Йыйылабыҙ йыл да Салауатҡа,
Табырға тип һорауҙарға яуап,
Алырға тип йәнгә нур-һауап,
Ғәҙеллеккә сарсап, моңға сарсап,
Киләбеҙ бит һиңә Салауат!
Йыйылабыҙ йыл да Салауатҡа,
Туплай бында беҙҙе хаҡ оран.
Уяулыҡҡа беҙҙе саҡыра ул,
Берҙәмлеккә беҙҙе саҡыра.
Был мәл, гүйә, ярһыу толпарымды
Атлығыуҙан тыйып, саҡ торам.
Сал Уралда ғәййәр йәш Салауат
Дауылланып ҡалҡһа яңынан,
Башҡорт ирҙәренең ҡайһыларын
Телгеләнгән, ағыуланған ерен
Һайлар ине үҙенә ир – Салауат,
Аҙмы Башҡортостан балаһының
Башҡортлоғон онотоп барғаны.
Башҡорттарын йолоп маңҡортлоҡтан
Туплар ине микән оло йортҡа
Хур итһә лә илде күпме мөртәт
Ир намыҫы юҡтан, баш юҡтан,
Бөтмәгәндер әле Салауаттың
Яндарына баҫыр башҡорттар.
Йыйылабыҙ йыл да Салауатҡа,
Тәбиғәттең йәннәт саҡтары!
Күҙебеҙгә ҡарап, ил батыры
Барлай кеүек йыл да сафтарҙы.