Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Июнь 2021, 09:34

Санкт-Петербургта халыҡ-ара форум барышында бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйылды

Башҡортостан “Роскосмос”, Lasselsberger компанияһы, ВЭБ.РФ дәүләт үҫеш корпорацияһы һәм Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты менән хеҙмәттәшлек итергә килеште. Форумда бөгөн ҡеүәтле концессион килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, ВТБ банкы идараһы рәйесе Андрей Костин һәм ВЭБ.РФ үҫеш корпорацияһы рәйесе Игорь Шувалов имзаланы. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#РадийХәбиров#НацПроекты

Башҡортостан “Роскосмос”, Lasselsberger компанияһы, ВЭБ.РФ дәүләт үҫеш корпорацияһы һәм Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты менән хеҙмәттәшлек итергә килеште. Форумда бөгөн ҡеүәтле концессион килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, ВТБ банкы идараһы рәйесе Андрей Костин һәм ВЭБ.РФ үҫеш корпорацияһы рәйесе Игорь Шувалов имзаланы. Килешеүгә ярашлы, Өфөнән “Көнсығыш сығыу юлы” – М5 “Урал” федераль трассаһына автомобиль юлы төҙөү өсөн 11 миллиард 600 миллион һум бирелә. Объект 2024 йылда файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Бынан тыш, Башҡортостан аша яңы трасса һалына. Ҡазан – Екатеринбург юғары тиҙлекле юлдың бер өлөшө республиканың төньяҡ-көнбайыш райондары аша үтә. Радий Хәбировтың “Автодор” компанияһы идара рәйесе Вячеслав Петушенко менән осрашыуында шул турала килешелде. Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумының эшлекле программаһы дауам итә. Иртәгә унда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡатнашыуы көтөлә.
Читайте нас: