Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июнь 2021, 10:00

Эшһеҙлектән эшҡыуарлыҡҡа бер аҙым

Күгәрсен районында балта оҫтаһы мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт иткәндән һуң, үҙ эшен асып ебәргән. Тәүҙә дәүләт ярҙамы аша ҡоролмалар һатып алһа, хәҙер йүнсел ауылдаштарын эшкә урынлаштыра башлаған. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Эшҡыуарлыҡ#Күгәрсен

Дәүләт ярҙамы аша һатып алынған станок эшҡыуарлыҡҡа юл аса, тип әйтһәң дә яңылыш булмаҫ. Ағас эше менән булышыу үҙенә өй төҙөгәндә оҡшап ҡала. Күп балалы Ринат Хоҙайғолов мәшғүллек үҙәгенән 90 меңдән ашыу башланғыс капитал юллап ала. Сумма күп түгел, әммә ниндәй булһа ла ярҙам. Тәүҙә йорт ихатаһында эшләй башлаһа, хәҙер йүнсел айырым цехҡа күскән. Әйткәндәй, был бинаны элекке хужаһынан яйлап һатып ала ла башлаған.
Оҫтаханала буш урын да юҡ. Бер яҡта ҡоролмалар, икенсеһендә - бысылған материал менән әҙер әйберҙәр урын алған. Ағас продукцияһына ихтыяж юғары, тип билдәләй Ринат Хоҙайғолов.
Ринат Хоҙайғолов яңы эш урындары ла булдыра. Хәҙер 8 кеше ағастарҙы ҡырҡып-йышырға, өй һәм мунсаларҙы күтәрергә ярҙам итә. Хеҙмәткәрҙәре араһында һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгәндәре лә бар. Уларҙы эшҡыуар махсус программа буйынса эшкә урынлаштырған. Шуға күрә ярҙамсыларының эш урынын ойоштороу өсөн дәүләт ҡаҙанаһынан сығымдар ҡапланған.
Мәшғүллек үҙәгенән белдереүҙәренсә, үҙ эшен асырға теләүселәрҙең дәүләттән 145 мең һум башланғыс капитал алыу мөмкинлеге бар. Йәғни, социаль контракт буйынса 250 мең һум аҡсаға юлларға була. Был тәү сиратта аҙ килемле һәм эшһеҙ ҡалған граждандарға ҡағыла.
Эш таба алмаған граждандар өсөн уҡытыу сертификаты ла бар. Реестрға ярашлы, теләгән һөнәр һайлайҙар һәм 10 мең һум аҡса түләйҙәр. Уҡыу тамамланғас та, мәшғүллек үҙәге был сумманы кире ҡайтара.
Лилиә Литвинова, Күгәрсен районы буйынса көньяҡ район-ара мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе
Цехта төрлө әйберҙәрҙе етештереү механизмдары яйға һалынған. Тик һуңғы арала ағас һатып алыу ауыр. Барлыҡ урмандар ҙа тиерлек ҡуртымға бирелгән, шуға күрә сеймал ике тапҡырға ҡиммәтерәккә төшә. Шуға ҡарамаҫтан эшҡыуар хаҡ менән сифат кимәлен бер тигеҙ итеп һаҡларға тырыша. Балта оҫтаһы һүҙҙәренсә, бындай ҡараш уға тиҙ арла аяҡҡа баҫырға һәм эште үҫтерегә ярҙам иткән.
Читайте нас: