Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Июнь 2021, 16:32

"Әсә күңеле" Абдулхаҡ Игебаев

Әсә күңелен диңгеҙ тиҙәр,Унда күпме ынйы бар!һөйөп, ҡәҙерләп үҫтергәнБала өсөн саф мөхәббәтЫнйылары бит улар!

Әсә күңелен диңгеҙ тиҙәр,
Унда күпме ынйы бар!
һөйөп, ҡәҙерләп үҫтергән
Бала өсөн саф мөхәббәт
Ынйылары бит улар!
Әсә күңелен дала тиҙәр,
Ул тылсымлы, киң дала.
Ошо күңелдән башлана
Һәр кемдең дә ҙур бәхеткә
Аҡ юлдары донъяла!
Әсә күңелен ҡояш тиҙәр,
Унда күпме яҡтылыҡ!
Шул күңелдең яҡтыһынан
Тормош тағы балҡып китә,
Ерҙә арта яҡшылыҡ!
(А.Игебаев)
Читайте нас: