Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Июнь 2021, 10:31

Үҫмерҙәр "КамАЗ" аҫтында ҡалғандар

Ҡырмыҫҡалыла ике үҫмер "КамАЗ" менән юл-транспорт ваҡиғаһына тарыған. Асыҡланыуынса, аяныслы хәл 1 июндә, көндөҙгө сәғәттәрҙә булған.Ҡырмыҫҡалы ауылының Совет урамында 16 йәшлек Өфө егете “Альфа” мопедында алда китеп барған йөк машинаһын уҙырға ниәтләгән. Һөҙөмтәлә, һул яҡҡа боролам тигәндә, ул идараны юғалтып, юл ыңғайы китеп барған бетон ташыған "КамАЗ" менән бәрелгән.

Ҡырмыҫҡалыла ике үҫмер "КамАЗ" менән юл-транспорт ваҡиғаһына тарыған.
Асыҡланыуынса, аяныслы хәл 1 июндә, көндөҙгө сәғәттәрҙә булған.
Ҡырмыҫҡалы ауылының Совет урамында 16 йәшлек Өфө егете “Альфа” мопедында алда китеп барған йөк машинаһын уҙырға ниәтләгән. Һөҙөмтәлә, һул яҡҡа боролам тигәндә, ул идараны юғалтып, юл ыңғайы китеп барған бетон ташыған "КамАЗ" менән бәрелгән.
Авария һөҙөмтәһендә мопед пассажиры, 17 йәшлек үҫмер төрлө тән йәрәхәттәре алған, уны дауаханаға оҙатҡандар.
"КамАЗ" рулендә 48 йәшлек ошо ауылда йәшәгән ир булған.
Тикшерә башлағас, үҫмерҙең дә, йөк машинаһына идара иткән ирҙең дә водитель танытмаһы булмауы асыҡланған. Унан тыш, малайҙар мотошлемһыҙ хәрәкәт иткән.
Мәғлүмәт "Башҡортостан" гәзитенән тупланды
Читайте нас: