Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июнь 2021, 11:15

Михаил Мурашко Федоровка районында аварияға эләккән балаларға ярҙам күрһәтеүҙе шәхси күҙәтеүгә алған

Өс бала Өфөлә Республика балалар клиник дауаханаһында ята. Уларҙың хәле ауыр тип баһалана. 25 йәшлек ҡатын һәм тағы бер балаға район үҙәк дауаханаһында ярҙам күрһәтелә. Уҙған шәмбе Федоровка районында аварияла 4 бала зыян күргән. #Ағиҙел#АғиҙелЖуранлы#Яңылыҡтар#Авария#Федоровка

Өс бала Өфөлә Республика балалар клиник дауаханаһында ята. Уларҙың хәле ауыр тип баһалана. 25 йәшлек ҡатын һәм тағы бер балаға район үҙәк дауаханаһында ярҙам күрһәтелә. Уҙған шәмбе Федоровка районында аварияла 4 бала зыян күргән. 28 йәшлек водитель машина менән идара итә алмай юл ситенә ауа. Салонда ҡатыны һәм 4 бала була. Республика буйынса Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, руль артындағы егеттең водитель таныҡлығы булмаған. Башҡортостан Прокуратураһы ваҡиға буйынса тикшереү башлаған.
Читайте нас: