Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Июнь 2021, 10:55

Башҡортостанда ВИЧ инфекцияһын асыҡлау өсөн экспресс-тест үтергә була

Аноним һәм бушлай анализ Өфөлә Карауанһарай майҙанында үткәрелә. Экспресс-тесты төбәктең 29 районында тапшырырға ла мөмкин. Табиптарҙың мобиль төркөмө графигы менән СПИД үҙәге сайтында танышырға була. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#ҺаулыҡҺаҡлау#ВИЧ

Аноним һәм бушлай анализ Өфөлә Карауанһарай майҙанында үткәрелә. Экспресс-тесты төбәктең 29 районында тапшырырға ла мөмкин. Табиптарҙың мобиль төркөмө графигы менән СПИД үҙәге сайтында танышырға була.
Статистикаға ярашлы, республикала һуңғы ярты йыл эсендә 1000 кешелә хәүефле сир асыҡланған. Шул иҫәптән 59 йөклө ҡатындың ВИЧ инфекцияһы менән ауырый башлағаны билдәле. Белгестәр әйтеүенсә, сирҙе мөмкин тиклем иртә стадияла асыҡлағанда сәләмәт балалар табыу осраҡтары арта. Кеше ВИЧ инфекцияһы менән зарарланғанын оҙаҡ ваҡыт һиҙмәй йөрөүе ихтимал, шуға ла йылына бер тапҡыр анализ тапшырырға кәңәш ителә.
Башҡортостанда 36 мең кешелә ВИЧ-инфекцияһы асыҡланды һәм үкенескә был сирҙән 12 мең кешенең ғүмере өҙөлдө. Хәүефле сир йоҡтороусыларҙың һаны артҡандан-арта, шуға ла беҙ даими анализ тапшырырға кәңәш итәбеҙ. Шыйыҡсанан алынған экспресс-тест тиҙ процедура. Поликлиникала анализ тапшырырға теләмәгән кеше өсөн бик уңайлы.
Рафаэль Яппаров, Спид-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәге баш табибы
Читайте нас: