Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Июнь 2021, 19:47

Газ үткәреү 2023 йылға тиклем тамамланырға тейеш

Ошо көндәрҙә Рәсәй Дәүләт Думаһы “Берҙәм Рәсәй” партияһының газ үткән биләмәләрҙә граждандарҙың ер участкаһына “зәңгәр яғыулыҡ”ты бушлай еткереү тураһындағы төҙәтмәләре менән закон проектын өсөнсө, һуңғы уҡыуҙа ҡабул итте. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Газ#НацПроекты

Ошо көндәрҙә Рәсәй Дәүләт Думаһы “Берҙәм Рәсәй” партияһының газ үткән биләмәләрҙә граждандарҙың ер участкаһына “зәңгәр яғыулыҡ”ты бушлай еткереү тураһындағы төҙәтмәләре менән закон проектын өсөнсө, һуңғы уҡыуҙа ҡабул итте.
Техник мөмкинлек булған биләмәләрҙә йорт хужалыҡтарын газға бушлай тоташтырыу 2023 йылға тиклем тамамланырға тейеш. Эксперттарҙың мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәйҙә яҡынса ике миллион йортҡа “зәңгәр яғыулыҡ” киләсәк. Башҡортостанда иһә әле 50 мең самаһы йортҡа газ үтмәгән. Был эште “берҙәм тәҙрә” принцибы буйынса берҙәм оператор башҡара.
Читайте нас: