Хөкүмәттә “Инвестиция сәғәте” ултырышында 33 проект тәҡдим ителгән. Юл яны сервисын үҫтереү концепцияһына ярашлы, быйыл яңы 100 юл яны комплексын төҙөү һәм 100-өн төҙөкләндереү ҡарала. Әле Өфө районында – 14 проект, Кушнаренкола – 5, Иглиндә – 4 һәм Өфө ҡалаһында 4 проект әҙерләнә. Юл яны комплекстарын төҙөргә телгән инвесторҙарға дәүләт яғынан ярҙам була.