Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Июнь 2021, 11:00

Ҡоротҡостар үрсей, бал ҡорттары ҡырыла

Ебәк күбәләк ҡарышлауыҡтары таралыу сәбәпле республиканың 5 районында ғәҙәттән тыш хәл тәртибе индерелде. Ҡоротҡостар күпләп таралған участкаларҙа ағыулау эштәре бара. “Химик матдәләр арҡаһында бал ҡортарын юғалтыуыбыҙ ихтимал”, - тигән фекерҙә умартасылар. “Урманды эшкәртеү алдынан халыҡты иҫкәртеү мөһим”, - ти Иглин районы умартасылар берлеге рәйесе Фәнил Ғәлләмөтдинов. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Тәбиғәт

Ебәк күбәләк ҡарышлауыҡтары таралыу сәбәпле республиканың 5 районында ғәҙәттән тыш хәл тәртибе индерелде. Ҡоротҡостар күпләп таралған участкаларҙа ағыулау эштәре бара. “Химик матдәләр арҡаһында бал ҡортарын юғалтыуыбыҙ ихтимал”, - тигән фекерҙә умартасылар. “Урманды эшкәртеү алдынан халыҡты иҫкәртеү мөһим”, - ти Иглин районы умартасылар берлеге рәйесе Фәнил Ғәлләмөтдинов.
Ебәк күбәләктәр күпләп таралған участкаларҙы химик матдә менән эшкәртергә Волгоград өлкәһенән дүрт «АН-2» самолеты килде. Был көндәрҙә емеш-еләк, бәшмәк йыйыу, һиптерелгән участкаларҙа мал көтөү тыйыла. Самолеттарҙың өсәүһе – Баймаҡ, бәрәүһе Йылайыр районында эшләй.
Читайте нас: