“Нисек Аллаға ышанмайһығыҙ?
Һеҙ үлек инегеҙ. Ул һеҙҙе терелтте.
Ул һеҙҙе тағы ла үлтерер, йәнә терелтер...”
Ҡөрьән. Әл – Бәҡара сүрәһе, 28-се аят
“–Кем этәрҙе һуң әле мине был сәйер темаға
–Үҙегеҙ икенсе тема таба алманығыҙмы ни?
Ҡана, уҡырға бирегеҙ әле.
– Мин уны мейестә яндырҙым.
– Ышанмайым. Ҡулъяҙмалар утта янмай.”
М. Булгаков. “Оҫта һәм Маргарита”
Май айының ямғырлы көнөндә Юлдыбай – Баймаҡ юлында йөк машинаһы еңел автомобиль менән бәрелеште. Ҙур транспортты йөрөтөүсегә бер ни ҙә булманы тиерлек, ә “Лада”ның руль артындағы егетте – Саматты – ауыр хәлдә тиҙ ярҙам машинаһында болнисҡа алып киттеләр. Аңын юғалтманы ул, әммә ваҡыты-ваҡыты менән үҙенә ни булғанлығын аңлай алманы. Нисек булды һуң әле бөтәһе лә?!
Самат ҙур тиҙлек менән елдерә ине. Юл тап-таҡыр, ҡамасаулаусы транспорт күренмәй. Бына алда барған автобусты ҡыуып етте. Ә ул ниңәлер ашыҡмай. Самат автобусты үтә башланы. Шунан һуң ваҡиғалар өҙөк-йыртыҡ күҙ алдына килергә тотондо: ниңәлер уның “Лада”һы ҡабырғаһында ята, Самат рүленә йәбешкән, уға машинанан сығырға кәрәктер бит, ә ул ҡыбырҙай ҙа алмай... Бына уны носилкаға һалалар, шунан ҡайҙалыр алып баралар: нимә эшләйҙәр һуң уның менән? Хәйер, Самат бер ни һорашмай, бар ваҡиғаларға битараф – шулай булырға тейеш кеүек уға... Ҡапыл өҫтән көслө лампалар күҙенә һуҡты. Ә Саматты ап-аҡ халат кейгән кешеләр уратып алды.
– Скальпель, спирт, ҡайсы, тампон!.. – Сәйер һүҙҙәр салынды егеттең ҡолағына.
Ҡапыл аҡ халаттар сыр-сыу килергә тотондо, тауыштары көсәйҙе, хәүеф-ҡурҡыуға солғанды:
– Йөрәге! Йөрәге туҡтаны! Кислород! Тиҙерәк!
Ошонан һуң булған ваҡиғаларҙы Самат ап-асыҡ күрә лә, аңлай ҙа башланы. Иң ғәжәбе: ул өҫтәлдә ятҡан үҙенә оҡшаған кешегә хайран ҡалып иғтибар итте. Кем ул? Үҙеме ул, әллә сит әҙәмме? Әгәр Самат икән, уға өҫтән ҡараусы кем? Туҡта, күҙәтеүсе, күреүсе ул бит үҙе! Үҙе!
Улайһа, кем ята унда? Саматҡа ныҡ оҡшаған, ана уң яҡ ҡашы урта тирәһендә өҙөлөбөрәк тора – бала сағында ҡыйыҡтан ҡолап төшөп йәрәхәтләнгәйне, шуның эҙе ҡалды.
Ләкин ниндәйҙер билдәһеҙ көс Саматҡа түбә аҫтында оҙаҡ аҫылып торорға бирмәне, әкрен генә иҫкән елгә бойһонған мамыҡ киҫәге кеүек анһат ҡына осороп алып китте. Бына тәҙрәгә яҡынлашты, бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ уның аша үтте. Бинанан айырылып, икенсе ҡат бейеклегенән аҫҡа ҡараны. Больница янында машиналар тора, кешеләр йөрөй. Ана Саматты алып килгән тиҙ ярҙам машинаһы, уның артҡы ишеге асыҡ, санитарҙар носилкаларын тейәй... Һәр кем үҙ эше менән мәшғүл, осоп барған Саматты күргән, иғтибар иткән һис кем юҡ. Ямғыр тамсылай. Ләкин егет уның еүешлеген дә, һалҡынлығын да тойманы. Тамсылар бөтөнләй Саматҡа теймәгән кеүек, хатта уның аша үтеп киткән һымаҡ. Егет быға ғәжәпләнмәне, шулай булырға тейеш һананы ниңәлер.
...Ҡараңғы төшә башланы. Тәҙрәләр һары төҫтәргә мансыла. Ҡала юлдарында автомобилдәр аҡлы-ҡыҙыллы уттары менән йызылдай, юл ситтәрендәге фонарҙар тоҡана. Ҡалаға төн килә. Әммә Саматҡа тирә-йүн көндөҙгө кеүек, ап-асыҡ булып, бик алыҫҡа күренә. Бына ул өҫкәрәк күтәрелде, үҙе ниндәйҙер йүнәлеште юғалтмай. Ҡала ус төбөндәге кеүек тулыһынса күҙгә ташланды ла, яй ғына ситкә күсә башланы, әкренләп артта ҡалды, бына күҙҙән дә юғалды. Тауҙар, самолеттан ҡараған кеүек, әкрен генә артҡа шыла. Ана ниндәйҙер ауыл күренде. Уның да күп кенә тәҙрәләрендә уттар тоҡанған, һирәк-һаяҡ кескәй уттары менән йызылдаған машиналар шыуыша.
...Туҡта! Ауылдан кемдер Саматҡа яҡынлаша! Ҡыҙ! Йәп-йәш ҡыҙ! Самат иң алда уның күлдәгенә иғтибар итте. Ул аҡ төҫтә, әммә бик күп ҡыҙыл сәскәләр менән биҙәлгәнгә, кейеме ялҡын кеүек күренә. Ҡыҙ яҡынайғас, уның матурлығына егеттең күҙе ҡамашты, шуға оҙаҡ итеп ҡарарға оялды, ҡарашын ситкә алды, әммә анһат ҡына ауылдан күтәрелеүенә, эргәһенә килеп тауыш-тынһыҙ йәнәш оса башлауына артыҡ ғәжәпләнмәне.
– Һин кем? – тип һораны бер мәл ҡыҙ.
– Самат, – тине егет. – Тәнем болниста ятып ҡалды. Быны яҡшы күрҙем. Ә үҙем ҡайҙалыр осам.
– Тимәк, һин үлгәнһең, – тине ҡыҙ тыныс ҡына. Үҙенең дә бейектә осоп барыуына аптырағаны һиҙелмәне.
– Нисек үлгәнмен? Ә был улайһа кем? – Самат үҙенә төртөп күрһәтте.
– Йәнем? Йән бармы ни ул? – Егет ышанырға теләмәне.
– Бар. Минең дә тәнем ерҙә ятып ҡалды. Үҙем өҫкә осоп киттем. Был минең йәнем.
Ҡыҙҙың ошо хаҡта артыҡ тыныс һөйләүе егетте аптыратты. Был тойғо сибәркәйҙең гүзәл йөҙөнә, һомғол кәүҙәһенә, урғылып торған йәшлек сафлығына ҡушылып, егеттең ҡарашын үҙенә бәйләп ҡуйғандай итте. Самат тирә-йүнгә бөтөнләй күҙ һалмайынса, тик юлдашына ғына ҡараны. Хәҙер бынан оялманы ла, уға ғәжәпләнмәне лә. Ҡыҙҙың да үҙенә иғтибар менән ҡарауын күрҙе. Бер аҙ шулай тауыш-тынһыҙ остолар. Әммә эстән генә улар араһында һүҙһеҙ аңлашыу бара кеүек.
– Үлтерелдең? – тип һораны Самат ҡыҙҙың тауышһыҙ әйткәндәрен дөрөҫ аңларға тырышып. – Кем үлтерҙе?
Ҡапыл егет, күренмәгән стенаға килеп бәрелгәндәй, шып туҡтаны. Осоуон дауам иткән ҡыҙ ҙур тиҙлек менән алыҫая башланы.
– Кем? – Әле ишетелгән хәбәрҙән бигерәк ҡыҙҙың ҡапыл юғалырынан ҡото осҡан егет көсөргәнеп ҡысҡырҙы. – Кем? Һин ниндәй ауылдан?
Ҡыҙҙың тауышы ла, үҙе лә томан йотҡан кеүек юҡ булды. Киләһе секундта ниндәйҙер рәхимһеҙ көс Саматты кире артҡа тартты. Бына аҫтағы ауыл, тауҙар ҙур тиҙлек менән күҙгә салынып ҡына ҡалды, “һә” тигәнсә алда йәнә Баймаҡ ҡалаһы күренде. Ана – больница. Самат йәшен тиҙлеге менән уға яҡынлаша. Бына ул анһат ҡына тәҙрә аша палатаға инә, өҫтәлдә ятҡан үҙен, юҡ – үҙенең тәнен (хәҙер егет быны белә), уны һырып алған аҡ халатлы врач-медсестраларҙы күрә, ҡапыл ошо һыуыҡ, сирҡаныс, көслө ауыртыуға тулған тән эсенә ҡыҫылып инеүен тоя. Һәм...