Бөтә донъя Фольклориадаһы көндәрендә “Торатау” Конгресс-холында күргәҙмә ойошторола. Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 48 илдән һөнәрселәр һәм кесепселәр ҡул эштәре менән таныштыра, шулай уҡ милли кейемдәре, һауыт-һабалары, биҙәүестәрен ҡарарға була. Бынан тыш, экспозицияла донъя халыҡтарының музыка ҡоралдары фотоһүрәттәре урынлаштырыла. Күргәҙмә рус, инглиз, испан һәм француз телдәрендә ойошторола.