Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Июнь 2021, 13:43

Журналыбыҙға яҙылыусыларҙы осрашыуға саҡырабыҙ!

10 июнь сәғәт 11-ҙә Матбуғат йорто алдындағы майҙансыҡта ҙур байрам -­ “Матбуғатҡа яҙылыусылар көнө” үтәсәк. Башҡортостандың Өфөлә сыҡҡан барса гәзит-журналдар унда үҙ баҫмаларына яҙылыу ойошторасаҡ. Шунда уҡ, яҙылыусылар араһында лоторея уйнатылып, ҡиммәтле бүләктәр ҙә оттороласаҡ. Сәхнәлә Башҡортостандың билдәле артистары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм яҙыусылары сығыш яһаясаҡ. “Ағиҙел”гә яҙылыусылар ҡунаҡтарыбыҙ: Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары Таңсулпан Ғарипова, Марсель Сәлимов, Гөлфиә Юнысова кеүек билдәле шәхестәр менән дә күрешә аласаҡ.Байрамда шулай уҡ журналыбыҙ менән бер исемде бүлешкән данлыҡлы ойошма ­ Башҡортостан Республикаһының “Ағиҙел” художество кәсептәре предприятиеһы үҙенең күргәҙмә-сауҙа тирмәһен ҡуясаҡ. Йәнә лә, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин һәм “Ағиҙел” художестволы кәсептәре берекмәһенең генераль директоры Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы Кәримова байрам мәлендә альтернатив ысул менән яҙылыусылар араһында ла приздар уйнатасаҡ.10 июнь “Матбуғат йорто” алдында уҙасаҡ байрамға килеп, концерт ҡарап, журналыбыҙға яҙылып, бер юлы редакция коллективы һәм матур-матур шәхестәр менән күҙгә-күҙ күрешеп, аралашып ҡайтыуға ни етә, дуҫтар!Барығыҙҙы ла ихлас күңелдән осрашыуҙа көтөп ҡалабыҙ!

10 июнь сәғәт 11-ҙә Матбуғат йорто алдындағы майҙансыҡта ҙур байрам -­ “Матбуғатҡа яҙылыусылар көнө” үтәсәк. Башҡортостандың Өфөлә сыҡҡан барса гәзит-журналдар унда үҙ баҫмаларына яҙылыу ойошторасаҡ. Шунда уҡ, яҙылыусылар араһында лоторея уйнатылып, ҡиммәтле бүләктәр ҙә оттороласаҡ. Сәхнәлә Башҡортостандың билдәле артистары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм яҙыусылары сығыш яһаясаҡ. “Ағиҙел”гә яҙылыусылар ҡунаҡтарыбыҙ: Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары Таңсулпан Ғарипова, Марсель Сәлимов, Гөлфиә Юнысова кеүек билдәле шәхестәр менән дә күрешә аласаҡ.
Байрамда шулай уҡ журналыбыҙ менән бер исемде бүлешкән данлыҡлы ойошма ­ Башҡортостан Республикаһының “Ағиҙел” художество кәсептәре предприятиеһы үҙенең күргәҙмә-сауҙа тирмәһен ҡуясаҡ. Йәнә лә, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин һәм “Ағиҙел” художестволы кәсептәре берекмәһенең генераль директоры Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы Кәримова байрам мәлендә альтернатив ысул менән яҙылыусылар араһында ла приздар уйнатасаҡ.
10 июнь “Матбуғат йорто” алдында уҙасаҡ байрамға килеп, концерт ҡарап, журналыбыҙға яҙылып, бер юлы редакция коллективы һәм матур-матур шәхестәр менән күҙгә-күҙ күрешеп, аралашып ҡайтыуға ни етә, дуҫтар!
Барығыҙҙы ла ихлас күңелдән осрашыуҙа көтөп ҡалабыҙ!
Читайте нас: