Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Июнь 2021, 08:00

Әсир

2-се өлөшСалауат ӘБҮЗӘРӘСИРПовестьОшо минутта ҡапҡаны шар асып, ярһыған ир килеп инде.– Шул атығыҙҙы һатығыҙ, йә һуйығыҙ, тип күпме әйтергә була һеҙгә?!.. Тағы баҫыуға төшкән. Мал эйәһенә оҡшай, тип дөрөҫ әйткәндәр.Был бәндәнән ҡото алынып бөткән Ғәлиә йомшағыраҡ өндәшергә тырышты:– Ҡуй, юҡты һөйләмә, Мәхмүт туғаным. Нишләп баҫыуға төшһөн ти ул. Әле генә Сәлмән барып, ҡарап ҡайтты бит.Мәхмүттең ярһыуы баҫылманы:– Ҡарамай ни!.. Ана, штрафын түләгеҙ ҙә, барып алығыҙ. Колхоз дворында бикле тора. Әйткәнде тыңламаһағыҙ, үҙегеҙгә үпкәләгеҙ, иткә оҙатам. Етте! – Күҙе аларған Мәхмүт лейтенантты шәйләп ҡалды. – Күрмәй ҙә торам, ҡунаҡ бар икән… Һаумыһығыҙ! Мәхмәүт булам. Бригадир!– Һаумыһығыҙ! Айҙар. Военкоматтан.– Военкоматтан?! – Мәхмүттең йөҙө яҡтырып киткәндәй булды. Шунан һүҙҙәренә ниндәйҙер мәғәнә һалып, өҫтәп ҡуйҙы. – Күптән кәрәк!..Лейтенант Таһировтың оҙон-оҙаҡ һүҙ сурытып торорға уйы юҡ ине, ҡушылған бурысын тиҙерәк атҡарыу ниәте менән Сәлмәнгә һорауҙарын бирергә ашыҡты:– Әйҙә, Сәлмән Шәйхетдинович, дауам итәйек. 1922 йылдың 29 ғинуарында тыуғанһығыҙ. 1941 йылдың июлендә фронтҡа алынғанһығыҙ. 128-се уҡсылар дивизияһы составында Ленинградты обороналауҙа ҡатнашҡанһығыҙ. Дөрөҫ әйтәмме?Байтаҡ ҡына өндәшмәй, уйҙарға бирелеп торған Сәлмән, ауыр итеп уфтанғандай, һуҙып әйтте:– Шу-ул-а-ай…Быларҙың хәбәрен тыңлап торған Мәхмүт түҙмәне, сыбыртҡы һабы менән итегенә һуғып алды, саҡ һүгенеп ебәреүҙән тыйылып:– Һе, ниндәй Ленинград?.. Ниндәй оборона?.. Пленник ул! Ниместәрҙә булған. – тине.Ғәлиә, ғауға-фәлән сығып китмәһен тигәндәй, араларына керергә ашыҡты:– Эй, аллам!.. Үҙе теләп эләккәндер унда! Әйләнәләр ҙә шуны туғыйҙарсы!.. Әйләнәләр ҙә шуны туғыйҙар!..Ҡатындың һүҙҙәренә иғтибар итеүсе булманы шикелле. Лейтенант был ауыр хәлдән тиҙерәк сығырға теләп, һорауҙарын биреп ҡалырға тырышты:– 1943 йылдың авгусында, Синявин ҡалҡыулығын штурмлаған саҡта, пленға эләккәнһегеҙ. Бухенвальд концлагерында әсирлектә булғанһығыҙ… Сәлмән Шәйхетдинович, әллә ишетмәйһегеҙ?Ғазаплы концлагерь тормошо Сәлмәндең күҙ алдынан үтте, эттәрҙең ҡотороп өрөүе, фашистарҙың аҡырған тауыштары ҡолағында яңғыраны. Бөтә тәне семерҙәп, ҡалтыранып китте хатта.– Һуң, күпме тапҡыр яҙып алырға була?! Йөҙ тапҡыр ҡабатланым бит инде хәҙер... Эйе, шунда булдым!.. Шунда!.. – тине Сәлмән ярһыуын баҫа алмай.Ғәлиә ирен ҡурсып маташты:– Бөтәһен дә тикшереп ҡайтарғандар бит һуң! Тағы нимәһен соҡойһоғоҙ?!.– Борсолмағыҙ! – тип уларҙы тынысландырырға теләне лейтенант. – Миңә Рәшитов Сәлмән Шәйхетдинович тигән кеше нәҡ улмы, түгелме икәнен асыҡларға ғына ҡушылды. Мәскәүҙән запрос бар. Бер үк исем-фамилиялы кешеләр күп ул. Буталыш булып та ҡуйғылай.Мәхмүттең ҡолағы ҡарп итеп ҡалды:– Мәскәүҙән?!.– Эйе, асыҡларға ҡушҡандар, – Таһиров ҡағыҙҙарын папкаһына һалды.Ошо һүҙҙәрҙе ишеткән Мәхмүттең күңелен кинәнес тойғоһо солғап алды:– Бына бит нисек!.. Беҙ ҡапсыҡта ятмай ул... Тәки осона сыҡҡандар икән...Таһиров тәү күреүҙән үк оҡшатмағайны үҙен бригадир тигән был бәндәне, донъя кендеге шикелле ҡыланышы асыуын килтерҙе.– Нимәне әйтәһең, бригадир? – тине ул ҡырыҫ ҡына.– Нимәне тип ни... Билдәле инде... – Мәхмүт ҡәнәғәт ҡиәфәттә бармағы менән күккә төрттө. – Тегенән асығыраҡ күренә ул...Ғәлиә күҙ йәштәренә ирек ҡуйыуҙан саҡ тыйылды, яулыҡ осо менән ауыҙын ҡаплап, лейтенантҡа ялбарыулы ҡарашын төбәне:– Нимәгә һорағандар икән һуң, туғаным?– Уныһы беҙгә мәғлүм түгел, апай, – Таһиров яурындарын йыйырҙы.Мәхмүт мәлен ҡулдан ысҡындырманы, төрттөрә һалды:– Мәскәү бушҡа ҡыҙыҡһынмай инде!..Айҙар Таһиров эш бөткәнен аңлатып, Сәлмәнгә ҡул һуҙҙы:– Йә, ярай, Сәлмән Шәйхетдинович, борсоһам, ғәфү итегеҙ! Барыһы ла асыҡланды, буғай. Һораған кеше – һеҙ, тимәк.Бында ла һүҙ ҡыҫтырып ҡалды Мәхмүт:– Башҡа кем булһын!..Лейтенант уның һүҙҙәренә иғтибар итмәне, ауыл артындағы ҡаяға бер аҙ текләп торғас, Сәлмәнгә боролдо:– Хушығыҙ, Сәлмән Шәйхетдинович!Сәлмән бер һүҙ өндәшмәне, баш ҡына ҡаҡты. Уның зиһенен ғазаплы уйҙар кимерә ине был мәлдә. Концлагерҙең ҡот осҡос күренештәре менән әлеге тормошо буталып, күңелен аҡтарып сығарҙы, донъяның аҫты өҫкә килгәндәй тойолдо.Ғәлиә, ҡунаҡты һыйһыҙ ебәреүен иҫенә төшөрөп, өтәләнергә кереште:– Аһ, аһ, туғаным, хәҙер самауырым ҡайнап сыға. Сәй эсер инең, исмаһам.– Рәхмәт, апай. Мин ашығам. Документтарҙы бөгөн үк Мәскәүгә ебәрергә кәрәк, – тип Таһиров папкаһына усы менән һуғып ҡуйҙы.– Дөрөҫ! – тип йөпләне уны Мәхмүт. – Бындай эште оҙонға һуҙмаҫҡа кәрәк. Юғиһә...Ҡапҡаға табан атлаған лейтенант, үҙе лә аңғармаҫтан туҡтап, боролоп ҡараны. Ҡарашын алыҫ офоҡҡа төбәп баҫып торған Сәлмәндең сал сәстәрен ел туҙғыта ине.

