Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы биләмә сиктәрен билдәләү буйынса проект әҙерләй. Республика Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районына сәфәре барышында һыу ятҡылығына махсус статус бирергә ҡушҡайны. Алтын табыусылар күл янында карьер булдырырға ниәтләй ине. Әммә тирә-яҡ тәбиғәткә зыян килтереүҙән хафаланып халыҡ ҡаршы сыҡты һәм төбәк етәкселегенә мөрәжәғәт итте. Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Рәсих Хәмитов әйтеүенсә, Талҡаҫҡа махсус статус биреү – тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлап ҡалыуҙа яңы мөмкинлектәр аса.