Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ошо мәсьәләгә бәйле эксперт советы ултырышы ойошторолдо. Законға ярашлы, хужаһыҙ эт һәм бесәйҙәрҙе үлтереү тыйыла. Хайуандарға прививка яһайҙар, чип беркетәләр һәм иреккә сығаралар, ә уҫал эттәр приютта ҡалырға тейеш. Республикала берәҙәк эттәр, бесәйҙәрҙе ҡарау, ашатыу, прививкалау өсөн 26 миллион һум аҡса бүленә.