Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Июнь 2021, 20:40

САЛАУАТТЫҢ ЙЫРҘАРЫ

Атайым да тиһәм, уғым аҙ,Сабайым да тиһәм, алдым һаҙ,Ян-яҡтарына ҡараны иһәм,Йән-юлдашҡайҙарым минең аҙ. Өйөр генә йылҡы араһындаҺөйөп менгән атым бүртә ине,Күҙ нурындай ҡыҙым, Миңлеязам,Үкенескә икән, иркә ине, Йүгереп тә йүгереп үрттәр һалдымҮҙән буйҙарына таратып.Минән дә артыҡ ЗөләйханыКемдәр һөйөр икән яратып?

Атайым да тиһәм, уғым аҙ,
Сабайым да тиһәм, алдым һаҙ,
Ян-яҡтарына ҡараны иһәм,
Йән-юлдашҡайҙарым минең аҙ.
Өйөр генә йылҡы араһында
Һөйөп менгән атым бүртә ине,
Күҙ нурындай ҡыҙым, Миңлеязам,
Үкенескә икән, иркә ине,
Йүгереп тә йүгереп үрттәр һалдым
Үҙән буйҙарына таратып.
Минән дә артыҡ Зөләйханы
Кемдәр һөйөр икән яратып?
Ҡая ташҡа ҡарап уҡ аттым,
Ыласын ғына ҡошто ҡолаттым.
Таң алдынан һылыу Зөләйханы
Йоҡоһонан йырлап уяттым.
Юл буйында ятҡан бүҙәнәне
Сапмай киттем, үлгән турғай, тип
Зөләйханы үпмәй киткән булдым,
Әллә ниңә, юлым уңмай, тип.
Матур ғына ерҙең үҙәненән
Шылтырап ҡына аға Үҙәнем,
Ҡытат күлдәк кейеп, ҡыя баҫып
Йөрөй микән минең гүзәлем.
Япа-яңғыҙ ғына ҡарсыға
Талпыналыр, бахыр, ҡош күреп.
Ике беләккәйен яҫтыҡ итеп,
Йоҡлай микән Зөләйхам төш күреп.
Һауаларҙа осҡан ағуна,
Ҡанаттары талып, ҡағына.
Мин киткәнгә илап ҡайғырмағыҙ,
Батыр ирҙәр тыуыр тағы ла.
Читайте нас: