Шулай уҡ тиҫтәләп көрәшсе келәмгә баҫып, еңеүсе исемен яуларға ынтылды.
Салауатты тыуған төйәгенән яуға оҙаталар. Ҡулға уҡ-йәйә алып, дошманға ҡаршы сығырға ваҡыт. «Батыр ирҙәр тыуыр тағын да...» тип исемләнгән театрлаштырылған тамаша тарихи реконструкция кеүек Салауат Юлаевтың азатлыҡ өсөн көрәш юлын сағылдырҙы. Төп ролде Илнар Зарипов башҡарҙы, Әлкә ауылы егете 2014 йылда уҡ «Салауат батыры» конкурсында Гран-при яулап, яҡташтары араһында абруй алған.
«Ат – юлда, ир яуҙа һынала» тиҙәр. Бәйгелә сабышыусыларҙы күҙәтеү – үҙе бер тамаша. Юртаҡтар кемуҙарҙан алға ынтыла. Бил бирмәҫ батырҙар ҙа майҙанда көсөргәнеш тыуҙырҙы. Милли көрәш буйынса келәмгә сығыусыларҙың һынмаҫ рухы һоҡландырҙы. «Салауат йыйыны» район һабантуйы сиктәрендә үтеп, ерле халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын һаҡлау, пропагандалауға үҙ өлөшөн индерҙе.
Ағинәйҙәр йырҙар аша тыуған төйәген данлап, ҡубыҙ сиртте. Оҫта ҡулдар боронғо шөғөлдәрҙе тергеҙеү, халыҡ ижадын өйрәнеүгә күп көс һала. Батыр төбәге семәрләп балаҫ һуғыусылары менән дә дан тота.
Һабантуй аҡланы башҡорт йәйләүен хәтерләтте. Биләмәлә «Иң матур тирмә» конкурсы ойошторолдо. Сараға райондың ун алты ауыл биләмәһе лә ҡушылып, башҡорттарҙың көнкүрешен сағылдырҙы.
Йәмле Йөрүҙән буйында ойошторолған күркәм байрам быйылға тамам. Салауат рухын тыуған төйәгенә алып ҡайтҡан йыйын киләһе йыл йәнә үткәрелер. Йәш быуында милли ғорурлыҡ тойғоһон уятыу, тарихҡа, тыуған төйәккә һөйөү тәрбиәләү уның төп бурысы.