Билдәле ҡурайсы, актер, БАССР-зың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы Ғата Сөләймәнов Төркмән ауылында тыуып үҫә. Республиканың төрлө төбәгенән уның иҫтәлегенә үткәрелгән байрамға тиҫтәнән ашыу ҡурайсылар йыйылды. Йылайыр районынан килгән «Аҡбейек» ансаблен 35 йыл Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дәүләткәрәй Нәҙерғолов етәкләй. Ул республикаға бер нисә быуын ҡурайсылар үҫтерҙе.