Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Июнь 2021, 10:07

Ялған хәбәр өсөн - төрмә йә иһә штраф

Өфө мәктәптәренең береһендә мина тураһында ялған хәбәр еткергән үҫмерҙе биш йылға ултыртыуҙары мөмкин. Был турала Республика прокуратураһынан белдерәләр. Быйыл март айында уҡыусы директорҙың ҡабул итеү бүлмәһенә шылтыратып бомба булыуы тураһында хәбәр иткән. Тәртип һаҡсылары шартлатҡысты тапмаған, уҡыусы ялғанлауын таныған. Хәҙер уға биш йылға тиклем төрмә, йә 700 мең һумғаса штраф янай.

Читайте нас: