Санитар талаптарға ярашлы, дәүләт аттестацияһы ике көн ойошторола. Кисә 10 меңгә яҡын кеше имтихан тапшырҙы, бөгөн 7 меңгә яҡын уҡыусы һынау тота. Берҙәм дәүләт имтихандары 2 июлгәсә дауам итә. Быйылғы шарттар буйынса, юғары уҡыу йортона инергә теләгән уҡыусылар ғына Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшыра.