Республика Башлығы был турала социаль селтәрҙәрҙә яҙа. Өс айҙа 377 заявка бирелгән, 56 проект тормошҡа ашырылған. Радий Хәбиров лидерҙарҙы ла атаған. Асҡын районынан 22 заявка, Ғафуриҙан – 20, Балтастан – 18, Мәләүез һәм Борайҙан – 17, Благовещен һәм Ҡырмыҫҡалы райондарынан 14 проект тәҡдим ителгән. Ҡалалар араһында Өфө, Салауат һәм Ағиҙелдә һандар юғары. Радий Хәбиров меценаттарҙың береһе – Илсур Нәбиуллин тураһында ла яҙа. “Ул тыуған төйәге – Баймаҡ районы Бетерә ауылында мәсет төҙөттө, башҡа урындарҙа ла иман йорттарын ремонтларға ярҙам итте. Социаль приюттар, район һәм республика проекттарына ла булышлыҡ итә. Битараф ҡалмаған бөтә халыҡҡа рәхмәт, тыныслыҡ һәм изгелек теләйем”, - тип яҙа Радий Хәбиров.