2-се өлөш
Салауат ӘБҮЗӘР
ӘСИР
Повесть
Ошо минутта ҡапҡаны шар асып, ярһыған ир килеп инде.
– Шул атығыҙҙы һатығыҙ, йә һуйығыҙ, тип күпме әйтергә була һеҙгә?!.. Тағы баҫыуға төшкән. Мал эйәһенә оҡшай, тип дөрөҫ әйткәндәр.
Был бәндәнән ҡото алынып бөткән Ғәлиә йомшағыраҡ өндәшергә тырышты:
– Ҡуй, юҡты һөйләмә, Мәхмүт туғаным. Нишләп баҫыуға төшһөн ти ул. Әле генә Сәлмән барып, ҡарап ҡайтты бит.
Мәхмүттең ярһыуы баҫылманы:
– Ҡарамай ни!.. Ана, штрафын түләгеҙ ҙә, барып алығыҙ. Колхоз дворында бикле тора. Әйткәнде тыңламаһағыҙ, үҙегеҙгә үпкәләгеҙ, иткә оҙатам. Етте! – Күҙе аларған Мәхмүт лейтенантты шәйләп ҡалды. – Күрмәй ҙә торам, ҡунаҡ бар икән… Һаумыһығыҙ! Мәхмәүт булам. Бригадир!
– Һаумыһығыҙ! Айҙар. Военкоматтан.
– Военкоматтан?! – Мәхмүттең йөҙө яҡтырып киткәндәй булды. Шунан һүҙҙәренә ниндәйҙер мәғәнә һалып, өҫтәп ҡуйҙы. – Күптән кәрәк!..
Лейтенант Таһировтың оҙон-оҙаҡ һүҙ сурытып торорға уйы юҡ ине, ҡушылған бурысын тиҙерәк атҡарыу ниәте менән Сәлмәнгә һорауҙарын бирергә ашыҡты:
– Әйҙә, Сәлмән Шәйхетдинович, дауам итәйек. 1922 йылдың 29 ғинуарында тыуғанһығыҙ. 1941 йылдың июлендә фронтҡа алынғанһығыҙ. 128-се уҡсылар дивизияһы составында Ленинградты обороналауҙа ҡатнашҡанһығыҙ. Дөрөҫ әйтәмме?
Байтаҡ ҡына өндәшмәй, уйҙарға бирелеп торған Сәлмән, ауыр итеп уфтанғандай, һуҙып әйтте:
– Шу-ул-а-ай…
Быларҙың хәбәрен тыңлап торған Мәхмүт түҙмәне, сыбыртҡы һабы менән итегенә һуғып алды, саҡ һүгенеп ебәреүҙән тыйылып:
– Һе, ниндәй Ленинград?.. Ниндәй оборона?.. Пленник ул! Ниместәрҙә булған. – тине.
Ғәлиә, ғауға-фәлән сығып китмәһен тигәндәй, араларына керергә ашыҡты:
– Эй, аллам!.. Үҙе теләп эләккәндер унда! Әйләнәләр ҙә шуны туғыйҙарсы!.. Әйләнәләр ҙә шуны туғыйҙар!..
Ҡатындың һүҙҙәренә иғтибар итеүсе булманы шикелле. Лейтенант был ауыр хәлдән тиҙерәк сығырға теләп, һорауҙарын биреп ҡалырға тырышты:
– 1943 йылдың авгусында, Синявин ҡалҡыулығын штурмлаған саҡта, пленға эләккәнһегеҙ. Бухенвальд концлагерында әсирлектә булғанһығыҙ… Сәлмән Шәйхетдинович, әллә ишетмәйһегеҙ?
Ғазаплы концлагерь тормошо Сәлмәндең күҙ алдынан үтте, эттәрҙең ҡотороп өрөүе, фашистарҙың аҡырған тауыштары ҡолағында яңғыраны. Бөтә тәне семерҙәп, ҡалтыранып китте хатта.
– Һуң, күпме тапҡыр яҙып алырға була?! Йөҙ тапҡыр ҡабатланым бит инде хәҙер... Эйе, шунда булдым!.. Шунда!.. – тине Сәлмән ярһыуын баҫа алмай.
Ғәлиә ирен ҡурсып маташты:
– Бөтәһен дә тикшереп ҡайтарғандар бит һуң! Тағы нимәһен соҡойһоғоҙ?!.
– Борсолмағыҙ! – тип уларҙы тынысландырырға теләне лейтенант. – Миңә Рәшитов Сәлмән Шәйхетдинович тигән кеше нәҡ улмы, түгелме икәнен асыҡларға ғына ҡушылды. Мәскәүҙән запрос бар. Бер үк исем-фамилиялы кешеләр күп ул. Буталыш булып та ҡуйғылай.
Мәхмүттең ҡолағы ҡарп итеп ҡалды:
– Мәскәүҙән?!.
– Эйе, асыҡларға ҡушҡандар, – Таһиров ҡағыҙҙарын папкаһына һалды.
Ошо һүҙҙәрҙе ишеткән Мәхмүттең күңелен кинәнес тойғоһо солғап алды:
– Бына бит нисек!.. Беҙ ҡапсыҡта ятмай ул... Тәки осона сыҡҡандар икән...
Таһиров тәү күреүҙән үк оҡшатмағайны үҙен бригадир тигән был бәндәне, донъя кендеге шикелле ҡыланышы асыуын килтерҙе.
– Нимәне әйтәһең, бригадир? – тине ул ҡырыҫ ҡына.
– Нимәне тип ни... Билдәле инде... – Мәхмүт ҡәнәғәт ҡиәфәттә бармағы менән күккә төрттө. – Тегенән асығыраҡ күренә ул...
Ғәлиә күҙ йәштәренә ирек ҡуйыуҙан саҡ тыйылды, яулыҡ осо менән ауыҙын ҡаплап, лейтенантҡа ялбарыулы ҡарашын төбәне:
– Нимәгә һорағандар икән һуң, туғаным?
– Уныһы беҙгә мәғлүм түгел, апай, – Таһиров яурындарын йыйырҙы.
Мәхмүт мәлен ҡулдан ысҡындырманы, төрттөрә һалды:
– Мәскәү бушҡа ҡыҙыҡһынмай инде!..
Айҙар Таһиров эш бөткәнен аңлатып, Сәлмәнгә ҡул һуҙҙы:
– Йә, ярай, Сәлмән Шәйхетдинович, борсоһам, ғәфү итегеҙ! Барыһы ла асыҡланды, буғай. Һораған кеше – һеҙ, тимәк.
Бында ла һүҙ ҡыҫтырып ҡалды Мәхмүт:
– Башҡа кем булһын!..
Лейтенант уның һүҙҙәренә иғтибар итмәне, ауыл артындағы ҡаяға бер аҙ текләп торғас, Сәлмәнгә боролдо:
– Хушығыҙ, Сәлмән Шәйхетдинович!
Сәлмән бер һүҙ өндәшмәне, баш ҡына ҡаҡты. Уның зиһенен ғазаплы уйҙар кимерә ине был мәлдә. Концлагерҙең ҡот осҡос күренештәре менән әлеге тормошо буталып, күңелен аҡтарып сығарҙы, донъяның аҫты өҫкә килгәндәй тойолдо.
Ғәлиә, ҡунаҡты һыйһыҙ ебәреүен иҫенә төшөрөп, өтәләнергә кереште:
– Аһ, аһ, туғаным, хәҙер самауырым ҡайнап сыға. Сәй эсер инең, исмаһам.
– Рәхмәт, апай. Мин ашығам. Документтарҙы бөгөн үк Мәскәүгә ебәрергә кәрәк, – тип Таһиров папкаһына усы менән һуғып ҡуйҙы.
– Дөрөҫ! – тип йөпләне уны Мәхмүт. – Бындай эште оҙонға һуҙмаҫҡа кәрәк. Юғиһә...
Ҡапҡаға табан атлаған лейтенант, үҙе лә аңғармаҫтан туҡтап, боролоп ҡараны. Ҡарашын алыҫ офоҡҡа төбәп баҫып торған Сәлмәндең сал сәстәрен ел туҙғыта ине.
Читайте нас: