Дәүләкән районында 30 йәшлек егет һыу ҡорбаны булған. Ваҡиға Яңы Яппар ауылында теркәлгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, егет күлдә һыу ингән, әммә ярға кире сыҡмаған. Уның кәүҙәһен водолаздар тапҡан. Ҡотҡарыусылар һыу ингәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә саҡыра.