Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Июнь 2021, 18:20

Сабыш

Иҫке дәфтәрҙәрҙе ҡараштырып ултырғанда, сыймаҡлап ташланған “боронғо” ошо юлдарға күҙ төштө. Мәхрүм булып ятмаһын әле, тип Һеҙгә тәҡдим итергә булдым. Салауат ӘБҮЗӘРСАБЫШБалаҡ төрөп, ялан аяҡКиттем сабып “Старт”тан.Бер өйөр халыҡ йүгерәЭргәмдән, алдан, арттан... Эй, сабабыҙ ах-ух килеп,Гүйә бала-сағабыҙ.Этешәбеҙ, төртөшәбеҙ,Хатта аяҡ салабыҙ. Кемдер мөлкәт өсөн саба,Кемдер миҙал тағырға.Кемдер беренселек биләп,Өмөт итә “лавр”ға... Күктә Хоҙай көлөп тора,Ҡарап был күренешкә.Ғүмер буйы саба бәндә –Ҡабалана “Финиш”кә...

Иҫке дәфтәрҙәрҙе ҡараштырып ултырғанда, сыймаҡлап ташланған “боронғо” ошо юлдарға күҙ төштө. Мәхрүм булып ятмаһын әле, тип Һеҙгә тәҡдим итергә булдым.
Салауат ӘБҮЗӘР
САБЫШ
Балаҡ төрөп, ялан аяҡ
Киттем сабып “Старт”тан.
Бер өйөр халыҡ йүгерә
Эргәмдән, алдан, арттан...
Эй, сабабыҙ ах-ух килеп,
Гүйә бала-сағабыҙ.
Этешәбеҙ, төртөшәбеҙ,
Хатта аяҡ салабыҙ.
Кемдер мөлкәт өсөн саба,
Кемдер миҙал тағырға.
Кемдер беренселек биләп,
Өмөт итә “лавр”ға...
Күктә Хоҙай көлөп тора,
Ҡарап был күренешкә.
Ғүмер буйы саба бәндә –
Ҡабалана “Финиш”кә...
Читайте нас: