Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә хәбәр иткән. “Ҡунаҡ картаһы концепцияһын әҙерләү бара. Уның менән юл йөрөгәндә иҫәпләшергә мөмкин. Ул айырым хеҙмәттәргә ташлама бирә. Кеше транспорт теҙмәһенә ҡарап юлға сығыу ваҡытын планлаштыра ала”, - тип яҙған Радий Хәбиров.