттылар. Бер йырҙың һүҙҙәре, бысаҡ менән ҡырһаң да бөтмәҫлек булып, әле лә хәтерендә һаҡлана.
– Ленин – һөйөклө атабыҙ, ул һәр саҡ беҙҙең менән, – тине Мәхмүт райком кешеһенең күҙҙәренә ҡарап. Тегенеһе йылмайып ҡуйҙы, шунан:
– Яраған, – тип урынынан торҙо. – Иптәш Зарипов, һин бөгөндән коммунистар партияһының ағзаһы. Бына – партбилетың. Уны күҙ ҡараһылай һаҡла. Бөйөк юлбашсыбыҙ Владимир Ильич Лениндың васыяттарына тоғро бул. Ҡотлайым!
– Ҡотлайым, Мәхмүт ҡустым! – Борханов егеттең ҡулын ҡыҫты. – Иртәгә идара ултырышына килерһең, ҡалғанын шунда һөйләшербеҙ. Ярай, бар.
Мәхмүт был көтөлмәгән хәлдән шаңҡып, урамға сыҡты. Инәнең башы, өн булдымы был, әллә төшмө? Яйлап-яйлап зиһене асыла барҙы уның. Ҡарале, күҙ асып йомған арала донъя ҡалай киңәйеп киткән, элек тар һымаҡ урамды ла ниндәйҙер мөғжизә иркенәйтеп ебәргән. Күкрәген тултырып алған һауа уны өҫкә күтәрә, аяғы ерҙе тоймай хатта.
Мәхмүт өйөнә нисек ҡайтып ингәнен дә һиҙмәй ҡалды. Әсәһе менән ҡатыны сәй эсеп ултыра ине. Улар, Мәхмүтте күреп, аптыраулы ҡараштарын төбәне.
– Аһ-аһ, балаҡайым, бер-бер хәл булдымы әллә? – Сәкинә апайҙың ҡобараһы осто.
Мәхмүт өҫтәл артына барып ултырҙы ла, кеҫәһенән партбилетын сығарып, усы менән һаҡ ҡына һыйпап алды.
– Әсәй, – тине, тауышы үҙгәреп киткәнен үҙе лә һиҙҙе. – Мине партияға алдылар.
– Партияға? – Сәкинә апайҙың күҙҙәре ҙурайып китте хатта. – Нисек? Ниндәй партия?
– Коммунис мин хәҙер. Ырайкум кешеһе килеп тапшырҙы билетты.
Зәлифә, уртлаған сәйен саҡ йотоп, һүҙгә ҡушылды:
– Көтөүсегә ул партбилет нимәгә инде…
– Бисәкәй, мин хәҙер көтөүсе түгел, – тине Мәхмүт эске бер маһайыу менән. – Бри-га-дир! Мине бригадир итеп ҡуйҙылар.
– Атаҡ-атаҡ!.. Бригадир, тисе… – Улының был һүҙҙәренә ышанырғамы-юҡмы, тигәндәй, килененә һораулы ҡарашын төбәне Сәкинә апай.
Зәлифә башына килгән һүҙҙе ҡыҫтырҙы:
– Бәй, кешеләр мал көтөүе түгел дә баһа… – Әйтте лә, артығын ысҡындырғанын тойоп, иренен ҡымтыны.
– Кеше ни, мал ни – бер үк көтөү инде, – тине Мәхмүт. – Быларына ла, тегеләренә лә сыбыртҡыһыҙ булмай…
– И-ий, балаҡайым, ҙур нәшәлник иткәндәр бит үҙеңде! – Сәкинә апайҙың күҙҙәре йәшләнгәйне. – Атайың һуғыштан иҫән ҡайтҡан булһа, эй ҡыуаныр ине. Ҡайта алманы шул, бахырымды! Анау, бандит Сәлмәнгә этем дә булмаған, рәхәтләнеп йәшәп ята…
Төнө буйы йоҡлай алманы Мәхмүт, әйләнде лә тулғанды. Уйламаған уйы ҡалманы, күҙен йомһа, мал-тыуар көтөүе өҫтөнә менеп килгәндәй, тора-бара улары кеше ҡиәфәте алып, шарҡылдап көлөргә тотона…
(Дауамы бар).
Читайте нас: