Һуңғы һигеҙ йыл эсендә Асылыкүлдә һыу кимәле йөҙ сантиметрға кәмегән һәм әле лә дауам итә. Элек тулҡындар йәйрәп ятҡан урындар ярға әүерелгән, был биләмәләрҙә үтеп сыҡҡыһыҙ ҡамышлыҡ һәм һаҙлыҡ. Сәбәптәре хужалыҡ итеүҙән экологик баланс боҙолоуы.
Тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре лә Асылыкүлдең һайыҡҡанын раҫлай. Күл эсендә бәләкәй утрауҙар хасил булған, әммә артыҡ хафаланырға сәбәп юҡ, тип иҫәпләй белгестәр.
Әлеге ваҡытта борсолорға урын юҡ. Күл ысынлап та бер ни тиклем һайыҡты. Ҡамыш үҫеүе насар түгел. Унда күсмә ҡоштар оя ҡора.
Гүзәл Ғилманова, «Асылыкүл» тәбиғәт паркының бүлек етәксеһе.
Башҡортостандың хозур тәбиғәт ынйыһы булған күлде ҡотҡарыу мәсьәләһен экологтар, гидрологтар һәм ғалимдар өйрәнә.Белгестәр күл торошон һәм һыуҙың ҡайҙа китеүен асыҡларға иҫәп тота. Тәүге һөйләшеүҙәр ошо йомаға тәғәйенләнгән. Республиканың иң ҙур күле һайығыуы сәбәптәрен асыҡлауға ваҡыт, ә ҡотҡарыуға миллион һумдар талап ителәсәк.